05.10.2012 Аҡса йыйған да тайған
Төҙөлөш майҙанына ҡағылышлы хәл был. Бригадир көн һайын тиерлек заказсыға килеп, төрлө кәрәк-яраҡҡа аҡса алған. Заказсы, кәрәк булғас, һәр саҡ һораған сумманы биреп торған, төҙөлөш бригадирының намыҫһыҙлығына шикләнеү ҡайҙа! Һуңғы тапҡыр бригадирҙы 60 мең һум аҡса алып сыҡҡанында күргәндәр.
Был 33 йәшлек Тажикстан гражданы Рәсәйгә ун йыл йөрөп эшләгән. Дүрт йыл элек Октябрьскийҙа өйләнгән дә. Өйләнгән тигәс тә, кәләше бер ҙә тажик ҡыҙы булмаған инде, шуғалырмы, мөнәсәбәттәрен законлаштырыуҙы уйлап та бирмәгән. Хатта балалары тыуыу ҙа ярҙам итмәгән. Ғаилә башлығы ҡалала төҙөлөш бригадаһы төҙөп, әүҙем генә эшләгән, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә заказсыларҙың, уларҙың ғаиләһенең дә ышанысын яулаған. Теге заказсынан аҡса алып сыҡҡанда ул уның туғанынан да аҡса һораған. Кәрәкле сумма өйҙә булмағас, тажик яҡындағы банкыға инеп алырға кәңәш иткән. Тегеһе ихатала автомобилендә соҡонғанда, салонда ҡул осонда ятҡан барсетканан 20 мең һумына “айыу майы һөрткән” дә һыпыртҡан.
Тажик “эшҡыуары” эш биреүселәрен генә алдаған, тиһегеҙме? Юҡ шул. Үҙенең ҡатынының да 50 мең һумын урлаған. Аҙаҡ инде, кем әйтмешләй, “бөтөн юлдар ҙа Тажикстанға илтә” тип, ҡайтҡан да киткән.
Ярай әле, аҡсаһынан яҙыусыларҙың тиҙ генә полиция хәбәр итеүе, оперативниктарҙың да йәһәт кенә ярҙамға килеүе һөҙөмтә биргән – тотолған теге.
Бынан ниндәй һығымта яһарға була? Артыҡ бер ҡатлылыҡ, тиҙ ышаныусанлыҡ, эшкә ситтән килеүселәрҙе ҡушыу – бөтөнөһө бергә йыйылһа…
Әйткәндәй, гастарбайтерҙарға кейәүгә сығыусылар уларҙың ҡасан да булһа барыбер тыуған яҡтарына ҡайтып китеүен, үҙҙәренең һемәйеп ҡалыуын белмәйме икән ни?
Айсын АҡБУЛАТОВА.