RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тиҙ үпкәләйһегеҙме?

05.10.2012 Тиҙ үпкәләйһегеҙме?

Күңел йәрәхәтләнеп, рәнйеүҙән йәнгә һәм сәләмәтлеккә зыян килмәһен өсөн, үпкәләүҙе тиҙ онота һәм кисерә алаһығыҙмы? Ябай ғына һынамыш ярҙамында быны тикшереп ҡарай алаһығыҙ.
Һорауҙарға «эйе», «юҡ», «төрлөсә була» тип яуап бирергә кәрәк.

1) Кәйе­фе­геҙҙе төшөрө­үе еңелме?
2) Үпкә һәм һеҙҙе үпкәләткән кеше йәнегеҙҙе оҙаҡ өйкәп торамы?
3) Ваҡ-тө­йәк күңел­һеҙ­лектәр (кемдеңдер яман ҡарашы, төртмә һүҙе һ.б.) өсөн оҙаҡ борсолаһығыҙмы?
4) Бер кем менән дә һөйләшкегеҙ килмәгән ваҡыттарығыҙ оҙаҡҡа һуҙыламы?
5) Сит кешеләрҙең һөйләшеүе һәм ҡаты тауышы иғтибарығыҙҙы йәлеп итәме?
6) Уйҙарығыҙ, хис һәм ғәмәлдәрегеҙҙе оҙаҡ ваҡыт буйы анализлап йөрөй алаһығыҙмы?
7) Минутлыҡ хис тәьҫирендә йыш ҡына ни ҙә булһа эшләп ташламайһығыҙмы?
8) ҡурҡыныс төштәрҙе йыш күрәһегеҙме?
9) Һеҙҙе кәмһенеү хисе йыш борсоймо?
10) Кинәт кәйефегеҙ төшөү, йәки күтәрелеү осраҡтары йыш буламы?
11) Бәхәсләшкән ваҡытта тауышығыҙ үҙгәреп, нескәреп йәки ҡалынайып китәме?
12) Һеҙҙе ҡыҙҙырыу еңелме?
13) Бик тәмле ризыҡ та кәйефегеҙҙе күтәрә алмаймы?
14) Башҡаларҙың һеҙҙе аңламауы сығырығыҙҙан сығарамы?
«Эйе» − 0 очко, «төрлөсә була» − 1, «юҡ» − 2 очко.

23−28 очко.
Һеҙҙе үпкәсел тип булмай. Төрлө хәлдәргә бәйле рәүештә эске халәтегеҙ бик һирәк үҙгәрә. ҡайһы берәүҙәр хатта «үшән», «һыйыр» тип тә иҫәпләй. Шуға күрә ҡайһы берҙә һеҙҙән көнләшәләр, ҡайһы ваҡыт һеҙҙең турала ғәйбәт һаталар. Әммә, ныҡ рухлы кеше булараҡ, һеҙ быларға бик иғтибар итеп бармайһығыҙ.
17−22 очко.
Һеҙ тиҙ үпкәләүсән. Холҡоғоҙҙоң был сифаты күп күңел­һеҙлектәр килтерә. Тиҙ ҡыҙып китеп, йыш ҡына тупаҫ һүҙҙәр ысҡындырғылайһығыҙ. Шуның арҡаһында йыш ҡына өйҙә лә, эштә лә ҡаршылыҡтар килеп сыға. Үпкәләүегеҙҙең үҙегеҙгә ҡиммәтҡә төшөүен онотмағыҙ.
0−16 очко
Һеҙ үпкәсел, үс алыусан кеше, кәйефегеҙ тиҙ алмашына, тирә-йүндәгеләрҙең һеҙгә ҡарата мөнәсәбәтенә үтә һиҙгер­һегеҙ. Үҙ-үҙегеҙҙе тәрбиәләүгә тотонорға кәрәк. Очколарығыҙ ни ҡәҙәр әҙерәк булһа, был эште шул ҡәҙәр тиҙерәк башлау мөһим.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”