02.10.2012 Бесәйгә – көлкө, ә сысҡанға...
ҡыҙыҡ илдә йәшәйбеҙ инде, иптәштәр! Халыҡҡа күңелһеҙ булмаһын типтер, чиновниктар әллә ниндәй мәҙәк ҡарарҙар ҡабул итеп ҡуя. Түбәндәге фото ‒ ана шуға бер миҫал. Аңлауығыҙса, унда балаларға пособие алыр өсөн документтар исемлеге күрһәтелгән. Ул ябай халыҡта бер ҙә көлкө уятмай.
Һәр документтың үҙенә күрә ваҡыты бар. Мәҫәлән, эш хаҡы, пенсия йәки алимент тураһындағы белешмәлә һуңғы өс ай эсендәге килемде күрһәтергә кәрәк. Ун бер пункттан торған башҡа ҡағыҙҙарҙы теүәлләй торғансы, ҡайһыларының срогы үтеп китә. Ауылда йәшәүселәргә, шул ҡағыҙҙарҙы йыя-йыя, район үҙәге юлын байтаҡ тапарға, былай ҙа юҡ аҡсаһын сарыф итергә тура киләсәк.
Әгәр ҙә ир менән ҡатын айырылышҡан булһа, хәл тағы ла ҡатмарлаша. Пособие юллар өсөн атаның да, әсәнең дә паспорты, хеҙмәт кенәгәһе, социаль номеры, пенсияның страховкалау таныҡлығы күсермәләре, килем тураһындағы белешмәһе кәрәк. Ата кеше, әйтәйек, Себер яҡтарында йөрөп, ғаиләһе менән бөтөнләй бәйләнеш тотмаһа, бахыр әсә нимә эшләргә тейеш?.. ҡыҫҡаһы, пособие алам тиһәң, байтаҡ аҡса, ваҡыт, нервы сарыф итергә, йөҙ һыуы түгергә кәрәк.
Киң мәғлүмәт саралары аша чиновниктар йыш ҡына теге йә был өлкәгә миллиард-миллион һум аҡса бүленеүе тураһында ауыҙ тултырып һөйләй. Дәүләт һәм халыҡ араһындағы кәртә – бюрократия арҡаһында тәғәйен кешегә тин-һумдарҙың барып етмәүе йәл. Ә бүленгән аҡсаға “не использованы” ярлығы тағылып, кире ҡаҙнаға оҙатыла. Дәүләт үҙен бурыстарын үтәгәндәй тоя, ә халыҡтың хәле бер ҙә яҡшырмай.
Йыл башында Владимир Путин (ул саҡта Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры): “Төп мәсьәләбеҙ – бөтә кимәлдәге аппараттарҙың һәм чиновниктарҙың эшен йәмәғәт мәнфәғәтенә көйләү. Халыҡты сираттарҙа оҙайлы тороуҙан, белешмә һәм ҡағыҙҙар артынан сикһеҙ йүгереүҙәрҙән, төрлө аралашсыларҙан арындырырға кәрәк”, – тигәйне. Бөтә документтар электрон базала һаҡланасаҡ, бер урында ғына бар мәғлүмәт алыу мөмкинлеге буласаҡ, тип күҙалланғайны. Ысынбарлыҡтан күренеүенсә, был бары хыялда ғына ҡала.
Гүзәл БИКМӘТОВА.