02.10.2012 Төбәк Энциклопедияһы ниндәй талаптар буйынса төҙөлөргә тейеш?
27 – 28 сентябрҙә Өфөлә ете томлыҡ Башҡорт энциклопедияһын тамамлауға арналған «Тарихи тәжрибә, Рәсәй төбәктәр энциклопедияһын үҫтереүҙең көнүҙәк проблемалары» тигән темаға ғилми-ғәмәли конференция үтте. Уны БР Фәндәр академияһының «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы ойошторҙо.
– Төбәк энциклопедистикаһы мәсьәләләренә арналған кәңәшмә Башҡортостандың ғилми ойошмаһы өсөн генә түгел, бөтә Рәсәй йәмәғәтселеге өсөн мөһим ваҡиға, – тине Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы президенты Рәмил Бәхтизин, кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы сәләмләп.
Уҙған быуаттың 90-сы йылдарынан төбәк энциклопедистикаһы әүҙем үҫешә башлай. Әлеге ваҡытта Рәсәйҙең 73 субъектында төбәк энциклопедиялары булдырылған. «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексының генераль директоры Уйылдан Сәйетов үҙенең сығышында хәҙерге заман Рәсәй төбәк энциклопедистикаһын барлыҡҡа килеү үҙенсәлектәре һәм үҫеш юлдары тураһында һүҙ алып барҙы. Айырым сығыштар Украина, Татарстан, Алтай, Молдова, Удмурт, Сыуаш Республикалары энциклопедияларына арналды. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар төбәк энциклопедияларын эшләүҙә килеп тыуған проблемалар хаҡында ла фекер алышты. Уйылдан Ғилман улы әйтеүенсә, элек «Ҙур совет энциклопедияһы» ғилми нәшриәтендә төбәк энциклопедиялары редакцияһы булып, ул республикаларҙағы энциклопедистарға методик ярҙам күрһәтһә, хәҙер ул юҡ һәм төбәк энциклопедистикаһы һәр ерҙә үҙ белдеге менән үҫешә. Берҙәм талаптар булмау дөйөм эшкә лә тотҡарлыҡ яһай. Ни өсөн төбәк энциклопедистикаһын үҫтереүгә үҙәктән ҡыҙыҡһыныу юҡ? Энциклопедия ниндәй критерийҙар буйынса төҙөлөргә тейеш? Ни өсөн Рәсәй дәүләт энциклопедия фондына барлыҡ төбәк энциклопедиялары ла инмәгән – кәңәшмәлә ошондай һорауҙар күтәрелде.
– Энциклопедия төшөнсәһе – бик киң төшөнсә. Беҙ бер нисә тапҡыр энциклопедияның критерийҙарын билдәләргә тырыштыҡ, әммә улар гел генә үҙҙәрен аҡламай, – тип был һорауҙарға асыҡлыҡ индерергә тырышты Рәсәй милли китапханаһының тарихи библиография бүлеге мөдире, тарих фәндәре кандидаты Алексей Раздорский.
Ғилми форум сиктәрендә «Башҡорт энциклопедияһы»ның етенсе томының презентацияһы ла үтте.
– Донъя мәғлүмәт киңлегендә беҙҙең республиканы лайыҡлы күрһәтеүсе бик ҙур мәғлүмәт ресурсы ул, – тип баһа бирҙе ете томлыҡ «Башҡорт энциклопедияһы»на Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы президенты Рәмил Бәхтизин.
Энциклопедияларҙың интернет-сайттарын булдырыу һәм үҫтереү кәрәклеге хаҡында ла һөйләшеп килеште кәңәшмәлә ҡатнашыусылар.
С. ЛОТФУЛЛИНА.