RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Егеттәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләү ҡасан мотлаҡ бурысҡа әйләнер?

02.10.2012 Егеттәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләү ҡасан мотлаҡ бурысҡа әйләнер?

йәки Рәсәйҙә һәм Америкала йәштәрҙе хәрби хеҙмәткә әҙерләү тураһында
(ҡыҫҡаса сағыштырма-тарихи күҙәтеү)
Бәлки, йәштәргә нәсихәт, ололарға ишара булыр тип, талантлы йәш журналисыбыҙ Мөнир ҡунафиндың “Йәшлек”тә дауамлы баҫылып килгән башҡорт яугирҙары хаҡында “Ер хәтере хәтәр икән дә...” тигән ифрат фәһемле репортаж-эссеһын уҡып, “Башҡортостан” гәзитендә күренекле публицист һәм яҙыу­сы, журналист Рәлис Ураҙғо­ловтың күптән түгел генә сыҡҡан “Рәсәй армия менән көслө: ләкин уның нигеҙен тәртипһеҙлектәр ҡаҡшата” тип бик мәғәнәле аталған күләмле һәм тәрән йөкмәткеле мәҡәләһе (“Баш­ҡортостан”, 2012, 15 сентябрь, № 181, 1−2-се биттәр) менән танышып, тәьҫирләнеп, йәш-үҫмер­ҙәргә хәрби-ватансылыҡ тәрбиә биреү мәсьәләһенә иғтибар итергә булдым әле.
Һуңғы ваҡыт донъялар ныҡ боларып китте. Әйткәндәй, “Йәшлек” гәзитенең бик осҡор күҙле, үткер һүҙле, даими күҙәтеүсеһе Алһыу Ишемғолова, “Рәсәй дарыһын ҡоро тоторға тейеш” тип, ил башлығы Владимир Путин әйткән һүҙҙәрҙе урынлы килтерә (“Йәшлек”, 2012, 21 сентябрь, №73, 5-се бит). Тимәк, халыҡ-ара хәлдәрҙең ҡатмарлашыуы йәштәрҙе хәрби хеҙмәткә әҙерләү мәсьәләһен алға ҡуя. Ләкин беҙҙең илдә армия һәм флотта хеҙмәт итергә атлығып торған йәштәребеҙ юҡ тиерлек. Бындай кире күренеш йәмәғәтселектең битарафлығы, халыҡтың сәйәси наҙанлығы, беҙҙең (минең дә) тәрбиәселәр менән уҡытыусыларҙың дөрөҫ эшләмәүе арҡаһында хасил булды ул. Ғалимдар һәм белгестәр ҙә сит ил тәжрибәһен өйрәнмәй, киреһенсә, мәҫәлән, АҡШ-тағы ғәйәт һөҙөмтәле эшләүсе йәштәрҙе хәрби хеҙмәткә әҙерләү системаһын иғтибар менән тикшереү урынына уны ҡәһәрләп тигәндәй яҙып сығалар. Бәхеткә күрә, үҙебеҙҙең Башҡортостаныбыҙ матбуғатында был темаға арналған аҡыллы, фәһемле материалдар күренгеләй. Шул уҡ Мөнирҙең, Рәлис Ураҙғоловтың мәҡәләләрен, шунан һуң Ильяс Вәлиев, Азат Ярмуллин, Илдар Шәйәхмәтов, Салауат Хәмиҙуллин һ.б. ғалим-яҙыусыларҙың нәшер ителгән яҙмаларын һәр бер йәш ин­сан­ға еткереү мәжбүри рәүештә зарур­ҙыр тип иҫәпләйем, йәштәр тарихы һәм уларға сәйәси-ватансылыҡ тәрбиә биреү өлкәһендә белгес булараҡ.
Әйтәйек, күп яҡлы талант эйәһе, үткер һәм оҫта һүҙле журналист Рәлис Ураҙғолов үҙәк матбуғат, төрлө яҙма сығанаҡтар, интернет селтәре мәғлүмәттәрен файҙаланып, күп кенә ҡыйын, тура, ғәҙел һорауға яуап бирергә тырыша. СССР заманында үҙенең ҡораллы көстәренең ҡеүәте менән бөтә донъяла беренсе урынды алып торҙо, тип раҫламай ул, әлбиттә. Әммә АҡШ менән СССР араһында паритет (тигеҙлек) тәьмин ителеүе фактын бер кем дә инҡар итә алмай. Беҙ – ҡасандыр көслө оборона заводтары, һәләтле хәрби конструкторҙар, ил ҡеүәте өсөн тотош институттар эшләгән ил – хәҙер сит илдән ҡорал һатып алабыҙ, тип әсенеп яҙа автор.
Минең өсөн иң мөһиме – Рәлистең “Армияның көс-ҡеүәте ҡоралға ғына бәйләнмәгән” тигән һүҙҙәре. “Уның төп нигеҙе – юғары белемле офицер­ҙар, һау-сәләмәт, рухлы һалдаттар”, − тиеүе. Һис шикһеҙ, алтын һүҙҙәр!
Юғары рухлы, ватансыл идеаллы тоғро хәрбиҙәр тәрбиәләү маҡсатында балалар һәм үҫмерҙәр өсөн уҡыу йорттарында етди башланғыс хәрби әҙерлек системаһын булдырыу зарури. Белгестәр Рәсәйҙә һәм Америкала йәштәрҙе хәрби хеҙмәткә әҙерләү өлкәһендәге хәлде сағыштырмаса тикшереүҙе, ҡағиҙә булараҡ, үтә абстракт фекерҙәрҙән башлай. Йәнәһе, беҙҙә, Рәсәйҙә, әле һаман дөйөм уртаҡ “милли идея” юҡ, имеш. Ләкин ундай берҙән-бер дөйөм идея АҡШ-та ла юҡ. Америкала “милли”, “милләт” тигән төшөнсә этник төркөмдәргә, халыҡтарға нисбәтән ҡулланылмай, ғөмүмән. Америкала “милли” тигән төшөнсә бөтә илде, бөтә дәүләтте аңлата. Мәҫәлән, ҡушма Штаттарҙың милли мәнфәғәттәре (National interests), АҡШ-тың милли гимны (National Anthem), Американың Аэрокосмо­навтика милли администрацияһы (НАСА – National Aeronautics and Space Administration) һ.б. Америкала берҙән-бер уртаҡ милли идея юҡ, сөнки унда рәсми рәүештә идеяларҙың күплеге, ғөмүмән, күп төрлөлөк иғлан ителгән: АҡШ-тың гербында дәүләт (милли) девизы “Unum ex pluribus” тип латинса яҙылып ҡуйылған. Йәғни “Күптәрҙән – бер” тип.
Әммә АҡШ-та йәштәргә тәрбиә биреүҙең төп нисабы, мөһим нигеҙе сифатында уларҙы юғары мораль-психологик, әхлаҡи-рухи һәм интеллектуаль кимәлдә әҙерләү һәм матди ярҙам күрһәтеү тора. Был маҡсатта хәрби, сәйәси, иҡтисади, әхлаҡи-психологик һәм теүәл этик характерҙағы әсастарҙан, тарихи һәм традицион ҡиммәттәрҙән, төрлө быуындарҙан күсә килгән идеяларҙан торған ғөмүми тулайым бер принциптар комплексы булдырылған. Был комплекс йәш американдар аңына бала саҡтан уҡ һеңдерелә. Бер ниндәй ҙә “милли идея” тигән абстракт, файҙаһы булмаған буш төшөнсә уларҙа юҡ. Күп һөйләнелә торған “Америка хыялы” (“American Dream”) тигән “милли идея” – ул журналистик ҡалып, публицистик клише ғына.
Башланғыс хәрби әҙерлек АҡШ-та ике кимәлдә ойошторолған: беренсеһенә мәктәп уҡыусылары йәлеп ителә; икенсеһенә − колледж һәм университет студенттары. Беренсе кимәлдә әҙерлек традицион система ҡыҫандарында алып барыла, йәғни скауттар (scout) ойошмалары аша; ҡағиҙә булараҡ, был ойошмалар клубтарға һәм союздарға (лигаларға) берләшкән. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ир балалар айырым, ҡыҙҙар айырым ойошҡан – бойскауттар һәм гёрлскауттар тип аталалар. Уларҙың иң тәүге лигалары ХХ быуат башында уҡ төҙөлгән; хәҙерге мәлдә ундай лигалар һәр штатта бар, уларға 8 йәштән 18 йәшкәсә бала-саға һәм үҫмер ылыҡтырыла. Хатта тулы булмаған мәғлүмәттәр буйынса, АҡШ-та скауттар хәрәкәтендә 4,1 миллион бойскаут, 2,6 миллион гёрлскаут ҡатнаша. Барса скаут лигалары илдең скауттар союзына берләшкән. Уның юғары етәксе һәм координацион органы булған Милли комитетҡа эшҡыуарҙар, финансистар, сәйәсмәндәр, шулай уҡ руханиәт һәм юғары ғәскәри етәкселек вәкилдәре инә.
Скауттар союзының программаһында төп иғтибар балаларҙы хәрби әҙәбиәт һәм матбуғат менән таныштырыуға, мемориаль комплекстар һәм музейҙарға барыуға, хәрбиләштерелгән уйындарға, ғәскәри техника менән таныштырыуға, физик күнегеүҙәргә, экстремаль шарттарҙа иҫән-имен ҡалыу ысулдарын өйрәнеүгә, марш-ынтылыштар, походтар ойоштороуға һ.б. йүнәлтелгән. Илдең ҡораллы көстәре етәкселеге үҙҙәренең объекттарын, базаларын, уҡыу-әҙерләү үҙәктәрен, полигондарын скауттар менән эшләү өсөн биреп тора, хәрбиҙәр скауттар менән дәрестәр, күнегеүҙәр үткәреүҙе, иң мөһиме, әлбиттә, матди-техник яҡтан тәьмин итә. Хәрби частарҙа һәм ғәскәри берләшмәләрҙә даими рәүештә “Скауттар көнө” ойошторола: үҫмер­ҙәргә һәм йәштәргә ғәскәри техника менән танышырға, ҡорал менән эш итергә, һалдаттар, сержанттар һәм офицерҙар менән туранан-тура аралашыу мөмкинлеге бирелә.
Күренеүенсә, АҡШ-та дәүләт, беҙҙең илебеҙҙән айырмалы, йәмәғәт ойошмаларына хәрби әҙерлек өлкәһендә лә ифрат ҙур ярҙам итә. Шуныһы ҡыҙыҡ, унда ла, беҙҙең илдәге кеүек, дәүләт уҡыу йорттарында, мәктәптәрҙә хәрби әҙерлек ойошторолған. Американың юғары уҡыу йорттарында Мәғариф, Оборона министрлыҡтары һәм Милли ҡораллы көстәр етәкселеге тарафынан ойошторолған офицерҙар әҙерләү курстары эшләй, ә мәктәптәрҙә махсус кадеттар кластары бар. Шул система АҡШ-та йөҙ йылдан ашыу бер өҙөклөк­һөҙ эшләй.
Ә беҙҙә иһә дәүләт етәкселеге алмашыныуы менән бар тәрбиә һәм мәғариф системаһы “реформалар”ға барып бата. 95 йыл элек большевиктар идараға килгәс, В. Ленин хөкүмәте всеобуч (дөйөм мәжбүри уҡытыу) иғлан итә (1918 йылдың октябре). Уның нигеҙендә дөйөм мәжбүри хәрби әҙерлек тә ойошторола. Был аңлашылалыр: ҡаты граждандар алышы осоро бит! Һуғыш-алыштар тамамланғандан һуң, 1923 йылдың 23 авгусында РСФСР Реввоенсоветы үҙенең фарманы менән “День призывника” – ғәскәри саҡыраҡ көнөн иғлан иткән. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң, американдарса, мәктәптәрҙә башланғыс хәрби әҙерлек (НВП) уҡыу предметы итеп индерелә. Ләкин “үҙгәртеп ҡоролош” заманында емергес реформалар башлана. 1992 йылдың 10 июлендә Рәсәй Федерацияһында “Мәғариф тураһында” федераль закон сыҡты. Ошо ҡанун буйынса, “Хәүефһеҙ йәшәү эшмәкәрлеге нигеҙҙәре” (ОБЖ) тигән предмет индерелде һәм ғәскәри хеҙмәткә саҡырылыуға тиклемге әҙерлек системаһы юҡҡа сығарылды. Хәйер, һуңғы дәүләт стандарттары буйынса уҡыу-уҡытыу программаһында “Хәрби хеҙмәт тураһында” бүлек ҡаралған да ул, ләкин ғәмәлдә һөҙөмтәһе нисек булыр инде. ҡарап ҡарарбыҙ, йәмәғәт.
ҡыҫҡаһы, ғорурлығыбыҙҙы аҙыраҡ сикләп, сит-ят яҡтарҙа аҡыллы эш итеүселәрҙән үрнәк алайыҡ, уларҙың алдынғы тәжрибәләрен өйрәнәйек һәм файҙалы үҙләштерәйексе, тимәксемен.

Рияз МӘСӘЛИМ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”