RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Донъя селтәре һеҙҙең тормошта ниндәй роль уйнай?

28.09.2012 Донъя селтәре һеҙҙең тормошта ниндәй роль уйнай?

Интернет, интернет, тип ауыҙ йәйеп уға дан йырларға ғына ҡалды. Был нәмә коммунизм заманында булһа, мотлаҡ махсус йырҙар яҙылыр ине ул. Бөгөн нисектер оптимистарса йырларға онотоп та барабыҙ. Ә ысынлап та, интернет һеҙҙең тормошта ниндәй роль уйнай? Замана кешеһенең яуабы, әлбиттә, бер төрлөрәктер инде. Һүҙ – гәзит уҡыусыларға.

Азат НАСИБУЛЛИН, уҡыусы:
– Интернет – минең өсөн көн һайын ҡуллана торған нәмә. Мәктәптән ҡайтыу менән “Бәйләнештә” сайтына инмәһәм, кем менәндер юҡ-бар тураһында аралашып алмаһам, күңелем булмай. Нимәлер етмәгән кеүек.
Мин генә түгел, хәҙер атайым менән әсәйем дә компьютер алдына ултырырға ашҡынып тора, дүрт йәшлек һеңлем генә, бәләкәйерәк булғанлыҡтан, ҡыҙыҡһынмай. Мәктәптә лә интернеты булмаған класташым юҡ, уҡытыусылар үҙҙәре дәрес һайын тиерлек интернет тураһында һөйләй.

Земфира КҮСЕМОВА, ике бала әсәһе:
– Бер балам уҡыусы, икенсеһе – студент. Уларға интернет мотлаҡ кәрәк. ҡыҙыҡ күреп, үҙебеҙ ҙә файҙаланабыҙ. Бына, мәҫәлән, йәйен сит илгә сығырға булдыҡ та, бөтөн кәрәкле мәғлүмәтте интернет аша уҡып белдек. Сауҙа менән булышҡан күршебеҙ йыш ҡына әйберен интернеттан тәҡдим итә. Файҙалы инде, файҙалы.
Ә бына зарары хаҡында бер ҙә уйланған юҡ. Былай, хәбәрҙәр ишетелеп ҡала инде – кемдеңдер балаһының күҙе насарайған, берәүҙең башы йыш ауырта ла, быны шул компьютер алдында оҙаҡ ултырыуҙан күрәләр. Беҙ иһә балаларҙы улай оҙаҡ ултыртмайбыҙ. Дәрестән ҡайт­ҡас, ярты йә берәр сәғәт ултырып алалар. Шулай өйрәттек.

Рената УСМАНОВА, йәш дизайнер:
– Уҡый башлаған сағымды хәтерләйем – дизайнер булырға бәләкәйҙән хыялландым, уға ҡағылышлы бөтөн нәмәне беләм дә һымаҡ, әммә практик дәрестәргә әҙерләнгәндә ҡапыл ғына эште нимәнән башларға белмәй баҙап ҡала торғайным. Шул саҡтарҙа компьютер алдына ултырҙым. Моғайын да, интернет булмаһа, заманса дизайндың серҙәренә төшөнөргә бер теләгем генә етмәҫ ине. Йәшәһен виртуаль донъя биргән ғилем!
Был – интернеттың миңә ярҙам иткән бәләкәй генә бер өлөшө. Ыңғай мәғлүмәт эҙләй белһәң, ошонда тотош тормош дәресе алырға мөмкин. Әлбиттә, быныһы һәйбәт тә түгелдер: әммә һуңғы ваҡытта әҙәбиәт менән дә тап интернетта ғына танышам. ҡулға китап тотоп уҡыуы яҡшыраҡ икәнен аңлайым да ул, тик интернетта анһатыраҡ.

Венер КӘЛИМУЛЛИН, эшсе:
– Юҡ, юҡ һәм тағы бер тапҡыр юҡ! Ғүмеремдә лә ҡулланмаясаҡмын ул нәмәне. Бер иптәшем ыңғайына компьютер янында ултырып ҡараным, бер ҡыҙығын да тапманым. Аралашҡан булалар, күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеүгә етәме? Кәрәкле мәғлүмәтте эҙләй башлаһаң, ҡырҡмаһа ҡырҡ кәңәш килеп сыға, төрлөлөктән башың әйләнә. Унан килеп, бер туҡтауһыҙ нисек эстәге майҙы бөтөрөргә, нисек гел дәртле булырға тигән кеүек юҡ-бар мәғлүмәт, билдәле шәхестәр тураһында әшәке яҙмаларға осрайһың да йәшәге килмәй башлай. Бығаса интернетһыҙ ҙа көн итә алдым, нимәгә ул аҡса туҙҙырып…

Айсын АҡБУЛАТОВА яҙып алды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”