RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ух-х, шәп, Интернет!

28.09.2012 Ух-х, шәп, Интернет!

Бөгөн күптәр тормошон интернет­һыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайҙыр. Айырыуса йәштәр шул мөхиткә башы менән барып сума ла көнө буйына сыға алмай ултыра. Интернетты юҡҡа ғына үрмәксе ауы менән сағыштырмайҙар. Күҙгә күренер-күренмәҫ ептәрен үрә лә үрә.
БөтӘ Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, илдең халҡының 40 проценты самаһы интернетты даими ҡуллана. Был күрһәткес урынында тормай, йәғни үҫә бара. ҡайһы берәүҙәр фаразлауынса, 30 йылдан халыҡтың 95 проценты виртуаль донъяла сәйәхәт итәсәк. Яңы тыуған сабыйҙар ситтә ҡалыр ҙа, компьютер мониторынан яҙыу күрмәҫ, бармаҡтары “төрткө-мышка”ға көсө етмәҫ ҡарт-ҡоро ғына ҡалыр. Булмаҫ тимә был хәл.
Ни өсөн интернет шулай популярлашып китте һуң әле? Беренсенән, ул беҙҙең өсөн яңылыҡ. Ә һәр яңылыҡты беҙ башкөлләй ҡабул итергә өйрәнгәнбеҙ. Етмәһә, һәр кешенең тормошо мотлаҡ ҡәнәғәтләндерә торған ихтыяждарҙан ғибәрәт. Интернет тап шулар­ҙы хәл итә икән дә.

Аралашыу ихтыяжы

Кешегә кеше кәрәк. Туғаны булһынмы ул, күршеһеме йә бөтөнләй ятмы – бары тик кеше был донъяла япа-яңғыҙы ғына булмаһын. Бәғзеләр сәғәттәр буйы аралашырға ярата. Әммә тыңлаусы булыу ғына шарт. Интернет тап ошонда ярҙамға килә лә инде. “ВКонтакте”, ”Одно­классники” кеүек социаль селтәр­ҙәрҙе генә алайыҡ. Йөҙәрләгән, меңәрләгән дуҫыбыҙ бар, көн һайын яңылары, хатта бөтөнләй белмәгән-күрмәгәндәре дуҫ булырға теләй. Ошо сайттарға инеп, кәрәк кешене йәһәт кенә табырға мөмкин. Бөгөнгө йәштәр ошонда табышып ҡауышырға ла күп һорамай. Кем әйтмешләй, ялҡауҙың ғына “бите” юҡ бөгөн әлеге селтәрҙәрҙә. Тик сама тигәнде онотабыҙ йыш ҡына.

Белем алыу

Интернетҡа барып инәһең дә, йәнең теләгән өлкәнән үҙеңә кәрәкле мәғлүмәттәрҙе табаһың. Бер ҡараһаң, үтә лә анһат. Ул биргән ғилемдең ысынлап та үҙеңә файҙалы булыуын уйларға ғына ҡала.
Һин шәп хужабикә һәм өйҙәгеләреңде яңынан-яңы аш-һыу менән ҡыуандырыр­ға яратаһың икән, рәхим ит, ниндәй генә рецепт юҡ бында.
Ә уҡыусы менән студентҡа кәрәкле әҙәбиәт, реферат, курс эштәре, иншалар, һүҙлектәр…
Ниндәй генә форумға яңылыш ҡына ла барып инһәң, һиңә башың тубал булыр­ҙай материал биреп “сығаралар”.
Белергә теләгән барлыҡ закондарҙы интернеттан ятлап алыу мөмкинлеге бар.
Бөгөн өлкәндәр ҙә тартыла бында. Өләсәйҙәр теленә интернет жаргондары килеп инә. Ошо арҡала хатта ейән-ейәнсәрҙәр менән мөнәсәбәттәре лә яҡшыра.
Көләмәс итеп һөйләнгән бер хәл дә бар бит. Биш йәшлек бала бармағын ҡырҡҡан да, ҡанды нисек туҡтатырға, ғөмүмән, был яралы бармаҡ менән нишләргә икәнен белер өсөн, интернетҡа ингән, үҙенә кәрәкле мәғлүмәтте тапҡан һәм өлкәндәр күреп өлгөргәнсе бармағын бәйләп тә ҡуйған.

Ял ихтыяжы

Әлбиттә, ысын ял итеү өсөн тәбиғәт, саф һауа, концерт, театр кеүек урындар нығыраҡ тура киләлер. Шулай ҙа бөгөнгө заман кешеһе тап виртуаль донъяла ял итергә күнегеп бара. Унда ла шул уҡ концерт ҡарарға мөмкин, фильмдары ла йәнең теләгәне бар, ә уйындары һуң! Сәйәхәт итергә яратаһың икән, ситкә сығырға форсатың булмаһа, әйҙә, интернеттан ғына теләгән илеңә «осоп» барып ҡайт. Йә ысынлап юлға сығырға булһаң да, күпме файҙалы мәғлүмәтте компьютерҙан алырға була. “Дүрт мөйөшлө йәшник” башты ҡатыра-ҡатырыуын, уның ҡарауы, күңелең булһа ла ял итә.
Эш, өҫтәмә эш

Интернет аша төрлө вакансиялар барлығын да белеп була, уныһы бер кемгә лә сер түгел. Ә бына хәҙерге йәштәрҙең күбеһе бында бизнес та асып ебәрә. Тырышлыҡ, оҫталыҡ һәм уңышҡа ынтылыш ҡына булһын, замандың ғәжәп бер машинаһында тау аҡтарырға ла мөмкин. Өйөңдә ултыраһың, компьютерың бар, интернетҡа тоташа алаһың – әйҙә, үҙеңә оҡшаған шөғөлдө һайла ла, алға. Беҙҙең әйләнә-тирәбеҙҙә шулай миллионлаған һум эшләгән кешеләр ҙә йөрөй. Берәүҙәргә иш янына ҡуш булырҙай эше лә бара. Нимәлер һатырға йә һатып алырға теләһәң дә бөгөн иң шәп дуҫың интернет була ала.

Интернетлы Рәсәй

Рәсәйҙә интернет көнө 1998 йылдан билдәләнә. Ул саҡта ҡулланыусылар һаны бер миллион самаһы була, “.SU” - Soviet Union домены теркәлә. Ә СССР тулыһынса тарҡалғас, домен бөгөнгө кеүек ”.RU” булып китә. Һәр илдең үҙ интернет байрамы бар. Шуныһы ла ҡыҙыҡ – 27 ғинуарҙа донъяла Халыҡ-ара интернетһыҙ көн дә билдәләнә.
Интернет иреклегенә килгәндә, Рәсәй ярым ирекле интернетлы һанала. Был юҫыҡта 50 ил тикшерелгән, уларҙың 19-ында селтәргә тоташыу йәһәтенән төрлө сикләүҙәр булдырған закондар эшләй. Исемлекте Эстония башлай. Унан АҡШ, Германия килә. Беҙҙең ил – 30-сы урында.

Ә шулай ҙа…

Ул булмаған саҡта ла йәшәгәндәр. Бөгөн күпме бысраҡлыҡ, аҙғынлыҡ, ришүәтселек шул виртуаль донъя ауында тарала. Балаларҙы күпме бысраҡ сайттар­ҙан яҡлай алмайбыҙ. Улай ғына түгел, тотош халыҡтарҙы ошонда “ҡырабыҙ”. Иҫегеҙгә төшөрөгөҙ әле, Өфөнөң бер сайтында өс-дүрт кеше ултырып, башҡорттарға күпме яла яҡты, мыҫҡыл итеп маташты.
Әле сағыштырмаса яңыраҡ нәмә булғанға компьютерҙың зарарын да аңлап етмәйбеҙ. Сәғәттәр буйына шуға текәлеп ултырабыҙ ҙа ултырабыҙ. Уның беҙҙең энергияны алыуын уйлап та бирмәйбеҙ, ә күпме электр энергияһын сарыф итә ул?! Файҙаһын күреп, зыяны хаҡында уйларға әлегә форсатыбыҙ юҡ. Бармаҡтар клавиатураға етеҙ генә баҫып, кәрәкле сайтты таба, уның миллионлаған битенә инеп, күҙҙәр кәрәкһә, кәрәкмәһә лә ниҙер уҡып маташа, яҙылғандар оҡшамаһа, тел әрләй, йәлләтерлек булһа, йөрәк һыҙлай. Етмәһә, ниндәйҙер бер вирус та килеп эләкһә. Бына ҡайҙа ул стресс!










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”