RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Сабыйҙар һаулығын һаҡлаусы Өфитәр ағай

28.09.2012 Сабыйҙар һаулығын һаҡлаусы Өфитәр ағай

Сабыйҙар һаулығын һаҡлаусы Өфитәр ағай
Түрә булып та, сабатаһын түргә элмәгән кешеләр менән аралашыуы бигерәк оҡшай миңә. Әңгәмәсем Башҡортос­тандың атҡаҙанған табибы, атҡаҙанған уйлап табыусы, һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Өфө ҡалаһының 3-сӨ балалар поликлиникаһының баш табибы Рәшит Шәкирйән улы Ишбулатовтың ябай һәм асыҡ кеше булыуы хаҡында ишетеп белә инем. ҡайҙа ғына эшләһә лә, пациенттарына яҡшы мөнәсәбәте менән абруй яулай. Табиптың ялға ҡайтҡанын ишетеп, райондаштары ла уға күренеп ҡалырға тырыша.
Рәшит Шәкирйән улының холоҡ ныҡлығына, йәштәрсә теремеклегенә һоҡланырлыҡ. Оло яуаплылыҡты инде байтаҡ йылдар үҙ иңендә тартҡан тәжрибәле табиптың эшмәкәрлеге һәм тормош юлы күптәргә үрнәк.
Район үҙәгенән алыҫ урынлашҡан Шәрип ауылында донъяға килә ул. Төпкөл ауылда, әлбиттә, медпункт булмай, кешеләр, сирләп-нитә ҡалһа, күрше Хәмит ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пунктына мөрәжәғәт итә. Бәләкәй Рәшит тә бер мәл сәсрәп ауырып китә. Фельдшер Суфия апай Хәмиттән килеп малайҙы ҡарай, дарыуҙар бирә. Шунда уҡ аҡ халатлы апайҙың артынан ат саптырып килеп етәләр һәм уны ҡабаландырып алып сығалар – фельдшер ул йылдарҙа алтынға бәрәбәр була шул. Бәлки, тап ошо хәл бәләкәй баланың күңелендә, үҫкәс, табип булырға, тигән маҡсат тыуҙырырға сәбәп иткәндер?
Тиҙҙән ғаилә Хәмиткә күсеп китә. Төрлө белгестәр килә фельдшерлыҡҡа, тик береһе лә бында ҡалыу тураһында уйламай. Эшкә килгән урыҫтар ҙа була, улар башҡортса һупаларға өйрәнә-өйрәнеүен, ләкин күпмелер ваҡыттан ауылдан китеү яғын ҡарайҙар. Рәшит 8-се класты тамамлағас, фельдшер һөнәрен алып, ауыл халҡын дауалау хаҡында хыяллана. Башҡалар педагогия училищеһын һайлағанда, ул Белорет ҡалаһының медицина училищеһына һынауҙарҙы уңышлы тапшыра.
Белорет ҡалаһының махсус уҡыу йорттарының уҡытыусылары элек-электән төплө белем биреүе менән дан алған. Буласаҡ педагог булһынмы, медикмы, ҡорос ҡойоусымы, белореттар күберәк практик күнекмәләргә өҫтөнлөк бирә һәм студент саҡтан уҡ хеҙмәт юлын башлаған саҡта бик кәрәкле үҙаллылыҡ, үҙ-үҙеңә ышаныу тойғоһо барлыҡҡа килә. Рәшит Шәкирйән улы ла үҙенең тәүге остаздарын тик рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә ала. Фәнгә ҡарағанда практик белемдең көслөрәк булыуын берәү ҙә инҡар итмәҫ. Бөгөн инде атҡаҙан­ған табип тәүге практика көнөн былай хәтерләй. Студентты «Ашығыс ярҙам» станцияһына тәғәйенләйҙәр. Тәүге көн телефонға ҡарап, эстән генә, шылтырамаһа ярар ине, тип ултырған Рәшит телефон тауышынан ҡойолоп төшә. Ләкин тәүге күрһәткән медицина ярҙамынан һуң уның барлыҡ шикләнеү-ҡурҡыуҙары бөтөнләйгә юҡҡа сыға.
Диплом алғас, ике ай эшләгән егетте Совет армияһы сафтарына саҡыралар. Рәшиттең ҡул арты еңел була, унан һуң ауыл йәштәре бер-бер артлы медицина училищеһына уҡырға инә башлай. Һалдат итеген сискәс, уға лайыҡлы алмаш барлығына инанып, геройым артабан белем алыу маҡсатына үрләй. Теләген ғәмәлгә ашырып, Башҡорт дәүләт медицина институты студенты булыу бәхетенә өлгәшә. Гинекология буйынса субординатура үтеп, районға эшкә ҡайтырға йөрөгәндә, яҙмыш ҡушыуы буйынса уға бөтөнләй икенсе йүнәлеш яҙған булып сыға. Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтына директор булып тәғәйенләнгән Марат Аҙнабаев булдыҡлы йәш табиптарҙы үҙенә эшкә саҡыра. Яңы эш башлап торған офтальмолог үҙенә команда йыйырға ҡарар итә: «Килһәгеҙ, шат булырмын, кире уйлаһағыҙ, үпкәләмәм», – ти ул. Уның тәҡдименә ризалашыусылар иҫәбендә Рәшит Ишбулатов та була. Марат Тәлғәт улы үҙе менән операцияларға йөрөтөп, өс ай эсендә үҙ аллы скальпель тоторға өйрәтә. Тиҙҙән һәр береһенә тәғәйен темалар йөкмәтә, Рәшиткә балаларҙа күҙ ҡабағы төшөү һәм уны дауалау алымдары йүнәлешен тәҡдим итә. Был тема буйынса Р. Ишбулатов институтта эшләү дәүерендә етмешкә яҡын рационализаторлыҡ тәҡдиме индерә, уның уйлап табыуҙарының күбеһе хуплана, ә үҙе ғилми хеҙмәткәрҙән бүлек мөдиренә тиклем үрләй.
2005 йылда Өфө ҡалаһы Совет районының 3-сө балалар поликлиникаһына баш табип итеп тәғәйенләнә. Бындай вазифаға балаларға йөрәк йылыһын йәлләмәгән кеше генә һайланырға тейештер. Сабыйҙар менән эш итеүе икеләтә ҡатмарлы, сөнки бәләкәстәрҙең күңеле бигерәк һиҙгер, аҙ ғына һыҙланыуҙы ла улар үтә ауыр ҡабул итә. Сирле бала менән бергә ауырыуҙы еңеү, барыһын да йөрәгенән үткәреү, уның һаулығы хаҡында төндәр буйы йоҡламай уйланыу табиптың ҡанына һеңгән. Ауырыуға әйләнеп ҡарағы ла килмәгән мәлдәрегеҙ булдымы, тигән һорауға, бер ҡасан да, ти Рәшит ағай.
«Аҡбуҙат» журналында «Өфитәр ағай кәңәштәре», «Юлдаш» радиоһында күҙ нурын һаҡлау буйынса даими сығыш яһай, тынғыһыҙ хеҙмәттә йәмәғәт эштәренә һәр саҡ ваҡыт бүлә Рәшит Шәкирйән улы. Оҙаҡ йылдар әбйәлилдәрҙең Өфөләге яҡташтар клубын етәкләй. Райондаштары, табиптың кеше йәнле икәнен белеп, олоһо-кесеһе ярҙам һорап килә. Яңы эшенә күскән ваҡытта, Әбйәлилдә оҙаҡ йылдар район советы сәркәтибе булып эшләгән ағай килеп инә:
– ҡабул итеү бүлмәһендә ултырған ҡатын Әбйәлилдеке бит? – тип һорай.
– Эйе, Дауыттан.
– Һине, Рәшит, бер нисек тә төҙәтеп булмай, теге вазифаңда ла әбйәлилдәргә ярҙам итеүҙән бушаманың, – ти дәрәжәле ағай.
– Ә ниңә мине төҙәтергә? – тип яуап­лай табип. – ҡайҙалыр ҡул күтәреп кенә, «мөһим» ҡарарҙар ҡабул итеү менән шөғөлләнгәнсе, ысын эштәр менән яҡташтарыңа ярҙам итергә кәрәк.
Эйе, Рәшит Ишбулатовтың ситтә йәшәп тә, йәнтөйәген һис онотмауы, ваҡыты менән иҫәпләшмәйенсә, үҙ халҡына булышлыҡ итеүе күптәргә өлгө булырлыҡ. Тауҙарға, урмандарға ғашиҡ йән кендек ҡаны тамған ерҙең һауаһын бер аҙ һуламай торһа, хәле мөшкөлләнә барған төҫлө тойола. Шул саҡ машинаға ултырып ҡайтырға юлланам, Әбйәлилдең ғәжәйеп ылыҡтырғыс тәбиғәте ҡосағында яңынан тыуғандай булам, ти табип.
«Бер ҡайтҡанымда иртәнсәк уйланып ятам, мәйтәм, ниндәй изгелек ҡылырға? Район дауаханаһына барып бушлай ҡабул итеү ойошторорғамы икән, тим. Шул саҡ Асҡарҙағы балалар йорто иҫкә килеп төштө. ҡыҫҡаһы, көнө буйы балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙең күҙҙәрен тикшерҙем, береһенә – күҙлек, икенсеһенә дарыуҙар яҙып бирҙем. Барыһы менән дә танышып, аралашып алдым, күптәре аталы-әсәле етемдәр. Был учреждениенан йөрәгем һыҙлап сыҡты», – тип һөйләй Рәшит ағай.
Ғаилә хәленә килгәндә, хәләл ефете Фәниә ханым менән улар медицина институтында бер курста белем ала. Фәниә Әхмәҙулла ҡыҙы – Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, медицина-эксперт комиссияһы рәйесе булып эшләй. Икеһенең дә эше кеше ғүмерен ҡотҡарыу, ярҙам итеү, хәстәрлек күреү менән бәйле булғас, бер-береһенең күңел торошон аңлап, ҡәҙерен белеп, татыулыҡта ғүмер итә улар. Ишбулатовтар ике улға ғүмер бүләк иткән.
Ошо көндәрҙә Рәшит Шәкирйән улы үҙенең 60 йәшен билдәләй. Халҡым, киләсәк, тип йән атҡан сыҙам, ныҡлы рухлы, һөнәренә тоғро, изге йөрәкле шәхестең һәр әйткән һүҙе уйланырға мәжбүр итә һәм тормошта изге маҡсаттар, айыҡ аҡыл менән йәшәргә өндәй. Үҙен аямай, кешеләргә ярҙам итергә тырышҡан табипҡа ысын күңелдән уңыштар, ҡоростай һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”