RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һынаумы, хаталар хаҡымы?

28.09.2012 Һынаумы, хаталар хаҡымы?

Шундай бер сәхифәне ишеттем дә, күңелде өйкәп тик тора.
Бер ир әсәһен санаға ултыртып, ҡарттар йортона алып китеп бара, ти. Янында балаһы ла юрғалай. Ейән өләсәйгә ҡырын ғына ҡарап-ҡарап ала икән. Аҙаҡ килеп атаһына:
– Атай, был сананы, өләсәйҙе ҡалдырғас, ташламаҫһың. Юҡһа мин һине ҡарттар йортона нимәгә ултыртып алып барырмын? – ти бала.
Бына шундай ғибрәт. Хәйер, һәр кемдең был тормошта үҙ өлөшө. Халҡыбыҙҙың “Ни сәсһәң, шуны урырһың” тигән мәҡәле тап килеп кенә тора ошондай хәл-ваҡиғалар­ға.
Йәнә бер тормош күренеше.
Кәримә инәйҙең йыш ҡына күҙе-башы күгәреп йөрөй. Эй, йығылам да ҡуям, ҡартайғас ни, тигән булып һөйләнә үҙе, кеше араһына сыҡһа, күҙ йәштәре бына-бына тәгәрәп китер төҫлө. Эргә-тирәһендәгеләр эштең ниҙә икәнен белә. Үҙ балаһынан туҡмалып, шулай һыҙланып йөрөй ул. Инде ҡырҡҡа етеп килгән улы, әсәһе елкәһендә тиерлек йәшәп, эскегә бирелеп, үҙен тыуҙырған ғәзиз кешеһенә ҡул күтәреп, көнөн ифрат та мәғәнәһеҙ итеп йәшәй.
Бер бөртөк улым, тигән булып, үҙе шаштырҙы, ти күрше-тирәһе. Малай ике апаһы ҡурсыуында иркәләнеп үҫә. Әсәһе атай кешенән дә улына бер ҡырын һүҙ әйттермәй. “Эйе, бына, бер бөртөк улымды әрләп ҡарағыҙ”, – тип, теге бала эш боҙған һайын әсә күкрәк киреп яҡларға атыла. Бындай тәрбиәнең аҙағы ни менән бөтәсәген юҡ-юҡта уйлап йөрөгән ғаилә башлығы берҙән-бер көндө, улы егет ҡорона етеп килгәндә генә тотона өгөт-нәсихәт уҡырға: “Әҙ генә тәртипкә өйрән… Кеше нәмәһенә теймә… Үҙеңдән бәләкәй баланы ни тип туҡманың… Исмаһам, берәй һөнәр алырлыҡ булһа ла тырышып уҡыр инең…” Әммә һуң була. Ни мәктәпте йүнләп тамамлай алмай, ни эшләмәй, ни өйләнмәй улдары. Етмәһә, үҙенән өлкән эшһеҙ-ашһыҙ әтрәгәләм менән эсергә өйрәнә. Сираттағы тапҡыр лаяҡыл булып ҡайт­ҡас, әрләү түгел, һуҡрана ғына башлаған атаһына һуғып ебәреүҙән тартынмай. Ғүмере буйы ҡатынының һүҙенән сыҡмай, бер бөртөк улына ысын ирҙәрсә тәрбиә бирә алмаған атай кешенең йөрәге быны күтәрә алмай. Шулай, оҙаҡ та үтмәй, донъя менән хушлаша.
Инде апалары ла үҙ ғаиләләрен ҡороп, төп йорттан сығып киткәс, әрәмтамаҡ бөтөнләй иркенгә сыға. Тик бына ҡартайған әсәһе ҡамасаулай. Юҡ, пенсияһын да бирә, ашата-кейендерә, һаман тәртипһеҙ улын әпләп-бәпләүҙән бушамай. Әммә барыбер ҡамасаулай. Шулай тип ҡысҡыра йәш ир әсәһенә гелән: ”ҡасан тегендә китәһең инде, ялҡыттың бит мине, һинән арыным!”
Әсәй, меҫкен, нисек балаһын ялҡытҡанын да аңлап етмәй. “Һуң, ғүмер буйы ошо баламды ҡурсыным да баһа. Бар яҡшы нәмә уға булды. Башҡа малайҙар йәйен-ҡышын йорттағы ауыр эштәргә егелһә, был бит бер түмәр утын да ярманы, бер ҡаҙау ҙа ҡаҡманы. Барыһын да атаһы үҙе башҡарҙы. Әле ята донъя­лары ҡыйралып тигәндәй. Ярай әле, кейәүҙәре уңған, килһәләр, емертеп эшләп китәләр. Ә улы юлында арҡыры ятҡанды ситкә алып һалмай, абынһа абына, юҡ, йортта нимәлер эшләү уның өсөн артыҡ…” Ошондай уйҙар килә әсәнең башына. Килен тураһында ла хыялланған була. Әммә һирәк айныған улын өйләнеү ҡыҙыҡһындырмай ҙа, ахыры.
Балаһының тос йоҙроғо беренсе тапҡыр башына төшкән көндө иҫләй әсә. Улын келәттән итте алып сығып китеп һатып эскәне өсөн әрләмәксе булғайны. ҡыҙып китеп, тотто ла тондорҙо ҡоторған балаһы. Һуңынан, эй, ғәфү үтенде, хатта иҙәндә аунап йөрөгән булды. Уныһы бер спектакль генә булған икән.
… Яулығының осо менән ауыҙын ҡаплап, баҡса буйындағы эскәмйә­лә ултыра Кәримә инәй. “Әллә дөрөҫ тәрбиәләмәнемме икән был баланы? Әллә ауыр сирлеме икән?” – тип ҡысҡырып уйлағанын ара-тирә күршеләре лә ишетеп ҡалғылай.
Ғибрәт инде был күренеш, тип бот саба әсәне йәлләгәндәр. Бына шул саҡта йыш ҡына “ни сәсһәң, шуны урырһың” мәҡәле лә телгә алына.
Бая һүҙҙе ҡарттар йорто тураһында башлағайным. Рес­пуб­ли­кабыҙҙың бер бәләкәй ҡалаһында эшләгәндә Ололар көнө алдынан шундағы ҡарттар йортона бара торғайныҡ. Унда хакимиәт вәкиле барып, телмәр тота, бүләктәр, тәм-том биргән булалар, кемдәрҙеңдер балалары килә. Ана шул балалары килеүен бик тетрәнеп ҡабул итә торғайным. Нисек атаһын йә әсәһен ҡарттар йортона биргән был әҙәмдәр, тип аптырай инем. Тегеләр иһә бер ни булмағандай “ҡәҙерле”һен ҡосаҡлап ала, көлөшкән булалар. Ә аҙаҡ балалар ҡайтып китә, ә өлкән кеше тороп ҡала…
Үҙ-ара сөкөрләшкән булалар, байрам кәйефе йөҙҙәренә нур ҡундыра, әммә күҙҙәре ифрат та моңһоу ҡала. Шундағыларҙы йәлләүем... Һораша китһәң, ниндәй генә тарих ишетмәйһең. Берәүҙәр балаһына йөк булып йәшәргә теләмәй, берәүҙәренең фатиры ҡыҫын­ҡы, бында тиңдәштәре менән еңелерәк, ҡайһыларының балалары бик алыҫта йәшәй, йә ата-әсәһен ҡарар­ға теләмәй, бәғзеләр шыпа яңғыҙ. Ә балалары, үҙ сиратында, аҡланырлыҡ икенсе сәбәптәр таба: был инәй кейәүен күрә алмай, шуға бында килергә теләгән, анауы бабай әбейе тере саҡта холоҡһоҙ булған да, балалары бәхетһеҙ бала саҡтары өсөн үс алырға була ошонда ҡалдырған, тегенеһе… Ғөмүмән, яныбыҙҙа ҡатмарлы ғүмер кисергән кешеләр ни тиклем күп икәненә инанаһың. Инанаһың да, киләсәктә ни булырын белә алмағанлыҡтан, хатта ҡотоң осоп ҡуя. Йәш саҡта, көслө саҡта бирелһен дә һынауҙар, ҡартай­ғас, бәхеттә генә йәшәйһе ине…

Айсын АҡБУЛАТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”