28.09.2012 Бәшмәк бөттө
Быйыл бәшмәк ҡотороп уңды. Был тәбиғәт бәрәкәтенең ямғыр яратыуын беләбеҙ, тап ул үҫкән ваҡытта ямғырҙар ҙа мул ғына яуҙы. Хәҙер баҙарҙа бәшмәк һатылмай тиерлек, ара-тирә майлы бәшмәк кенә күренгеләй. Уның хаҡы тәүҙә 60 – 70 һум тирәһе булһа, хәҙер 80 – 100 һумға күтәрелгән. Шулай ҙа республикала үтәсәк ауыл хужалығы йәрминкәләрендә бәшмәк һатылыр тип көтәбеҙ.
Түбәндәге таблицала хаҡтар баш ҡаланың Үҙәк баҙары миҫалында 27 октябргә ҡарата бер килограмм аҙыҡ-түлеккә бирелгән.
Хаҡтар – һумда
Картуф 15 – 20
Һуған 15 – 22
Кәбеҫтә 17 – 25
Кишер 18 – 25
ҡыҙыл сөгөлдөр 15 – 20
Персик 65 – 80
Нектарин 60 – 80
Виноград 45 – 75
Слива 55 – 65
“Колхозница”
сортлы ҡауын 25 – 30
“Торпедо” сортлы ҡауын 45 – 52
Анар 85 – 100
ҡарабойҙай ярмаһы 35 – 37
Дөгө ярмаһы 35 – 42
Һыйыр ите 270 – 330
Һарыҡ ите 300 – 350
Тауыҡ ите 85 – 130
Тауыҡ боттары 95 – 100
Ауыл эремсеге 110 – 130
Лилиә СИРАЕВА.