21.09.2012 Сәйер, юҡ, намыҫлы журналист!
Журналист һөнәре нимәһе менән ҡыҙыҡ – төрлө кешеләр, төрлө һөнәр эйәләре менән осрашаһың, уларҙың холоҡ-фиғеленә ситтән ҡарап баһа бирәһең, ҡайһы бер ваҡыт инде ғәҙәти кешенән дә “йондоҙ” яһап ҡуяһың. Ләкин үҙеңдең коллегаларың – журналистар бындай баһаны бик һирәк татый. Журналистика өлкәһендәге Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика хөкүмәт премияһына быйылғы дәғүәселәр араһында “Ағиҙел” журналының бүлек мөхәррире Мәхмүт Хужиндың да исем-шәрифе булыуы, мөмкинлектән файҙаланып, уның ижадына баһа биреү өсөн ҡулға ҡәләм алырға мәжбүр итте лә инде.
Ғәҙәттә, шәхсән кемдер йәки уның хеҙмәте, эше, ижады хаҡында яҙғанда барлыҡ сағыштырыу эпитеттары эшкә егелә, улар ысынбарлыҡҡа тап киләме-юҡмы, әммә бөҙрә һүҙҙәрҙе теҙәбеҙ генә. Мәхмүт ағай тураһында яҙырға йөрьәт иткәс тә, уның бындай шаштырыуҙарға, арттырыуҙарға һис кенә лә мохтаж түгеллеген күңелең менән тояһың. Сөнки ул журналистикала ғына түгел, йәмғиәттең үҙендә лә, башҡорт әҙәбиәте классигы әйтмешләй, күптәр өсөн сәйер кеше. Уның сәйерлеге шунан ғибәрәт: барса халыҡ, шул иҫәптән коллегалары ла “шаршамбы, шаршамбы” тип ҡысҡырғанда ла ул “бөгөн бит йома” тип әйтәсәк. Йәки башҡа “дүртенсе власть” әһелдәре ҡалған властарҙың һәр сөскөргәненә “йәрхәмбикалла” тип йүгереп йөрөгәндә, ул утыҙ йылдан ашыу журналистика өлкәһендә туплаған тәжрибәһен, белемен эшкә егеп, үҙенең тос фекерен белдерә. Мәҫәлән, уның “Тубыҡланған килеш” (“Ағиҙел”, № 8, 2011 йыл) исемле аналитик мәҡәләһе менән танышҡандан һуң Рәсәйҙә граждандар йәмғиәтен төҙөү, ысынлап та, власть даирәләренең тырышлығына түгел, ә йәмғиәттең үҙенә бәйлелегенә ышанаһың. Кемдер уға сәйерһенеп ҡарай, кемдер күрмәмешкә-белмәмешкә һалыша. Сөнки ул бит “өйөр” ҡанундарына, барлыҡ норма тип һаналған традицияларға ҡаршы сыға. ә билдәле психология, педагогика, философия һәм медицина фәндәре докторы Мирзакәрим Норбеков яҙыуынса, норма − күпселек ҡабул иткән ғәмәл. Ул кешене мәңгелеккә кемдер билдәләгән сиктәргә индерә, ижадҡа юлды яба. ә инде ошо ҡанундарҙы ҡабул итеүселәр үҙҙәренән башҡасараҡ булған кешегә лә көсләп-көсләп нимә эшләргә кәрәклеген өйрәтә, тыңламаған осраҡта инде уға баҫым яһай башлай. Шуға күрә күптәр башҡалар кеүек үк ғәҙәти, йәғни нормаль кеше булып ҡалырға тырыша, бары тик уларға теймәһендәр, уларҙы борсомаһындар, уларҙы тыныслыҡта ҡалдырһындар, маҡтаһалар, бигерәк тә яҡшы... Ләкин Мәхмүт Хужин ошо норманан һәр саҡ ситтә тора. Уның үҙ фекере, үҙ ҡиблаһы, үҙ инаныуы, уҡыусыларына әйтер үҙ һүҙе бар. Уны бар иткән ошо төп һыҙаттар, ошо ныҡлы үҙәк барлыҡ мәҡәләләрендә лә сағылыш таба. Бәлки, хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләп китеүе лә уның публицистикаһына үҙ эҙен һалалыр. Ысынлап та, авторҙың ниндәй генә мәҡәләһен алып ҡараһаң да, унда һалҡын ҡанлылыҡ, анализ, киләсәккә ҡоролған фараздарҙы ғына күрергә мөмкин. Бәлки, ошо “ҡоролоҡ”, ҡайһы бер публицистарға хас булған күҙҙән йәштәр сығарырлыҡ хис-тойғоларҙан азат булыуында ла уның башҡалар кеүек түгеллеге тағы бер раҫлау табалыр. Сөнки уртаса статистика иҫәбенә ингән кеше өсөн уның мәҡәләләре күңелһеҙ, ҡоро, аңлайышһыҙ тойолоуы ихтимал. Был – тәү ҡарашҡа ғына шулай һымаҡ. Нигеҙҙә, М. Хужиндың мәҡәләләрендә, ул йәшәйешебеҙҙең ниндәй генә өлкәһен яҡтыртмаһын, ентекле анализ яһала. Һәм был анализ уның һәр фекеренең бер нисә рәсми сығанаҡтан килтерелгән факттар менән нығытылып, күтәрелгән проблеманан сығыу юлдары күрһәтелеп, “серәкәй морон төртөр” ек тә ҡалдырмай. 2010 йылдың йәйендә илебеҙҙең Европа өлөшөн бығаса күҙәтелмәгән көслө ҡоролоҡ, өҫтәүенә, ҡайнар һауа солғап алған мәлдә ул тәүҙә “Йәшлек” гәзитендә, унан һуң “Ағиҙел” журналында ошо күренештең сәбәптәрен асыҡлаған күләмле мәҡәләләре менән сығыш яһаны.
Ә бит шундай кимәлгә етеү, мәҡәләңә кире ҡағыуҙар булмаһын өсөн ҡануниәтте лә, граждан һәм журналист хоҡуҡтарын да яҡшы белергә, уларҙы эшеңдә урынлы файҙаланырға тейешһең. Мәхмүт ағайҙың мәҡәләләре тап шуның менән отошло ла инде. Ул ниндәй генә өлкәләге проблемаларҙы яҡтыртырға ҡулына ҡәләм алмаһын, тәүҙә ошо өлкәне яҡшылап өйрәнә, ошо тема буйынса үҙенә кәрәкле дәлилдәр, сағыштырыу өсөн материалдар туплай һәм фактура йыйылып бөткәс кенә эшкә тотона. Һәр хәлдә, үҙе тотонған өлкәлә һай ғына урында йөҙөп маташмай, ә төпкә үтеп, ҡолас ташлап “йөҙә”, шул уҡ ваҡытта батмау сараһын да (алдан әйткәнемсә, ҡануниәтте, Төп Законды эшендә яҡшы ҡуллана һәм шуға һылтана) күрә. Хатта үҙ мәҡәләләре менән ябай уҡыусыға ҡануниәт, үҙ хоҡуҡтарыңды белеү һәм ҡулланыу өсөн ниндәйҙер кимәлдә ликбез үткәрә. Уның “Елкә менән алға ҡарамайҙар”, “Милләт танытмаһы”, “Иҫке ауыҙҙан – яңы хәбәр”, “Закон бәхәскә урын ҡалдырмай”, “Эскерһеҙлек һәм мәкер”, “Бала күңеле – аҡ ҡағыҙ” кеүек исемдәре үк әйтеп торған яҙмаларының һәр береһендә ошондай мотивтарҙы күрергә мөмкин.
М. Хужин – үҙ намыҫы алдында һәр саҡ тоғро ҡалған журналист. Мәҡәләләренән күренеүенсә үк, уны һатып алып та, уға заказ биреп кәрәкле материал яҙҙырып та булмай. Дәүләттә ҡабул ителгән ҡануниәттә, бәлки, статьяларҙы үҙеңә кәрәкле юҫыҡта бороп та булалыр, әммә намыҫ кодексын теге йәки был яҡҡа борғолау мөмкин түгел. Шуға ла бер төрлө уйлап, икенсе төрлө һөйләп, өсөнсө төрлө уйлап эш итеүселәр өсөн ул сәйер булып ҡала. Ләкин уның тураһында гәзит-журнал уҡыусылар араһында: “Арабыҙҙа дәүләт күләмендә фекер йөрөтә, илдәге хәлдәргә тәрән анализ яһай, ил етәкселәренә ҡарата ла үҙ фекерен ҡыйыу әйтә алыусылар бар икән!” – тигән фекерҙәр яңғырай икән, тимәк, журналистың ҡиблаһы хаҡ. Тимәк, “Ағиҙел” журналы редакцияһы коллективы быйыл абруйлы премияға юҡҡа ғына уны тәҡдим итмәгән һәм Мәхмүт Хужин, ысынлап та, был наградаға күптән лайыҡ.
Зәйтүнә ЄЙЛЕ.