RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Заман ахырымы әллә?

21.09.2012 Заман ахырымы әллә?

йәки Юғары мәҙәнилек өлгөһө булған француздар аптырата
Кешелек ниндәй генә ҙур асыштар яһамаһын, ниндәй генә юғары технологияларҙы үҙләштермәһен, йыһан киңлектәрен ни тиклем алыҫтаныраҡ иңләмәһен, барыбер әҙәм заттары бер-береһе менән татыулыҡта, гармонияла йәшәй алмай. Ни өсөн тигәндә, ҡайҙа ла аңһыҙ, холоҡһоҙ, заман теле менән әйткәндә, одиоз бәндәләр осрай. Башҡортта “Бер бысраҡ һыйыр бөтөн көтөүҙе бысрата” тигән әйтем дә юҡҡа таралмаған ул. Ниндәйҙер аҡылһыҙҙың бер йүләр фекере ауыҙынан килеп сығыуы була, уны күтәреп алыу­сы, таратыусы осрай бит әле. Бына һуңғы көндәрҙә донъяла булып ятҡан хәл-ваҡиғаларға байҡау яһағанда тап шул уйҙар килә лә ҡуя башҡа.
Кеше өсөн бер изге нәмә лә ҡалманы, ахыры. Христиан ҡорамдарында йышайған тәртипһеҙлектәргә аптырап, бот сабырға ла өлгөрмәйбеҙ, артынан уҡ мосолмандарға таш ырғытыла. Әлбиттә, диндарҙар бер-береһенә ҡаршы һуғыша, тип кенә аңларға ярамай быны, милләт, дин-ара ыҙғыш ҡуптарырға маташ­ҡандар­ҙың дине лә, милләте лә юҡ. Теүәлерәге, улар ел ҡайҙа иҫә, ҡайҙа майлы ҡалъя – шунда йыйыла.
Бынау Франция аптырата. Бер нисә йыл элек мосолмандарға төрлө карикатуралар төшөргән баҫмалары тирәләй ғауға ҡупҡайны инде, әле шул “ижадсы”лар йәнә уянған. Донъяға бик күп билдәле шәхес, юғары мәҙәниәт өлгөләре биргән илдә хәҙер шундай көнгә ҡалдылар.
“Чарли Хебдо” (“Charlie Hebdo”) аҙналыҡ сатирик журналының Мөхәммәт бәйғәмбәргә карикатура төшөрөүен әйтәм. Үтә лә әхлаҡһыҙ һыҙғыланған “рәсем”де журналға урынлаштырған баш мөхәррир Стефан Шарбонье әйтеүенсә, быны улар кешене аптыратыр өсөн эшләгән. “Бындай һүрәттәр ҡуймаһаҡ, бөтөнөһөн дә тыйһалар, беҙ нисек журнал сығарайыҡ?!” – тигән, етмәһә, күҙен күккә ҡаратып.
Был ислам диненә ҡаршы махсус төшөрөлгән фильмға протест белдереү сигендә үткән акцияларға тағы ла ут өҫтәргә теләгән кеүек килеп сыҡты.
Ә Франция Премьер-министры Жан-Марк Эро карикатураға ҡарата үҙенең фекере менән, ошондай һүрәттәргә тыныс ҡарауын әйтеп, йәнә бер тапҡыр аптыратты. ”Беҙҙең илдә һәр кем фекерен белдерергә хоҡуҡлы һәм ул һаҡлана ла. Беҙҙә карикатуралар баҫыу иреклеге бар, граждандарға был оҡшамаһа, судҡа бирһендәр”. Моғайын да, Рәсәй түрәләре улай тип әйтмәҫ ине. Хатта эстән генә уйлаһалар ҙа. Илеңдәге халыҡтарҙың дини инаныуҙарынан көлөү аҡыл байлығын күрһәтмәй инде ул, бәлки, киреһенсәлер.
Мосолмандар күпләп йәшәгән Францияла (65 миллион халыҡтың алты миллионы) ошондай күренештәр бер бөгөн генә түгел. ҡайҙа бара XXI быуаттың юғары цивилизациялы кешеләре?..

Айсын АҡБУЛАТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”