18.09.2012 Телем, телкәйем
Баш ҡаланың Салауат Юлаев майҙанында башҡорт телен яҡлау буйынса акция үтте.
“Күк бүре”, ”Аҡтамыр”, ”Туған тел” ойошмалары вәкилдәре, уҡытыусылар, буласаҡ уҡытыусыларҙан бер төркөм пикетҡа “Теле юҡтың – иле юҡ”, ”Закрытие школ – уничтожение нации”, ”Не дадим нарушать закон РБ об обязательном изучении башкирского языка!” тигән плакаттар менән килгәйне. Һуңғы арала йәмәғәтселек тарафынан проблема күтәрелеп, милли мәғариф тирәләй сығыштар, ултырыштар, “түңәрәк өҫтәл”дәр, ил, республика етәкселегенә хат юллауҙар, БР мәғариф министры менән осрашыуҙар йышая бара. Һуңғыһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетында ойошторолған осрашыу хаҡында гәзитебеҙҙең үткән һандарының береһендә яҙып сыҡҡайныҡ.
Халыҡта, утһыҙ төтөн сыҡмай, тигән әйтем дә бар. Күпме генә, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүҙә проблема юҡ, тип ышандырырға маташһалар ҙа, инде бер нисә йылға һуҙылған “аһ-зар”ҙар, башҡорт теле уҡытыусыларының эшһеҙ ҡалыуы, дәрестәрҙең ҡыҫҡартылыуы, моғайын да, һауанан алынған күренеш түгелдер.
Айсын АҡБУЛАТОВА.