18.09.2012 Дөрөҫлөк даулауҙан ҡурҡмаҫҡа
IX Йәш журналистар фестивалендә ҡала-райондар һәм республика гәзиттәре редакцияларынан йәш белгестәр бөгөнгө журналистикаға ҡағылышлы көнүҙәк проблемалар буйынса фекер алышырға, билдәле ҡәләм оҫталары, публицистар менән осрашырға һәм үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашырға ҡорға йыйылды.
Иң тәүҙә быйылғы фестивалдең дуҫтарса йылы, шул уҡ ваҡытта эшлекле шарттарҙа үтеүен билдәләп китеү мөһим. БР Президенты Хакимиәте башлығы урынбаҫары Аббас Ғәлләмов, БР элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов, уның урынбаҫары Марат Ғәзизов, «Республика Башкортостан» гәзитенең баш мөхәррире Эльза Хорева, «Комсомольская правда» гәзитенең мөхәррир урынбаҫары Станислав Шахов менән ойошторолған «түңәрәк өҫтәл»дә йәш белгестәр «ҡәләм акулалары»н йотлоғоп тыңланы. «Власть, матбуғат, йәмғиәт» темаһына арналған һөйләшеүҙә журналистарҙы бер ниҙән дә ҡурҡмайынса дөрөҫлөктө таптырырға өндәнеләр. Сер түгел, ысынбарлыҡты яҡтыртыу еңел түгел, бигерәк тә район гәзитендә эшләгән йәш хәбәрсе өсөн. Һинең өҫтөңдән мөхәррир, уның өҫтөнән идара органдары һәр фекереңде энә күҙәүенән үткәрә, оҡшамаһа, ҡурҡытып-янарға ла тартынмай. Күптәрҙең башынан үткәндер, үткер ҡәләмле журналистарҙы етәкселәр бигүк яратып бармай, бигерәк тә элекке стандарттарҙы ҡулланыусылар. Урындағы етәкселәр район гәзиттәрендә үҙҙәренә «уңайлы» булған кешеләрҙе башлыҡ итеп күрергә теләй, ә лайыҡлыларҙы түгел.
– Чиновниктарҙан ҡурҡып, иң мөһиме, халыҡты алдамағыҙ, бының менән проблема хәл ителмәсәйәк, ә аудитория алдында һеҙ бары ышанысығыҙҙы юғалтасаҡһығыҙ, – тине Аббас Ғәлләмов. – Власть өсөн эшләмәгеҙ, ә уҡыусы өсөн эшләгеҙ, күҙ буяған мәҡәләләрҙән алыҫ тороғоҙ.
Муниципаль органдар етәкселәре менән хеҙмәттәшлек итеү, мәҡәләләрҙә рәсми тел ҡулланыу, ниндәйҙер сығанаҡтан мәғлүмәт ҡулланғанда һылтанма биреү хаҡында һөйләшеүҙәр ҡыҙыу бәхәстәр тыуҙырҙы.
Һуңғы йылдарҙа беҙҙең һөнәр кешеләре, бигерәк тә ир-егеттәр, аҡсалыраҡ, килемлерәк эшкә күсеүҙе хуп күрә. Китеүселәр араһында көслө, ҡыйыу һүҙле, башҡаларҙы үҙ артынан әйҙәй, йәмәғәт фекерен формалаштыра белгән журналистарҙың булыуы әсендерә. Бынан инде кадрҙар резервының өҙөклөгө килеп тыуа. Бөгөн республикала күп кенә район гәзиттәренең оҙаҡ ваҡыт башлыҡһыҙ булыуының сәбәбе – тап мөхәррирҙәр мәктәбенең юҡлығында. Күп йылдар эшләп, лайыҡлы алмаш табылмау сәбәпле, пенсия йәше етеп, һаман хаҡлы ялға китмәгән мөхәррирҙәр ҙә юҡ түгел. Дөрөҫөн әйткәндә, кеше проблемаһын яҙабыҙ, хәл итергә тырышабыҙ, тик беҙҙе кем уйлаясаҡ һәм яҡлаясаҡ?! Бәләкәй эш хаҡы, уҡытыусылар йәки медиктарға кеүек айырым шарттарҙың булмауы, сүп өҫтөнә сүмәлә, тигәндәй, яҡын киләсәктә көтөлгән оптималләштереү – барыһы ла борсой беҙҙе. Элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедовҡа был хаҡта һорауҙар яңғыраны.
– Редакцияларҙың ведомство ҡарамағына тапшырылған мәленән алып ҡараһаң, журналистарҙың хәле тик яҡшыға ғына үҙгәргән, тимәк, барыһы ла яҡшы буласаҡ, юҡҡа борсолмағыҙ, – тине Борис Николаевич.
Мәскәү нәшриәт университеты ректоры Константин Антипов үҙе етәкләгән юғары уҡыу йорто хаҡында һөйләне. Уның әйтеүенсә, Башҡортостандан килгән студенттар нәшриәт университетында иң яҡшылар иҫәбендә. «Әгәр ҙә Башҡортостан Республикаһы һәм университет араһында белгестәрҙе маҡсатлы әҙерләү хаҡында килешеү төҙөлә ҡалһа, мин һеҙҙекеләрҙе оло кинәнес менән уҡырға аласаҡмын», – тине Мәскәү ҡунағы. Константин Валерьевичтың сығышы ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, хатта йәш журналистар араһынан был уҡыу учреждениеһында икенсе юғары белем алырға теләк белдереүселәр булды.
БР Президенты Хакимиәтенең ижтимағи-сәйәси идаралығы мәғлүмәт-аналитика бүлегенең баш белгесе Елена Куцуева йәш блогерҙар өсөн «Гәзиттән – интернетҡа» тип аталған оҫталыҡ дәрестәрен мауыҡтырғыс уҙғарҙы. Фестивалдә ҡатнашыусылар интернетта нисек итеп уҡыусыларҙы ылыҡтырыу тураһында бик күп файҙалы кәңәштәр алды.
Ике көн дауамында барған форумда йәш ҡәләм оҫталары «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының радиотапшырыуҙар студияһының баш мөхәррире Тәнзилә Үлмәҫбаева һәм тарихи-публицистик тапшырыуҙар бүлеге начальнигы Искәндәр Сәйетбатталовтың лекцияларын тыңланы. Алдан иғлан ителгән «Cәйер кеше» темаһына иң яҡшы мәҡәлә конкурсында «Учалинская газета» хәбәрсеһе Эльза Скрипченко еңеүсе тип табылды, ә икенсе урынға Өфө ҡалаһынан Гүзәл Ғирфанова лайыҡ булды. Район-ара ижади берекмәләрҙең фотогәзиттәре ярышында көньяҡ берекмәһенең журналистары иң бай һәм сағыу стенд хужалары тип иғлан ителде. Икенселә төньяҡ булһа, өсөнсө урынды көньяҡ-көнсығыш район-ара ижади берекмәһе алды. Интернеттағы «Йәш журналистар клубы»нда актив эшмәкәрлек өсөн «Йәшлек» гәзитенән Лилиә Хәлитова һәм Баймаҡ районының «Һаҡмар» гәзите хәбәрсеһе Айбулат Ишназаров бүләкләнде. Әйткәндәй, «Сәйер кеше» конкурсы йыл аҙағында уҙасаҡ Матбуғат балына тиклем дауам итә, ситтә ятып ҡалмағыҙ, ҡатнашығыҙ, дуҫтар!
Шуныһы ҡыуаныслы, быға тиклем клуб ағзалары «Йәш журналистар фестивале» тикшереүендә ҡатнашып, быйыл фестивалдең уҙғарыу форматы буйынса төрлө фекерҙәрен яҙған ине. Ойоштороусылар йәштәрҙең тәҡдимдәрен иғтибарға алған, етешһеҙлектәрҙе юҡҡа сығарырға тырышҡан.
– Үткән йылдарҙағы фестивалдәргә ҡарағанда, быйыл ойоштороуҙа яңылыҡтар күп ине, ә һәр төрлө яңылыҡ ҡыҙыҡлы була. Быға тиклем осрашыуҙарҙа етәкселәр менән сәхнәнән рәсми рәүештә аралашһаҡ, был юлы үҙенсәлекле «галстукһыҙ» һөйләшеү барҙы. Район-ара ижади берекмәләр конкурсы, ошо берекмәнән булып та, бер-береһен белмәүсе йәш журналистарға танышырға, үҙ-ара тупланырға оло сәбәп тыуҙырҙы. Сараны матур ойошторғандары өсөн БР Журналистар союзына һәм «Өмет» гәзитенә ҙур рәхмәт, – тине бер тауыштан «Йәш журналистар клубы»ның әүҙем ағзалары Гүзәл Ханбәкова («Кумертауское время») һәм Миләүшә Нуретдинова («Кугарчинский вестник»).
«Сара бигерәк оҡшаны, их, киләһе йыл тағы осрашып булһа ине», – тип таралышты йәш журналистар.
Л. ТАШБУЛАТОВА.