RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Урмансы һөнәрен тергеҙһәләр ине

14.09.2012 Урмансы һөнәрен тергеҙһәләр ине

Урмансы һөнәрен тергеҙһәләр ине
Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында йәшәүсе Өлфәт Вәлиәхмәт улы Ғәлиәхмәтов та был көндәрҙе байрам тип ҡабул итеүселәрҙән буласаҡ: бына инде тиҫтә йылдан ашыу ул үҙенең хеҙмәт юлын урмансылыҡ менән бәйләгән. «Тапалған» хәбәр булһа ла, әйтеп үтәйем инде: Өлфәт ағай йортон да һалған, ағасын да ултыртҡан, ир балаларҙы ла тәрбиәләп үҫтергән – берәү түгел, өсәүҙе! Хеҙмәте Башҡортостан урман хужалығы министрлығының Маҡтау ҡағыҙҙары, шулай уҡ Баймаҡ район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнгән.
– Үҙем Баймаҡ районының Күсей ауылында тыуһам да, Иҫке Сибайҙа үҫтем. Шунда мәктәпкә барҙым, ошо ауылдан әрме хеҙмәтенә алындым, ошондағы «Сибай» совхозына тракторсы булып эшкә төштөм. 1996 йылда, вакансия барлыҡҡа килгәс, миңә урмансы эшен тәҡдим иттеләр. Ваҡыт үткән дә киткән: хәҙер инде «Баймаҡ урмансылығы» дәүләт бюджет учреждениеһында мастер булып эшләйем. Был вазифаны 2008 йылдан башҡарам.
– Урмансы «икмәге»н ниндәй көс менән табып була?
– Беҙҙең ил күргәндәрҙең барыһын да башҡалар менән бергә күреп барҙыҡ: аҡсаһыҙлығын да, билдәһеҙлеген дә тигәндәй. Хәҙер, коллегаларыма ҡарайым да, тик тәбиғәткә, үҙенең эшенә тоғро булғандар ғына ҡалған икән, осраҡлы кешеләр тороп ҡалмаған, тип уйлап ҡуям. Эшкә килгәндә, беҙҙең өҫкә урман массивтарын һаҡлау, план буйынса ағас диләнкәләрен билдәләп бүлеү һәм, әлбиттә, яңы ағас үҫентеләрен ултыртыу йөкмәтелгән. Яланлы урман зонаһы булғас, беҙ ағас үҫентеләрен күпләп ултыртмайбыҙ: быйыл 5 гектар майҙанда ағас ултыртһаҡ, киләһе йылға планда 10 гектар үҫентеләр ултыртыу ҡаралған. Элегерәк йылына 30 гектарлап үҫенте ултырта инек. Тик, һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡ касафатымы, көндәр эҫе тороу­ҙанмы, ағас үҫентеләре йүнләп үҫеп китә алмай ултыра, шуға эс боша.
Урманды һаҡлауға килгәндә, быныһы иң мәшәҡәтлеһе. Үкенескә, беҙҙә кеше урман­ға, ғөмүмән, тәбиғәткә ял итергә сыҡһа, ут менән һаҡһыҙ ҡылана, йә артынан ҡалған сүп-сарҙы йыйыштырмай. Һирәкләп булһа ла осрап торған әҙәпле туристарҙы ихтирам итәм: усаҡ урынын да, сүп-сарҙы ла күмеп, урындарын йыйыштырып китә ундайҙар. Быйыл Байыш янында сыҡҡан ҙур янғынға, мәҫәлән, тап шул ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу сәбәпсе. Бесән әҙерләүселәр, сапҡыстарын йүнләп көйләмәү сәбәпле, бесәнгә ут ҡаба йәки тракторҙың торбаһынан осҡон сыға. Тәмәке тартыуҙан да тәбиғәт зыян күрә: янғындарҙың бер өлөшөндә улар ҙа ғәйепле. Ғөмүмән, урманды ҡырҡыу, сүп-сарға күмеү кеүек тәртип боҙоуҙарға ҡаршы эске эштәр бүлеге, прокуратура менән берлектә эшләйбеҙ. Төркмән ауылы участковыйы Нәзир Атанғолов, уның коллегаһы Рәил ҡасҡынов, үҙебеҙҙең ауылдың участковыйы Айнур Сибаев – был егеттәр урман­ға һаҡсыл ҡарашлы булыуҙары менән айырылып тора. Беҙ урман һаҡлағанда уларҙан һәр саҡ ярҙам­ға өмөт итә алабыҙ.
– Байрам алдынан берәй хыялығыҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.
– Эшкә ҡағылышлы хыялым – урмансылар штатын ҡайтарһындар ине! Элегерәк, беҙҙең Сибай урмансылығында ғына 17 урмансы бар ине, ауыл һайын тиерлек. Урманды рөхсәтһеҙ ҡырҡыуҙы киҫәтергә, халыҡты өмәләргә йәлеп итергә, шул уҡ янғындарҙы һүндереүҙе ойошторошор­ға – барыһына ла өлгөрәләр ине. Хәҙер иһә Әбйәлил районынан алып Ирәндек тауҙарының был яғындағы Хәйбулла райо­нына тиклемге ерҙәрҙе, бөтәһе 11 000 гектарҙан ашыу ерҙе, лесничий Илдус Сәфәрғәле улы Бикбаев менән икәүләп кенә күҙәтеп, ҡарап торорға мәжбүрбеҙ. «УАЗ» машинаһына ултырып алаһың да, аҙнаһына бер нисә тапҡыр 100 – 150 саҡрым араны үтеп, хужалыҡты байҡап сығаһың. Штаттан тыш ярҙамсыларыбыҙ бар ҙа ул. Тик улар даими аҡса алып, үҙҙәрен яуаплы тойоусы хеҙмәткәр түгел бит инде, ни тиһәң дә. Шуға күрә, урмансыларҙың һөнәрен тергеҙһәләр ине, тип хыялланам.

Илшат ҡансурин әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”