14.09.2012 Заманса журналист ниндәй булырға тейеш?
Иглин районының «Ташлы» һауыҡтырыу-күңел асыу комплексында IX республика йәш журналистар фестивале асылды. Сараны РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы, БР полиграфистар ассоциацияһы, БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы ярҙамында БР Журналистар союзы һәм «Өмет» гәзите редакцияһы ойошторҙо.
Быйыл йәш журналистарҙың һорауы буйынса фестивалдең форматы бер аҙ үҙгәртелде. Ғәҙәттә, сарала матбуғат конференцияһы, лекциялар, республика гәзиттәре буйлап экскурсия ҡаралһа, быйыл программаға блогерҙар өсөн мастер-класс кеүек төрлө яңылыҡтар индерелгән.
Сараны «Өмет» гәзитенең баш мөхәррире Рәдис Ғилван улы Ноғоманов асып ебәрҙе. Артабан «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Шамил Вәлиев заманса журналистиканың йәш журналисы ниндәй булырға тейешлеге темаһына фекерҙәрен еткерҙе.
− Журналисҡа бөгөн ирекһеҙҙән мультимедиалы булырға тура килә − муйынға фотоаппарат эленгән, бер ҡулда − ҡәләм, икенсеһендә ноутбук − сөнки заманса журналистика тиҙлек талап итә. Һуғыш йылдарында йырланған «Хәрби корреспондент йыры» бик актуаль: «лейка» һәм блокнот, ә ҡайһы саҡта пулемет менән, тигән юлдар бөгөн йәш журналистың һөнәри әҙерлеген билдәләй, − тине Шамил Рәмзил улы. Ул тағы интернет-мәғлүмәт һәм гәзиттәге жанрҙарҙы сағыштырыу, заманса журналистикаға уҡыусының ышанысы ниндәй булыуы хаҡында һөйләп үтте.
БР Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков йылдан-йыл йәш журналистар фестивале кимәленең үҫә барыуы, йәш коллегаларының әүҙемләшеүе уңайынан ҡыуанысын йәшермәне:
− Быйылғы фестивалдә ҡатнашыусылар араһында яңы ҡәләм оҫталарын күреүгә шатмын. Беҙҙең, тәжрибәле журналистарҙың, үксәһенә баҫып килеүселәр бар икән, тимәк, республика журналистикаһының киләсәге лә бар.
Сарала ҡатнашыусыларҙы ике көн дауамында ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, һөйләшеүҙәр һәм тәжрибә уртаҡлашыуҙар көтә. Йәш журналистар фестивале хаҡында мәҡәләне киләһе һанда ентекләберәк уҡырһығыҙ.
Әлфинә ӘБДИЕВА, ҡырмыҫҡалы районының «Кармаскалинская новь» гәзите хәбәрсеһе:
− Минең эш тәжрибәм барлығы 11 йыл булһа ла, тәү тапҡыр фестивалгә килдем. Сараның программаһы менән танышып сыҡҡас, бик ҡәнәғәт ҡалдым. Күберәк заманса журналистика алымдарын өйрәнеү буйынса темаларға баҫым яһалған, ысынлап та, был беҙҙең өсөн бик кәрәк. Гәзит матбуғаты менән интернет матбуғаты араһында ниндәйҙер ярыш бара. ҡайһы берәүҙәр, тиҙҙән ҡағыҙ матбуғаты юҡҡа сығасаҡ, тип «күҙаллай». Был хәлде булдырмаҫ өсөн, беҙгә заман технологияларынан ҡалышмаҫҡа, гәзитте һүндермәҫкә тигән бурыс ҡуйыла, тиһәм, һис яңылышмаҫмын.
Альберт РӘХИМОВ, Архангел районының «Инйәр» гәзите хәбәрсеһе:
− Мин был фестивалгә ҙур өмөттәр бағлап килдем. Тәү сиратта, йәш коллегаларым, тиҫтерҙәрем менән туйғансы аралашырға, тәжрибә уртаҡлашыу теләге менән янам. Бөгөн журналистикала яңы тармаҡ − заманса технологиялар тармағы үҫешә. Һәм был йүнәлеште юлға һалыу өсөн тап беҙ, йәштәр, яуаплы. Тимәк, ваҡыт менән бергә атлау хаҡында беҙгә һөйләшәһе, бер-беребеҙҙән өйрәнәһе, кәңәшләшәһе һүҙҙәр байтаҡ.
Алиса Фәтхиева, ҡыйғы районының «Беҙҙең ҡыйғы» гәзитенең хаттар бүлеге мөдире:
− Бөгөнгө көндөң медиатулҡыны бик етеҙ, саҡ ҡына унан артта ятып ҡалһаң, ҡыуып етеүе еңелдән түгел. Мин ғаилә хәле буйынса ике йылдан ашыу журналистиканан ситләшеп торҙом. Декрет ялынан һуң эшемә сыҡҡас, бер аҙ көсөргәнеш кисерҙем. Сөнки коллегаларым һөнәри квалификация буйынса күпкә алға киткәйне. Миңә ныҡ ҡына тырышырға тура килде. Ә фестивалгә барырға тәҡдим иткәйнеләр, шатланып ризалаштым. Беренсенән, башҡа район-ҡалаларҙан килгән коллегаларым менән танышыу, бер-беребеҙҙең эш шарттарын сағыштырыу булһа, икенсенән, был сара һөнәри оҫталығымды күтәреүҙә ҙур ярҙам буласаҡ. Мин бында тәүгә, фестиваль хаҡында бик яҡшы фекерҙәр ишетергә тура килгәйне, ниһайәт, унда үҙемә лә ҡатнашырға насип булды.