RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йәш урам һепереүселәр курсы

09.10.2010 Йәш урам һепереүселәр курсы

Йәш урам һепереүселәр курсыЕгет кешегә етмеш төрлө һөнәр аҙ булһа, ҡатын-ҡыҙға ҡырҡы ла етерме икән, тип баш вата торғас, урам һепереүсе булып эшләп ҡарарға булдым. Һәм эште оҙаҡҡа һуҙмай, ҡыҙыуында торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа шылтыраттым, шулай ҙа шулай, йәнәһе лә, халыҡты бәхетле иткем килә, алығыҙ мине урам һепереүсе итеп! Урам һепереүселәрҙең сағыу йәшел униформаһын кейергә рөхсәт итһен өсөн етәксене оҙаҡ өгөтләргә тура килер, тип уйлағайным, әммә ул тиҙ генә ризалашты ла ҡуйҙы: «Әлбиттә, килегеҙ!» Тик иртәнге татлы йоҡо баш бирмәне, сәғәт етенән торорға үҙемде күндерә алманым (урам һепереүселәрҙең эше шулай иртә башлана). Төш мәлендә лә биләмәне йыйыштырып булыр, таң менән бысраҡҡа батып ятмайҙыр, тип үҙемде-үҙем тынысландырып, намыҫты әүрәтеп, будильникты һүндереп үк ҡуйҙым. Йоҡо туйғас, ғәйепле рәүештә эшкә ел­дерҙем. Директор юҡ ине, шуға ла үҙ белдегем менән үҙемде Альбина Абдразаҡова бригадаһына билдәләнем дә участкаға һыпырттым.
Әйткәндәй, һепертке миңә бигерәк килеште, шуны тотоп тыуғанмынмы ни! Ләкин уны ҡулыма алыу менән кешеләр миңә иғтибар итмәй башланы. Йәғни һеперткеһеҙ урамда йөрөгәндә ирҙәрҙең – һоҡланып, ҡатын-ҡыҙҙарҙың бер аҙ көнләшеп ҡарағанын йыш һиҙә торғайным, ә бында әфлисун төҫөндәге жилетта мин күҙгә күренмәй торған кешегә әйләндем дә ҡуйҙым шикелле. Асфальттың өлөшөмә төшкән метрҙарын һепергәндә, халыҡ ағымы янымдан ғына аҡты, әммә кешеләр йә күҙен йәшерҙе, йә башын ситкә борҙо. ҡайһы тирәм оҡшамағандыр – этем генә белһен.
Уның ҡарауы, бригадала мине күптәнге таныштарындай яҡшы ҡабул иттеләр. ҡатындар, бик матур ваҡытҡа эләктең, тиеште: «Зәһәр ҡышҡы көндә лә, әлһерәткес эҫе йәй көнө лә эшләүе берҙәй ауыр». Баҡтиһәң, һөнәр­ҙең бөтә «гүзәллеген» татый алмайым, имеш! Шулай ҙа бының өсөн артыҡ көймәй, рәхәтләнеп һепертке менән һелтәүемде белдем. Тәүҙә күрше-күлән алдында сүп-сар һауыттары янында һепертке менән йөрөү бер аҙ уңайһыҙыраҡ тойолһа ла, аҙаҡ яңы статусыма күнегеп киттем, хатта оҡшай башланы. Барыһын да бер аҙ тулҡынланырға мәжбүр иткән Лужков та бит карьера баҫҡысын урам һепереүсе һөнәренән башлап ебәргән. «Тодес» бейеү төркөмөнөң етәксеһе Алла Духова ла заманында тыныс ҡына ихаталар һепереп йөрөгән. Ә һуң илебеҙ Президенты Дмитрий Медведев? Ул да бит юридик практикаһына тиклем дворник булып эшләгән. Коллегаларым да мине илһамландырып ебәрҙе: «Бындай темп менән һөнәрҙәрҙе алмаштыра башлаһаң, тиҙҙән директор ҙа булып ултырырһың әле!» Ә кемдең етәксе булып эшләгеһе килмәһен? Барыһыныҡы ла килә. Бер кемдең дә һепертке тотоп йөрөгөһө килмәй, ә ҡултыҡ аҫтына портфель ҡыҫтырып йөрөргә тиһәң, ҡуш ҡына! Балаларын урамға алып сыҡҡан әсәйҙәр ҙә ана: «Мәктәптә насар уҡыһаң, дворник булып эшләрһең», – тип янай. Нишләп беҙҙең халыҡта, урам һепереүсе булып эскеселәр, эт ялҡауҙары, һәләт­һеҙҙәр генә эшләй, тигән инаныу көслө икән? Ә минеңсә, һәр эш ни бары эш кенә булып ҡала, әҙ ҙә түгел, күп тә түгел. Һәр хәлдә, урлашып, кеше талап йәшәмәйһең, икмәкте намыҫлы хеҙмәтең менән эшләп ашайһың. Совет заманында ла байтаҡ артист, рәссам, башҡа ижад әһеле кочегар йә урам һепереүсе булып эшләргә яратҡан. Береһенең дә ҡулы ҡоромаған, таланттарын эсеп юҡҡа сығармағандар, барыһы ла тиерлек үҙ юлын тапҡан, ижадта үҙ һүҙен әйткән (ә инде кемдең үҙ һүҙе булмаған, уларҙың үҙҙәренә үпкә). Ә бәлки, уларға һепертке менән саф һауа һәләттәрен асырға ярҙам иткәндер? Ә ниңә, көндәр буйы эш ҡоралың менән тегеләй-былай һелтәнеп, уйҙарыңа сумып, яңғыҙың йөрөгәндә, бәлки, баш та шәберәк эшләй башлайҙыр?! Мин, мәҫәлән, үҙемдең асфальтымды таҙартҡанда Менделеевтың бөтә таблицаһын тиерлек иҫкә төшөрҙөм. Шуға ла берәйһе дворниктың эшен хурлыҡлы тип атай икән, улар – ҡупымдар! Исмаһам, тәүҙә бер көн һепертке, көрәк тотоп йөрөп ҡараһындар ҙа, аҙаҡ, бәлки, һөйләшербеҙ...
– Ә һин маладис, эшкә шәпһең! – Тырышлығымды күреп, һепертке буйынса иптәштәрем мине маҡтаны. – Артабан да шулай тырышһаң, премия ла алырһың әле!
– Ой, ә мин эш хаҡы тураһында һорарға онотҡанмын! – Маңлайыма шапылдатып һуҡтым. – Күпме алырмын икән эшем өсөн?
Яуап күңелемде һүрелдерҙе... Хатта эшләгем килмәне. Биш мең һум аҡса өсөн таң менән тороп япраҡ, ҡар, боҙ менән көрәшеп, Буратиноның атаһы Карло кеүек егелеп эшләргәме? Математика мәктәптәге иң яратҡан фәндәремдең береһе ине, шуға ла әле алынмаған аҡсаны бүлә лә башланым: тимәк, фатир өсөн (ут, һыу, йылылыҡ менән бергә) – ике мең һум, интернет һәм телефон – яҡынса алты йөҙ, балаларға – бер мең, тағы ла бер мең һум икмәккә һәм һөткә, бөтә башҡа нәмәгә ни бары дүрт йөҙ һум аҡса ҡала. Ә ниндәй аҡсаға кейенергә? Ә йәшелсә? Ә емеш? Тәмлекәстәр?! Бер һүҙ менән әйткәндә, ике сәғәттән мин үҙемдең итексе эшемде һағына инем. Тағы ла бер сәғәттән, һеперткене, сүп-сар йыйған тоҡто ташлап, ҡасып булһа ла өйгә ҡайтҡым килде. Сабып ҡайтыр ҙа, душ аҫтында саңды йыуғас, рәхәтләнеп кенә йылы тәпешкәләремдә ноутбук алдына килеп ултырыр инем, тип хыяллана торғас, ысынлап та, саҡ ҡайтып китмәнем. Әммә намыҫым артабан эшләүемде үтенде. Тыңламай сара юҡ, башҡалар ыңғайына баш баҫып эшләргә тура килде.
Ел уйнатҡан япраҡтарҙы йыйғанда, Өфөләге саң һурҙыр­ғыстар иҫкә төштө. Хәтәр уңайлы бит! Ә былай япраҡтарҙы һепер ни, һепермә ни, ел шаярып осороп алып тик йөрөй. Көҙ ҙә урам һепереүселәргә бик үк рәхәт мәл түгел икән. Тәмәкеселәрҙең дә күплеге хайран итте: ун биш минут эсендә беҙ бригадир менән өс подъезлы йорттоң балкондары аҫтынан ярты тоҡ тәмәке төпсөгөн һепереп алдыҡ! Күпме аҡса елгә осҡан, милләтебеҙҙең һаулығына ниндәй зарар килтерелгән – иҫәпләп ҡаранығыҙмы?!
Беҙҙең бригада дөйөм участканы таҙартып ҡуйғас, һәр кем үҙенең ихатаһына таралды. Ныҡ арыһам да (һепертке лә ул ҡәҙәре еңел күренмәне, иңбашты тартты ғына), һөнәрҙең бөтә ауырлыҡтарын батырҙарса күтәреп, мыжымай ғына бригадир артынан һөйрәлеп киттем. Ф. Достоевскийҙың билдәле романында төп герой Раскольников һорай бит әле: «Вошь ли я, как все, или человек? Тварь ли я дрожащая или право имею?». Мин дә шул һүҙҙәрҙе эстән генә ҡабатлай-ҡабатлай, бер йорт янында көнбағыш сирткән үҫмерҙәргә өндәштем: «Егеттәр, ишек алдын бысратырға оят түгелме? Бында яңыраҡ ҡына урам һепереүсе йыйыштырғайны, ә хәҙер, ҡарағыҙ, тағы бысраҡ». Үҙемдең бригаданы яҡлап, ирешергә, талашырға ла әҙер инем, әммә улар ауыҙымды астырып ҡуйҙы: «Оят! Бирегеҙ бында һеперткегеҙҙе, таҙартып ҡуяйыҡ». Йәш быуындың шулай аңлылыҡ күрһәтеүенән күҙгә йәштәр килеп тығылды хатта. Бына бар бит яҡшы, тәртипле балалар! Юғиһә ҡайһы бер оятһыҙ өлкәндәр, күҙеңә ҡарап, аяҡ аҫтыңа сүп-сар ташлай: «Йыйыштырығыҙ, һеҙ шуның өсөн аҡса алаһығыҙ!». Әйтерһең дә, беҙ шуның өсөн миллион һум алабыҙ. Етмәһә, үҫеп килеүсе быуынды ла шуға өйрәтәләр: «Уларға яҡшыраҡ бит, эшһеҙ ултырмаҫтар». «Башҡаларҙың хеҙмәтен хөрмәт итегеҙ» йәки «Таҙартҡан ерҙә түгел, бысратмаған ерҙә таҙа» тиер урынға... Үкенескә күрә, аң, мәҙәниәт кимәле түбәнерәк шул күпселектә. Ышан­майһығыҙмы? Шулай булыр тип уйланым да! Шуға ла иренмәйенсә, алдан уҡ арифметикаға мөрәжәғәт итеп ҡуйҙым: автобус туҡталышында ярты сәғәт тороп, биш йәш әсәнең газонға кәнфит ҡағыҙын, һағыҙ, һут ҡабын ташлағанын, ун ике ир-егеттең тәмәке төпсөгөн тротуарға һелтәп киткәнен иҫәпләнем. Ә бит һәр нисә метр һайын сүп-сар һауыты тора ине. Бына шулай.
Әйткәндәй, Рәсәй журналистикаһы (әллә Учалы торлаҡ-коммуналь хужалығымы?) саҡ ҡына минең йөҙҙә ауыр юғалтыу кисермәне: аяҡтарҙы саҡ һөйрәп өйгә ҡайтып барғанымда, дүртенсе ҡаттан картуф ҡабыҡтары тултырылған пакет осто, һәм ул минең аҡыллы башыма килеп эләгер ине, әгәр ҙә ялтанып өлгөрмәһәм. Ауыр пакет янымда ғына гөрһөлдәп ергә сәселде. Һеҙ ышанмаҫһығыҙ, әммә мин, арыһам да, йыртылған пакетты сүп-сар һауытына алып барып ташланым – ҡалабыҙ таҙа булһын, тим.


Баныу ҡАҺАРМАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”