RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » МАТУРЛЫҠ ТАРАТЫУСЫ

11.09.2012 МАТУРЛЫҠ ТАРАТЫУСЫ

МАТУРЛЫҠ  ТАРАТЫУСЫ
Һамар башҡорто Раҡия апайҙың ҡул йылыһы һеңгән картиналарҙы, сәскәләрҙе ситтән дә килеп һораусылар күп
Раҡия Хазарованы Һамар өлкәһенең Оло Чернигов районы мәҙәниәт йортоноң алдына килеп туҡтау менән үк танығайным. Юҡ, быға тиклем был ханым менән таныш та түгел инек, әле тәүге тапҡыр күреүем. Ғөмүмән, күрше өлкәгә редакция йомошо менән тәүгә килдем.
Мәҙәниәт усағы Оло Чер­ниговтың үҙәк майҙанында урынлашҡан. Хакимиәткә, баҙар­ға, сауҙа нөктәләренә йомош-юлға килгән халыҡ бихисап бында. Шулай ҙа тормош мәшәҡәттәре менән мәж килгән йөҙәрләгән кеше араһында ниндәйҙер йылылыҡ бөркөп, үҙенә тартып тора ине Раҡия ханым.
− Беҙҙе көтә торғанһығыҙҙыр инде, Раҡия апай, – әйтеүен-әйттем дә, баҙап ҡалдым. Апай тип өндәшкәнгә үпкәләмәнеме икән? Беҙҙең алда йылмайып торған ханымға апай йәше бирерлек тә түгел һымаҡ.
− Башҡортостандан булһағыҙ, һеҙҙе көтәмдер инде, – Раҡия ханымдың тауышы ла иҫ киткес яғымлы икән дә. Әйтерһең дә, аяҙ көндө сылтырап ҡына ағып ятҡан Оло Ырғыҙ йылғаһының көмөш сыңы ҡолаҡты иркәләй.
Раҡия Алтынбай ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡанға ҡәҙәр мәктәптә эшләгән. Сабый сағынан тынғыһыҙ кеше олоғайғас та йортоноң дүрт стенаһына бикләнеп ултыра аламы ни? Раҡия ханым да мәҙәниәт йортонда эш башлаған. “Оҫта ҡулдар” түңәрәген етәкләй ул. Бында балалар ғына түгел, урта йәштәрҙәге кешеләр ҙә, ололар ҙа теләп йөрөй.
− Төрлө конкурстарҙа дәррәү ҡатнашабыҙ, − тип, стеналарын үҙенең ҡулы аҫтында шөғөлләнеүселәрҙең күҙҙең яуын алырлыҡ эштәре биҙәгән кабинеты менән таныштыра Раҡия Хазарова. – Районда, өлкәлә ойошторолған бер генә мәҙәни сара ла беҙҙән башҡа үтмәй. Бигерәк тә балалар төркөмө менән эшләүе күңелле.
Раҡия апай хеҙмәт юлын, ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алғас, мәктәптә уҡытыусы булып башлаған. Шуға ла әле булһа балалар яҡындыр инде уға.
− Ун ете генә йәшлек ҡыҙҙы Хәсән мәктәбенә уҡытырға ебәрҙеләр. Күҙ алдына килтерегеҙ әле, – Раҡия Алтынбай ҡыҙы рәхәтләнеп көлә. – Аҡыл булмаһа ла, төҫ-баш, Аллаға шөкөр. Минән дә белемле кеше юҡ һымаҡ ине мәктәптә, бөтәһен дә белгән кеүекмен.
Үҙем атлап та йөрөй белмәйемсе, гел генә, мейес өҫтөнә ҡайнатырға ҡуйған һөтө ташҡан кешеләй, сәбәләнеп, йүгереп йөрөйөм. Мәктәптән ҡайтҡас, көйәнтә менән һыуға барам. Һыу тулы биҙрәләремде күтәреп, урам буйлап һабантуйҙа ярышҡан ҡыҙҙар кеүек сабам. Шунан, туҡтап торам да, уйлайым – туҡта әле, Раҡия, һин бит уҡытыусы, һауалыраҡ ҡына баҫып, яй ғына үт әле урамдан.
Үҙҙәренең ауылынан Ғарифулла исемле егеткә тормошҡа сыҡҡас, әлеге шул тынғыһыҙ күңеле Өфөгә алып китә Раҡия Алтынбай ҡыҙын. Өфөгә килеүенең сәбәбен ул үҙенсә аңлата.
− Бер йылы беҙҙең яҡтарға Таңһылыу Күсимова етәкселендәге экспедиция килгәйне. Ырғыҙ, Кәрәлек буйҙарында йәшәгән башҡорттарҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеп, йыр-моңдарын, риүәйәттәрен яҙып йөрөнөләр. Шул саҡта Таңһылыу апай мине уҡырға саҡырып китте лә инде. Шулай барып төштөм Башҡортостанға. Баҙар, вокзал, милиция тигән һүҙҙәрҙән башҡаны белмәгән ҡыҙға ауыр булды, әлбиттә, тәүге мәлдәрҙә. Таңһылыу апайға, Әҙеһәм ағай Исҡужинға әле булһа оло рәхмәтлемен, үҙҙәренә һыйындырҙылар, ауыр саҡта ярҙам иттеләр, ҡулыма эш бармаған саҡтарҙа аҡыллы кәңәштәренән айырманылар.
Һамар ҡыҙы Башҡорт дәүләт педагогия институтының рус филологияһы факультетына ситтән тороп уҡырға инә. Сессияға барыу өсөн генә лә бер осҡа алты йөҙ саҡрымдан ашыу юл үтергә кәрәк. Ныҡыш Раҡия бирешмәй, институтты яҡшы билдәләргә генә тамамлай.
− Ғарифуллам менән утыҙ дүрт йыл иңгә-иң терәшеп йәшәнек. Бик йомарт күңелле кеше булды. Балалар өсөн өҙөлөп торор ине. Ике ул һәм бер ҡыҙ үҫтерҙек. Әлеге ваҡытта ҡыҙыбыҙ Рима Августовка ауылында донъя көтә. Кинйә улыбыҙ Булат Санкт-Петербургта Попов исемендәге хәрби диңгеҙселәр институтында белем ала. Тик бына Ғарифуллам да, уртансы улым Барис та баҡыйлыҡта хәҙер. Икеһе лә пар аҡҡоштар кеүек эйәртенешеп, бер-бер артлы ғына фани донъянан китте лә барҙы, – Раҡия Алтынбай ҡыҙының әле генә нур бөрккән күҙҙәрендә ысыҡ тамсылары кеүек йәштәр барлыҡҡа килде.
Иңенә төшкән әҙәм күтәрә алмаҫлыҡ ҡайғыларҙан Раҡия Алтынбай ҡыҙын әлеге шул хеҙмәт ҡотҡара. Эш араһында спорт менән шөғөлләнергә лә ваҡыт таба. Йылдың ниндәй генә миҙгеле булыуға ҡарамаҫтан, һалҡын һыу менән ҡойона. Таң һарыһы менән йүгереүҙе лә ғәҙәт итеп алған. Мәҙәк хәлдәргә лә осрап ҡуя. Бер шулай, ҡояш сығыр-сыҡмаҫтан, Раҡия апай урман яғынан йүгереп ҡайтып килә. ҡаршыһына ат арбаһына хужабикәһен, бер итәк бала-сағаһын ултыртып, бесәнгә юлланған сыуаш күршеһе тап була. Эргәләренән йүгереп уҙып киткән ыңғайға, арбалағылар, фарман алған кешеләр шикелле, ауыҙ-морононан быу сығарып барған ҡатын артынан борола. Шул ваҡыт, әллә тәгәрмәстәре соҡорға эләгә, әллә, барыһы ла бер яҡҡа ауышыуҙы күтәрә алмай, арбалары ҡырынайып, ауа ла китә быларҙың. Күршеләре ҡала шунда саң араһында ятып, ә Раҡия ғорур баҫып, ауыл яғына ыңғайлай.
Раҡия ханым үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгенә йөрөргә лә ваҡыт таба. Райондағы, өлкәләге һәр бер милли мәҙәни сарала уларҙың “Тыуған моңдар” халыҡ фольклор ансамблен көтөп алалар.
Дүрт балаға өләсәй ҙә әле Раҡия Алтынбай ҡыҙы. Шуларҙы башҡортса бейергә, йырларға өйрәтә. Заманында әсәһе Гөлйәүһәр үҙенә аманат итеп тапшырған һәләтен улар­ға еткерергә тырыша.
Раҡия Хазарованың ҡулдары аша йөрәк йылыһы һалынған карти­на­лар­ҙы, сәскәләрҙе кемгәлер бүләк итеү йәки йорттарын, эш урындарын биҙәү өсөн һораусылар ҙа бихисап. Үҙҙәренең район үҙәгендә йәшәүселәр генә түгел, хатта ситтән килеүселәр ҙә күп. Изге күңелле Раҡия Алтынбай ҡыҙының йомартлығы ла, наҙы ла, саф хистәре лә ана шул ҡул эштәре аша башҡаларға күсәлер, моғайын.

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ.
Һамар өлкәһе,
Оло Чернигов районы.
Автор фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”