09.10.2010 Йондоҙнамә 11-17 октябрь
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Осор аралашыуҙарға бай булмаҡсы. Был йәһәттән иң өмөтлө көндәрегеҙ – шаршамбы һәм йома. Аҡсаны бәрәкәтле тотоноу өсөн шәмбе уңайлы. Дошмандарығыҙҙың йәнләнеп китеүе ихтимал.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Шишәмбенән һуң хәлегеҙ бер аҙ еңеләйер. Шәхси тормош өсөн дә ваҡыт табырһығыҙ. Шаршамбыла кемдер һеҙҙән ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүе ихтимал. Уға яҡты йөҙ күрһәтһәгеҙ, аҙаҡ үкенмәҫһегеҙ.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Был арала йондоҙҙар һеҙгә хәҙерге хәлегеҙҙе яҡшыраҡ аңларға һәм киләсәгегеҙҙе күҙалларға, дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итер. Төп эшегеҙҙә дәғүәләшеү көсәйер. Унан мөмкин тиклем алыҫ тороғоҙ.
ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Аралашыу бик файҙалы булыр һымаҡ. Был арала яңы фекерҙәш табырһығыҙ. Яҡын араға сәфәрҙәр ҙә уңышлы көтөлә. ҡайһы бер өлкәлә тәжрибәгеҙ етмәүе бер аҙ ҡамасаулар.
Буға (21.04 – 21.05)
Осор һаулығығыҙҙы нығытыуға булышлыҡ итәсәк. Төп эшегеҙҙә лә һеҙҙе уңыштар көтә. Әүҙемлегегеҙ, яуаплылығығыҙ ҙа артыр. Икенсе яҡтан, эшкә артыҡ бирелеп, яҡын кешеләрегеҙгә ҡарата иғтибарығыҙҙы кәметеүегеҙ ихтимал.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Элек бирелгән вәғәҙәләр, күптәнге бурыстар йыш ҡына ҡамасаулап торор, моғайын. Ғөмүмән, был арала әллә ни алға китешкә өмөтләнмәһәгеҙ ҙә була. Иң мөһиме – яуланғанды юғалтмау. Аҙна аҙағы яҡшыраҡ үтер.
ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Алдығыҙҙа торған мәсьәләләрҙең күпселеге аҡса менән бәйле булыр. Шаршамбыла уйламаған ерҙән ярҙам алырһығыҙ. Иң мөһим ваҡиғалар йомала буласаҡ. Шәхси мөнәсәбәттәр ҡыуандырып торор.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Осор йәнлерәк һәм күңеллерәк үтер. Өйөгөҙҙә лә, эшегеҙҙә лә тәртип урынлаштыра алырһығыҙ. Шаршамбыла иң яратмаған һәм ҡатмарлы эштәр ҙә ҡулығыҙҙан килер. Аҙнанан бик ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ.
ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Аҙнаның тәүге яртыһында шәхси мөнәсәбәттәр әүҙемләшер. Шулай ҙа йондоҙҙар яңылыҡ артынан ҡыумаҫҡа кәңәш итә. Яңы танышлыҡтар оҙайлы булмаҫ һымаҡ. Буш ваҡытығыҙҙы ғаиләгеҙгә арнау дөрөҫ булыр.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Төп эшегеҙҙә ниндәйҙер үҙгәрештәр көтөлә шикелле. Тик әлегә уларҙың ниндәй йүнәлештә булыуын төҫмөрләүе ауыр. Был арала һиҙгерерәк булырға тырышығыҙ. Күберәк күҙәтегеҙ, тыңлағыҙ һәм фекер туплағыҙ.
Саян (24.10 – 22.11)
Донъя мәшәҡәттәренә тынысыраҡ ҡарарға ҡушыла. Күберәк үҙегеҙ хәл итә алырлыҡ мәсьәләләргә иғтибар биреүегеҙ хәйерле. Эргәгеҙҙәге кешеләргә лә ярҙам итергә онотмағыҙ. Иң өмөтлө көндәрегеҙ – шаршамбы һәм йәкшәмбе.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Аҙна башынан уҡ күптән уйлаған үҙгәрештәрҙе тормошҡа ашыра башларһығыҙ, моғайын. Шаршамбыла үҙегеҙгә оҡшамаған эш менән дә шөғөлләнергә тура килер. Шулай ҙа осорҙан ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ.