RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һөт фонтаны урғылды

11.09.2012 Һөт фонтаны урғылды

Һөт фонтаны урғылды
Өфөлә Бөтә Рәсәй “Һөт иле – 2012” фестивале уҙҙы
Борондан һөт һәм унан етештерелгән ризыҡ ата-бабаларыбыҙҙың төп ризыҡтарының береһе булған. Был эсемлеккә айырым ҡараш йәшәгән. “Һыйыр ағын тәләфләмә, әрәм-шәрәм итмә”, – тип ҡабатларға ярата күпте кисергән өләсәйем. Һыйыр тамаҡ туйҙырыусы ғына түгел, ваҡытында эшсе көс тә булған. Шөкөр, хәҙер туҡ заманда йәшәйбеҙ. Шәмбелә Өфөлә уҙған Бөтә Рәсәй “Һөт иле – 2012” фестивалендә ул хатта фонтан булып урғылды.
Был көн ысын мәғәнәһендә ҙур байрамға әүерелде. Сараға юл тотоп, автобусҡа ултырғас, янымдан бала етәкләгән олатай кеше урын алды. “Хәҙер һөт эсербеҙ”, – тип һөйләне ир саф башҡорт телендә. “Әсәйем, һөт эскән кеше аҡ йөҙлө була һәм бер ҡасан да ауырымай, тине”, – тип тәтелдәне ҡыҙсыҡ. ҡартатаһы уны йөпләп баш ҡаҡты. ”ҡала советы” туҡталышына еткәс, юлдаштарым менән Ленин исемендәге майҙанға ашыҡтыҡ.
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, республиканың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Николай Кова­ленко һәм Һөт етештереүселәрҙең милли союзы рәйесе Андрей Даниленко, халыҡты сәләмләп, барыһына ла күңелле ял теләне. Cәнғәт әһелдәренең йыр-моңо байрам кәйефен бермә-бер арттырҙы.
Һөт фонтаны урғылды
Һөт иленең тулы хоҡуҡлы гражданы булыр өсөн һәр кем рекорд зонаһы аша үтергә тейеш. Унда бушлай һәм теләгән күләмдә һөт һәм йогурт бирелде. Оҙон-оҙон сираттар һуҙылды, һәр кем һыйыр ағын тәмләргә ашыҡты. Былтыр биш сәғәт эсендә алты мең литрҙан ашыу һөт эселһә, быйыл яңы донъя рекорды ҡуйылды – был һан ете мең литр тәшкил итте.
Майҙанда һөт йәрминкәһе һәм кафеһы, һөт фермаһы, һөт оҫтаханаһы, матурлыҡ һәм һаулыҡ салоны эшләне. Ә төрлө аттракциондарҙа балалар рәхәтләнде генә. ҡайҙа ҡарама – уларҙың шат ауаздары яңғыраны.
Майҙанда иң ҡыҙығы, моғайын, ферма булғандыр. Унда һыйырҙар һәм быҙауҙарҙы, ҡолоно менән бейәне, хатта һарыҡ-кәзәһен дә күрергә мөмкин ине. Республиканың алдынғы хужалыҡтарынан килтерелгән малҡайҙар ҡала халҡында, бигерәк тә бала-сағала ҙур ҡыҙыҡһыныуын уятты.
Дүртөйлө районының “Шиш­мә” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә, башлыса, бестужев тоҡомло һыйырҙар аҫрала. Был тоҡом сифатлы һөтө һәм ите менән киң билдәле. Хужалыҡтың зоотехник-селекционеры Зөлфиә Камалова әйтеүенсә, йылына бер һыйырҙан биш мең литр һөт һауып алына. Бөгөнгә хужалыҡта 420 баш шундай тоҡомло мал иҫәпләнә.
Һөт фонтаны урғылды
Магазин кәштәләрендә “Мил­ләт сәләмәтлеге” һөтөн йыш осратырға мөмкин. ҡағыҙ ҡапҡа тултырылған һыйыр ағы ҡуйылығы һәм яҡшы сифаты менән һатып алыусылар­ҙың күңелен яулаған. Уны Ауырғазы районының Ишле ауылындағы “МОЛБИ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етештерә икән. Был хужалыҡта швиц тоҡомло, симменталь һәм аҡлы-ҡаралы һыйырҙар үрсетелә. Швейцариянан килтерелгән швиц тоҡомло һыйыр ҡуйы һөтө менән дан тота. Ул йылына ете мең литрға тиклем һөт бирә. Хужалыҡта ете йөҙгә яҡын эре мал аҫрала, шуларҙың ике йөҙө – ошо тоҡомдан. Шуныһы яҡшы – һыйыр ағы урында уҡ эшкәртелә һәм сауҙа нөктәләренә оҙатыла.
Өфө районында урынлашҡан 119-сы ат заводы зоотехнигы Әкрәм Хөсәйенов: “Заводта 770 йылҡы иҫәпләнә, шуларҙың 650-һе – башҡорт тоҡомло. Халыҡ ҡымыҙ эсергә өйрәнә башланы, йылдан-йыл уға һорау арта. Беҙ йылына 160 – 170 тонна ҡымыҙ етештерәбеҙ, һәр бейәнән мең литрҙан ашыу һөт һауып алына. Тоҡомдо яҡшыртыуға ҙур иғтибар бирәбеҙ, йыл һайын бейәләрҙең тик “иң-иң”дәрен һайлап алыу ыңғай һөҙөмтәһен бирҙе.
Һөт фонтаны урғылды
Ҙур ҡалаға яҡын булыу, бер яҡтан, уңайлы – продукциябыҙ яҡшы үтә, ә икенсенән, был проблема ла. Бөгөн беҙҙең ике мең гектар еребеҙ бар, ә завод артабан үҫешһен өсөн тағы ла ҙурыраҡ биләмә кәрәк, әммә быға мөмкинлек юҡ”, – тине.
Рәсәйҙә дүртенсе тапҡыр үткәрелгән был сара ике йыл рәттән Өфөлә юҡҡа уҙғарылмай. Башҡортостанда етештерелгән һөт башҡа төбәктәрҙә лә танылыу яулай башланы. “500 ферма” программаһын тор­мош­ҡа ашырыу тармаҡтың үҫешенә этәргес көс бирә.
“Һөт иле” фестивалендә кискә тиклем концерт булды һәм ул фейерверк менән тамамланды.

Регина һәм Фуат
БАЙТИМЕРОВТАР:
– “Һөт иле” фестивале беҙгә бик оҡшаны. Һөт фестиваленең ғаилә байрамына әүерелергә хаҡы бар. Алты йәшлек ҡыҙыбыҙ аттракциондарҙа рәхәтләнеп уйнаны, конкурстарҙа ҡатнашты, бү­ләктәр отто. Ете айлыҡ бәләкәсебеҙ һыйыр-аттарҙы, кә­зә-һарыҡты ихлас күҙәтте. Ә беҙ сағыштырмаса арзан хаҡҡа һөт аҙыҡтары һатып алдыҡ.

Альберт, 15 йәш:
– Дуҫтарым менән бергә күп итеп һөт эстек, бик тәмле! Мин уны бик яратам. Дыуан районында йәшәгән ҡартатайым менән өләсәйемә ҡайт­һам, литрлап эсәм. Әле яңы ғына һыйыр һауып ҡараным, үәт, ҡыҙыҡ булды!

Гөлгөнә АБДРАХМАНОВА,
студент:
– Ауылда тыуып үҫкәс, һөткә бик иҫ китеп бармай. Бында бушлай туңдырма менән һыйлаясаҡтар тигәс, килдем әле. Тик бигерәк халыҡ күп, бөтә ерҙә сират.

Ғәлиә Рамаҙан ҡыҙы,
пенсионер:
– Был байрамға былтыр ҙа килгәйнем, йәрминкәлә үҙе арзан, үҙе сифатлы һөт ризыҡтарын алғайным. Бына әле лә күп итеп сыр һатып алдым. Быйылғы сараның кимәле тағы ла яҡшыраҡ, кешеләр тағы ла күберәк килгән. Һыйыр ағын ололағандары, күңелле байрам ойоштор­ғандары өсөн етәкселәргә рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ.

Рима УТАРБАЕВА,
бухгалтер:
– Һыйыр ағының файҙалы үҙенсәлектәре тураһында барыбыҙ ҙа беләбеҙ, әммә уны ни эшләптер ҡулланып бармайбыҙ. Сараның әһәмиәте бик ҙур. Халыҡ сәләмәт тормошҡа ылығыр, һөттө күберәк эсә башлар, тигән уйҙамын.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”