RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Һөт иле – 2012” фестиваленә рәхим итегеҙ!

07.09.2012 “Һөт иле – 2012” фестиваленә рәхим итегеҙ!

Өс йыл элек “Һөт иле” фестивале Мәскәү ҡалаһында старт алғайны. Тәүҙә ул ябай йәрминкә кеүек уҙған, ә былтыр Өфөлә ойошторолған фестиваль был сараны юғары кимәлгә күтәрҙе. Сәләмәт туҡланыуҙы пропагандалау, һөт аҙыҡтарын ҡулланыу мәҙәниәтен тергеҙеү һәм ҡулланыусылар баҙарын үҙебеҙҙә етештерелгән сифатлы һөт продукцияһы менән тулыландырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған байрам 8 сентябрҙә баш ҡалабыҙҙа уҙасаҡ.
Сара алдынан Һөт етештереүселәр милли союзы идараһы рәйесе Андрей Даниленко, БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Николай Коваленко, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Марат Ғәлиуллин, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Азат Фазлыев, “Һөт иле – 2012” фестивале директоры Елена Дубикова журналистар менән осрашты.
Андрей Даниленко әйтеүенсә, был күләмле сараны уҙғарыу урыны итеп Өфө юҡҡа ғына һайланмаған. Башҡортостан – Рәсәйҙең һөт етештереүсе иң эре төбәге. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, һыйыр ағын тейешле күләмдә ҡулланмайбыҙ икән. Элегерәк йән башына йылына 390 килограмм һөт тура килһә, бөгөн – 230 килограмм. “Был сара элекке күркәм традицияларҙы ҡайтарырға булышлыҡ итһен ине. Уның ғаилә байрамына әүерелеүен теләйбеҙ. Халыҡ сәләмәтлек нигеҙе булған натураль продукттар ҡулланһын ине. Кеше ғүмере һөттән башлана бит”, – тине Андрей Даниленко.

Һыйыр һауырға ла
өйрәтәсәктәр

Ошо көндә баш ҡалабыҙҙа Рәсәйҙәге иң ҙур һөт йәрминкәһе эшләйәсәк. Фестивалдә утыҙҙан ашыу һөт етештереүсе предприятие ҡатнашасаҡ. Улар өсөн был сара яңы тауар­ҙарын тәҡдим итеп, баҙарҙа үҙ урынын табыу­ға шәп мөмкинлек ул. ҡунаҡтар өсөн һөт кафеһы булдырыласаҡ. Унда һыйыр ағынан әҙерләнгән ризыҡтарҙы, ҡымыҙҙы ауыҙ итергә мөмкин буласаҡ.
Балалар өсөн һөт оҫтаханаһы эшләйәсәк, балсыҡтан әүәләү, һалам үреү буйынса мастер-класс, интерактив конкурс уҙасаҡ. 12 йәшкә тиклемге балаларға тәғәйенләнгән кафела туҡлыҡлы ла, файҙалы ла тәмлекәстәр тәҡдим ителәсәк.
Майҙанда уҡ гастроэнтерологтар, аллергологтар, терапевтар һәм косметологтар һәр кемгә бушлай консультация уҙғарасаҡ. ҡан баҫымын үлсәтергә, диетолог кәңәшен алыр­ға мөмкин буласаҡ. Байрамға килеүселәргә лотерея, викторина һәм башҡа күңелле сараларҙа ҡатнашыу форсаты тейәсәк, хатта һыйыр һауырға ла өйрәтәсәктәр.
Һөт ризыҡтары менән тамаҡты туйҙырғас, аттракцион зонаһында күңел асырға мөмкинлек буласаҡ. Конкурста ҡатнашыусылар­ға бүләктәр биреләсәк.
Азат Фазлыев әйтеүенсә, фестиваль Башҡортостандың башҡа төбәктәрендә лә үтәсәк. Байрамға эләгә алмаусылар бошонмаһын, тиҙҙән үҙҙәрендәге “Һөт иле”ндә ҡатнаша алырҙар.

Рекорд? Булдырабыҙ уны!

Былтыр уҙған “Һөт иле” фестивалендә биш сәғәт эсендә 6 168 литр һөт эселгән. Ошо факт Рәсәйҙең Рекордтар китабына индерелгән. Был “егетлек” быйыл да ҡабатланасаҡ. Нимәһе уңайлы – һөт стаканлап түгел, ә ҡағыҙ ҡаптарға тултырылып биреләсәк. ҡаптарҙан гигант һыйыр фигураһы эшләнәсәк әле. Яңы рекордтың шаһиты, дөрөҫөрәге, ҡатнашыусыһы булырға теләһәгеҙ, 8 сентябрҙә Өфөнөң Ленин исемендәге майҙанына (“ҡала советы” туҡталышы) сәғәт 11-ҙә асыласаҡ фестивалгә рәхим итегеҙ!

Әйткәндәй

Ә ни өсөн хаҡ артты?

Йыл башынан республикала миллион тоннанан ашыу һөт һауып алынған. БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Николай Коваленко әйтеүенсә, быйыл ҡоролоҡ булыуына ҡарамаҫтан, республикабыҙҙа һөт дефициты булмаясаҡ. Быға “Һөт малсылығын үҫтереү һәм һөт етештереү күләмен арттырыу. 2012 – 2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында 500 һөт-тауар фермаһын комплекслы модернизациялау” (халыҡ телендә “500 ферма”) маҡсатлы программаһы ла булышлыҡ иткән. Яңыраҡ унда тағы ла дүрт предприятие индерелгән: Мәләүез районының “һуҡайлы”, Шишмә районының “Нурис”, Миәкә районының Крупская исемендәге һәм Ейәнсура районының “Импульс” хужалыҡтары. Башҡортостандың 39 районынан 80 хужалыҡ ошо программала ҡатнашырға теләк белдергән. Алтмышҡа яҡын фермала төҙөкләндереү һәм модернизациялау эштәре йәйелдерелгән.
Билдәле булыуынса, “500 ферма” программаһының маҡсаты 20 – 30 йыл элек төҙөлгән ауыл хужалығы предприятиеларын тәртипкә килтереү, уларҙы заманса техника һәм эш шарттары менән тәьмин итеү. Әлеге мәлдә ошо программала ҡатнашыусы хужалыҡтарға субсидия бирелә башлаған. ҡорамалдар, тоҡомло мал һатып алыуға киткән сығымдар ҡаҙна иҫәбенән ҡапланасаҡ.
Был программа республиканы юғары сифатлы һәм үтә ҡиммәт булмаған һөт һәм һөт ризыҡтары менән тәьмин итәсәк тип күҙаллана. Һыйыр ағы етерлек булыуға ҡарамаҫтан, һуңғы айҙа уға хаҡ 3 процентҡа артты. Белгестәр, хаҡ тағы ла артасаҡ, тип күҙаллай. “Был продукттың дефицитына түгел, ә тауар етештереүҙә ҡулланылған сығымдарға бәйле”, – тип аңлатты Николай Коваленко.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”