RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Нисек үҙемә ҡаратайым?

07.09.2012 Нисек үҙемә ҡаратайым?

Иң тәү сиратта күңелең төшкән ҡыҙға ҡарата мөмкин тиклем иғтибарлы бул. Ул нимә ярата, нимәне яратмай, буш ваҡытын нисек үткәрә, ғөмүмән, ни менән йәшәй – барыһын да белергә тырыш. Мөмкинлек сыҡҡан һайын, үҙеңә ҡыйын булһа ла, уға ярҙам ит, булыш. Иғтибарлы булһаң, һиңә лә иғтибарлы булырҙар. Хәҙер уйлап ҡарайыҡ әле: ябай кеше нимә ярата? Бөтә кеше лә үҙ-үҙен ярата. Һәр кешегә үҙенең исеме татлы, уны ишетеү рәхәт. Шуға күрә ҡыҙҙың үҙе алдында ла уның исемен йыш ҡабатлау­ҙан ҡурҡма.
Бүләк йәки күстәнәс шулай уҡ һәр кемгә ҡыуаныс килтерә. Ләкин бүләктең дә төрлөһө була. Энә лә бүләк, дөйә лә. Эйе, нәҡ бына шуға күрә бүләкте бик уйлап һайла. Әгәр ҙә ул ҡыҙ күптәнге танышың булып, уның зауығын, теләктәрен яҡшы беләһең икән, ҡиммәтле әйбер ҙә бирә алаһың. ҡыҫҡаһы, ни генә һайлаһаң да, бүләгең зиннәтле, күркәм булһын. Теләһә ҡайһы байрам, тантана уңайынан, теләһә ниндәй форсатта иң яҡшыһы – сәскә биреү. Сәскә яратмаусы ҡыҙҙар ер йөҙөндә юҡтыр, моғайын. Сәскә бүләк итһәң, отол­маҫһың. ҡыҙҙар уға шатланасаҡ. Шуның өҫтөнә, белдерергә ҡыйыулығың етмәгән хис-теләктәреңде шул сәскәләрҙән «әйттерә» алаһың. Сөнки сәскәләр ‒ ниндәйҙер хикмәт символы. Төрҙәре буйынса ҡараһаҡ, сәскәләр теле менән түбәндәге хистәрҙе белдерергә мөмкин: ҡыҙыл ҡәнәфер – көслө мөхәббәт, дәрт; аҡ ҡәнәфер – һағыш, һары – нәфрәт, аҡ лилиә – сафлыҡ, ҡыҙыл рауза – мөхәббәт, бер бәйләмдәге ҡыҙыл һәм аҡ сәскәләр – ялҡынлы, ҡайнар мөхәббәт, һарылары – хыянат, умырзая – йыуатыу, ынйы сәскә – ҡабаттан ҡайт­ҡан бәхет, ләлә сәскәһе – мөхәббәтеңде аңлатыу.

Рәмилә ВӘЛИУЛЛИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”