RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Үбешеү тарихынан

07.09.2012 Үбешеү тарихынан

Уның ниндәй тарихы булһын, тиһегеҙме? Бар икән шул. Һәм бик ҡыҙыҡлы. Мәҫәлән, Һиндостандың бер китабында үбешеүҙең 30 төрө һанап үтелә. Борон-борондан үбешеү мөхәббәт һәм татыулыҡ билдәһе булған. Руханиҙар суҡындырыу, никахҡа инеү, ерләү кеүек ритуал­дар­ға үбешеүҙе индергән. Урта быуаттарҙа дошмандарҙың үҙ-ара килешеүе үбешеү менән нығытылған. Рус кенәздәре килешеүҙәр төҙөгәндә, яуға киткәндә тыуған ерен үп­кән. Күп илдәр­ҙә яугирҙарҙы ант иттергәндә тәрене үптереү ғәҙәткә ингән булған.
Рәсәй ир­ҙәре үбешергә яра­тыуы менән дан тотҡан. Бигерәк тә дәүләт эшмәкәрҙәре. Совет осоронда онотолмаҫ Никита Хрущев барыһынан да уҙҙырып ебәргән. Ә Брежнев «дәүләт эшмәкәрҙәренең үбешеүен» ниндәй дәрәжәгә күтәргән?! Кем-кем, әммә ул үбешеүҙең тәмен белгән. Хәйләһеҙ – донъя файҙаһыҙ, тиҙәр. Ҙур сәйәсәттә бигерәк тә. Ике ил етәкселеге үбешкәс, илдәр араһындағы мөнәсәбәттәр ҙә яҡынайғандыр. Үбешеү ғәҙәтен Хрущев коммунистик хәрәкәткә туғанлашыу нигеҙе итеп индергән. Уны бөтә донъя сәйәсәтселәре тиерлек күтәреп алған.
Дөрөҫ, шул сәбәпле бик күп мәҙәк хәлдәр ҙә булған. Пекиндың үҙәк майҙанында тантана ваҡытында Ворошилов Мао Цзедунды үбәм тип көлкөгә ҡалған. Ул Цзедунды ҡосаҡлап та өлгөрмәгән, майҙан өҫтөндә сәйер тынлыҡ урынлаш­ҡан: флагтар һелтәүсе лә, тәбрикләү һүҙҙәре ҡыс­ҡырыусы ла ҡалмаған. Мао Цзедун бындай көтөлмәгән хәлдән бөтөнләй аптыраған. Шулай ҙа Климент Ефремович, халыҡты таң ҡалдырып, уны супылдатып үбеп алған. Ә ҡытайҙа кеше алдында үбешеү оятһыҙлыҡ һаналған. Шунан һуң Ворошилов башҡаса сит илдәргә йөрөмәгән, тиҙәр. Сит халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын белмәү бына ниндәй уңайһыҙ хәлдәргә килтерә.
Япондарҙа балаларҙы үбеү бөтөнләй тыйыла. Уларҙың фекеренсә, балаларҙың үҙ-ара йәки өлкәндәр менән үбешеүе йоғошло ауырыуҙарға дусар итеүе бар.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”