RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Быуатҡа яҡын ерҙә ятһа ла хәүефле

04.09.2012 Быуатҡа яҡын ерҙә ятһа ла хәүефле

Быуатҡа яҡын ерҙә ятһа ла хәүефле
йәки Баймаҡ районында Граждандар һуғышы ваҡытындағы снаряд табып юҡ ителде
Ана шул бер быуат элек тиерлек булған ваҡиғалар беҙҙең хәҙерге йәшәйешебеҙгә лә хәүеф-хәтәр тыуҙырыуы ихтимал, тип кем генә уйлаһын! Барыһы ла үҙенең шәхси ҡаҙыуҙарын алып барған (халыҡ телендә уларҙы “черные копатели” тип йөрөтәләр) Белорет районы кешеһенән башлана. Ул беҙҙең Баймаҡ яҡтарында нимә эшләп, нимә эҙләп йөрөгәндер – билдәһеҙ. Шулай ҙа был кеше ерҙә ятҡан снарядҡа барып юлыға. Беҙҙең районда уҡ хоҡуҡ һаҡсыларына шылтыратыуҙан шөрләй, буғай, ҡайт­ҡас хәбәр итә. Ул: “Түбә һәм Күсей ауылдары араһында хәрби снаряд ята”, – тип әйтеп, телефонын һүндереп тә ҡуя.
Мәғлүмәтте алыу менән Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса эске эштәр бүлеге начальнигы урынбаҫары, майор Ф. Моратов, тәфтишсе Ю. Шаһимуллина, эксперт-криминалист Х. Тойғонов, енәйәттәрҙе эҙәрлекләү бүлегенең оперуполномоченныйы Р. Шәйнуров, полицейский-кинолог А. Исхаҡов һәм Шико ҡушаматлы өйрәтелгән эттән торған төркөм телефондан әйтелгән урынға ашыға. Тик мәғлүмәт аныҡ булмағас, эҙләү эштәре оҙаҡҡа һуҙыла. Урмандың һәр мөйөшө ҡарала. Дүрт-биш сәғәт туҡ­тау­һыҙ эҙләнеү эштәренән һуң Шико снарядты таба. Әйтергә кәрәк, был эт шартлатҡыстар­ҙың ятҡан урынын билдәләргә махсус рәүештә өйрәтелгән.
Хоҡуҡ һаҡсылары тутыҡҡан, сереп барған снарядтың ни тиклем хәүефле булыуын яҡшы аңлай. Шуға күрә тиҙ арала был урын уратып алына. Снарядты юҡ итеү өсөн Өфөнән сапер­ҙар саҡыртыла. Баш ҡаланан ебәрелгән махсус төркөм шартлатҡыс­ты юҡ итә.
Снаряд шартлаған урынды ҡарап, барыһының да иҫе-аҡылы китә. Сөнки уның радиусы 3 метрға барып етә! Сыбыҡ-сабыҡ аҫтында ҡалып, ергә күмелеп барған ҡурҡыныс шартлат­ҡыс­ҡа нисек кеше йәки мал барып сыҡмаған. Күрәһең, Хоҙай үҙе аралағандыр. Сөнки уның өҫтөнә баҫҡан йән эйәһе ит турағысҡа барып эләккәндәй булыр ине.
Быуатҡа яҡын ерҙә ятһа ла хәүефле
Снарядтың үҙ заманында атылыуы, әммә шартламауы асыҡланды. Сөнки уның гильзаһы булмай сыға. Нисәмә йылдар элек атылған снаряд бер быуатҡа яҡын ваҡытҡа тиклем хәүеф-хәтәр тыуҙырып, яныбыҙҙа ғына ята биргән.
Шуға күрә уны табып, битараф ҡалмай, хоҡуҡ һаҡсыларына мөрәжәғәт иткән кешегә, айырыуса, оператив эш иткән Баймаҡ полицейскийҙарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә.
Хәҙерге ваҡытта снаряд табылған ерҙә эҙләү эштәре алып барыла. Сөнки был урында барған һуғыштан башҡа төрлө ҡоралдың ҡалыуы ла ихтимал. Һаҡланғанды – һаҡлармын, тип юҡҡа әйтелмәгән бит.
Ә инде беҙгә, ер кешеләренә, бәлә аяҡ аҫтында ғына булыуы тураһында онотмай йәшәргә кәрәктер.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”