RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Сыңғыҙ мәктәбенең баҡсаһы— иң яҡшыһы!

31.08.2012 Сыңғыҙ мәктәбенең баҡсаһы— иң яҡшыһы!

Сыңғыҙ мәктәбенең баҡсаһы— иң яҡшыһы!  Мәктәптәр оҙайлы йәйге каникулға туҡтаған мәлдә лә, унда шаулап-гөрләп эштәр дауам итә. Яңы уҡыу йылына әҙерлек мәлендә буяуҙарҙан бигерәк, төрлө гөл-сәскәләр­ҙең еҫе күңелде арбай. Быйыл райондағы ҡоролоҡ йәшеллек донъяһына ҙур зыян килтерһә лә, күп кенә мәктәптәр уҡытыусылар һәм уҡыусыларҙың ҙур тырышлығы менән аллы-гөллө сәскәләргә күмелде.
Сыңғыҙ мәктәбенең баҡсаһына барып инеү менән төрлө әйберҙәрҙән (буш пластик һауыттар, тәгәрмәс, иҫке биҙрә-кәстрүлдәр һ.б.) эшләнгән әкиәт персонаждары, ҡоштар, хайуандар сағыулығы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Мәктәп директоры Рәй­лә Баҙарбай ҡы­ҙы Сол­тан­гил­дина әйтеүенсә, улар уҡыусылар менән ҡышҡыһын уҡ баҡсаны ни­сек биҙәү тураһында уйлай башлай. Балалар хеҙмәт, рәсем дәрестәрендә бар фантазияһын эшкә ҡушып, бер-береһе менән ярыша-ярыша үҙ тәҡдимдәрен индерә.
Сыңғыҙ мәктәбенең баҡсаһы— иң яҡшыһы!
Шуға күрә Сыңғыҙ мәктәбенең баҡсаһы сәскәләр төрлөлөгө, йәшелсә муллығы һәм ҡабатланғыһыҙ матурлығы менән айырыла. Быйыл ул − Баймаҡ районының иң яҡшы баҡса үҫтереүселәренең береһе. Биология уҡытыусыһы М. Алтынбаева әйтеүенсә, уҡыусылар менән берлектә мәктәп ашханаһына етерлек картуф, сөгөлдөр, кәбеҫтә, кишер һәм башҡа йәшелсә үҫтерелә. Уңған сыңғыҙҙар артып ҡалғанын һатып аҡса итеүгә лә өлгәшә. Әлбиттә, быйыл­ғы ҡоролоҡ, ауылдағы Күсәбә йылғаһының һыуһыҙ ҡалыуы мәктәп баҡсаһына һиҙелерлек зыян килтерә. Шулай ҙа уҡытыусылар һәм уҡыусылар төшөнкөлөккә бирелмәй, аяуһыҙ ҡояш нурҙары аҫтында тырышып эшләп, матур, һоҡланғыс баҡса үҫтерә.
Эйе, тик уңғандарға һәм эшһөйәрҙәргә генә бәхет йылмая шул.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Баймаҡ районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”