RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Баҡсағыҙ уңыш бирҙеме?

31.08.2012 Баҡсағыҙ уңыш бирҙеме?

Башҡортостан баҫыуҙарында әле ураҡ осоро тамамланманы тамамланыуын, шулай ҙа юғалтыуҙар етди булыуы күҙәтелә. Былтыр 3,2 миллион тонна иген йыйыл­ғайны, быйыл был күрһәткескә етеү өмөтө юғыраҡ. Барыһына ла ҡоролоҡ ғәйепле. Ә бит миҙгел яҡшы башланғайны – иген ваҡытында сәселде, артынса ямғыр ҙа яуҙы.
БР Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, картуф уңышы гектарынан 100 центнер. Барлығы 900 мең тонна «икенсе икмәк» йыйырға ниәтләйҙәр.
Баҫыуҙарҙа түгел, ә баҡсала уңыш нисегерәк икән? Ошо һорауҙы гәзит уҡыусыларына бирҙек.

Ғәлиә МӘЖИТОВА, Архангел районы:
– Баҡсабыҙ ҡояшлы, уңайлы урында, ере лә иҫкермәгән. Тик уңыш сифаты йәшелсә-емештең төрөнә бәйлелер. ҡурай еләге уңды, ҡарағат әҙ, алма ҡортло булды. Һуғандың уңмаған йылы юҡ, ҡыяр ҙа мул. Картуфты ике сортты бер баҡсаға ултыртҡайныҡ, вағыраҡ күренә. Кәбеҫтә, помидор­ҙарҙы ныҡ ҡараныҡ, шуға зарланырлыҡ түгел. Беҙ, ауыл халҡы, ундай йәшелсәләрҙе һатып алмайбыҙ, киреһенсә, артығын һатып аҡса эшләргә тырышабыҙ. Тоҙланғанын да ҡала халҡы яратып ала ул.

Зөләйха СӘЛИМГӘРӘЕВА, Өфө ҡалаһы:
– ҡаланан 20 саҡрым самаһы ерҙә баҡсабыҙ бар. Ҙур түгел, шулай ҙа ғаиләбеҙгә (ирем, улым, киленем, ҡыҙым, ике ейәнем) картуф, ҡыяр, помидор, кишер һатып алырға тура килмәйәсәк. Картуфты күберәк сәстек, сөнки былтыр төрлө мәшәҡәттәр сығып, баҡсаға оҙағыраҡ бармағайныҡ, күрше-тирәнән колорадо ҡуңыҙы күсә һалып, уңыш әҙерәк булды. Һыу проблемаһы юҡ.
Бына минең күршемдең баҡсаһында ниңәлер кәбеҫтә уңмаған. Күбәләк ҡырған, ваҡытында ҡарамаған. Нимә әйтергә теләйем – баҡсала һәр йыл һайын күп уңыш алырға була, тик ялҡауланыр­ға ғына ярамай. Һыуһыҙлыҡ, ҡорт, көйә – был проблема бөтә ергә хас булыуы мөмкин.

Марат НӘСИБУЛЛИН, Күгәрсен районы, Йомағужа ҡасабаһы:
– Бында, ҡасабала, йорт алды баҡсаһында әҙ-әҙләп йәшелсә ултыртабыҙ, ә картуф баҡсаһы райондың икенсе бер ауылында. Уға ҡоролоҡ арыу ғына зыян килтерҙе, ахыры. Помидор-кәбеҫтә яҡында булғас, һыу ҙа һиптек, ҡарап ҡына торҙоҡ. Бер хужалыҡтан колорадоға бик бирешмәй торған голланд сортлы картуф орлоғо алғайныҡ. Әле һабағы йәм-йәшел булып ултыра, үҙе әллә ни эре түгел. Ямғыр картуф рәхәтләнеп үҫер, эреләнер саҡта яуманы шул. Киләһе йылға һуғарыу яйын ҡарарбыҙ, ҡоролоҡтоң ҡабатланыуы ла бар.

Тәнзилә УЙЫЛДАНОВА, һатып алыусы, Өфө ҡалаһы:
– Быйылғы йәшелсә уңышы күләм яғынан әллә ни әҙ тип әйтмәҫ инем мин. Магазиндарҙа республикала үҫтерелгәндәре осрай, урамда әбейҙәр ҙә рәт-рәт булып һатып ултыра, моғайын, етерлектер. Картуф алырға уйлағайным да, ниңәлер йомшаҡ булдысы. Быйыл шундай, тине лә ҡуйҙы һатыу­сыһы. Әллә ҡоролоҡ ғилләһеме икән? Йәрминкәләрҙе көтәбеҙ. Унда ауылдан төрлөләре килтерелә, бәлки боҙолғаны булмаҫ.

А. ИШЕМҒОЛОВА яҙып алды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”