RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тарихҡа ихтирам күрһәтеүсе

24.07.2012 Тарихҡа ихтирам күрһәтеүсе

Тарихҡа ихтирам күрһәтеүсе
Николай Гоголдең “Үле йәндәр” әҫәрендә Плюшкин фамилиялы геройҙы күптәр хәтерләйҙер. Ул бер кемгә лә кәрәкмәгән әйберҙәрҙе йыйып йөрөй. Көйөргәҙе районының Ермолаев ауылында йәшәүсе 65 йәшлек Әмирхан Юлтаев менән таныш­ҡас, үрҙә телгә алынған әҙәби образ иҫкә төштө. Ләкин, унан айырмалы, Әмирхан Атаулла улы тарихыбыҙға ҡағылған раритет әйберҙәрҙе йыйыу менән мауыға.
Әмирхан Юлтаев менән әңгәмәнән асыҡланыуынса, теге йәки был әйбер шул ваҡыттағы йәшәйеште күҙ алдына килтерергә, үҙгәрештәрҙе тойорға булышлыҡ итә. Ул экспонаттарҙы һаҡлап ҡына ҡалмай, уларҙың механизмын төҙөк хәлдә тотоуға ла иғтибар итә. Ағайҙың коллекцияһы өс төркөмгә бүленә: музыка ҡоралдары, көнкүреш техникаһы һәм портреттар. Был Әмирхан Атаулла улының йыр-моң яратыуын, һүрәт төшөрөргә әүәҫ булыуын, үҙ ҡулдары менән техника йүнәтә белеү һәләтен сағылдыра. Әйтәйек, 1927 йылда Тула ҡалаһы оҫталары эшләгән баян Әмирхан ағай ҡулында һайрай. Үткән быуаттың 50 – 70-се йылдарында һатып алынған Һарытау гармундары әле лә моң түгә. Шул уҡ осорҙағы хромкалар бөгөн дә сафта. 1950 йылда Рига ҡалаһында эшләнгән лампалы радиоалғыс­ты, “Янтарь” маркалы стена сәғәтен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡулға алдым. Ваҡытты үлсәү механизмы Әмирхан ағайҙың алтын ҡулы ярҙамында әле лә минут-сәғәттәрҙе дөрөҫ һанай. Үткән йөҙ йыллыҡтың беренсе яртыһында алынған патефон да хеҙмәт итә. Етмешкә яҡын грампластинка араһында башҡорт халыҡ көйҙәрен, В. Лениндың 1918 йылда ҡыҙылгвардеецтарға мөрәжәғәтен, Лидия Русланова башҡарған әҫәрҙәрҙе осратырға була.
Советтар Союзы Геройы Хәсән Ғайсиндың шәхси архивынан алынған Иосиф Сталиндың ҙур фотоһы килеүселәрҙең иғтибарын йәлеп итә. Бында шулай уҡ башҡа йәмәғәт, хәрби эшмәкәрҙәрҙең портреттары, фотолары ла бар.
Юлтаевтарҙың ихатаһына ингән кешеләр ағас пушка макетына иғтибар итмәй ҡалмаҫ. Уны оҫта хужа, 1812 йылғы һуғыштың ике йөҙ йыллығына арнап, үҙ ҡулдары менән эшләгән.
Боронғо әйберҙәргә ҡарап, үҙеңде тарих төпкөлөндә йөрөгән кеүек хис итәһең. Эйе, үткәндәрҙе белмәйенсә, алдағыһын аныҡ төҫмөрләүе ҡыйын, ти халыҡ. Шуға ла тарихи ваҡиғаларҙы дөрөҫ аңлау, баһалау, уларҙы киләсәк өсөн файҙаланыу фарыз.

Урал ҡӘЙҮПОВ.
Көйөргәҙе районы,
Айсыуаҡ ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”