27.07.2012 Сейә булманы
Быйыл ер еләге түшәлеп ятты тип әйтергә була. Ә бына сейә менән ҡара ҡарағат өсөн ҡоро һәм эҫе йәй файҙаға булманы – республиканың бихисап районында улар уңмаған. Былтыр сейәнең бер килограмын баҙарҙа 40 һумға ла алып була ине, быйыл уның хаҡы 150 һумдан төшмәне. Хаҡынан бигерәк, был еләкте табыуы ла еңел түгел.
Әле баҙарҙа ҡара ҡарағат, сейә, ҡыҙыл ҡарағатты эҙләп йөрөп табып була-булыуын. Тик уларҙың хаҡы “тешләшә” тип әйтергә кәрәк. Хәҙер баҙар янындағы майҙандарҙа үҙебеҙҙең баҡсаларҙа үҫтерелгән помидор-ҡыяр, картуф, ташҡабаҡ кеүек йәшелсә тулып ята. Уларын да арзан тип әйтмәҫ инем. Һатыусылар “ауыҙҙа балдай иреп тора, үҙе итле” тип маҡтаған помидорҙың килограмына 180 һум һорап тороусылар ҙа бар. Әлбиттә, уларҙың тәмен теплицала үҫтерелгәндәре менән сағыштырырлыҡ та түгел, шулай ҙа июль аҙағында бындай хаҡҡа помидор алырға теләүселәр әллә ни күренмәй.
Түбәндәге таблицала хаҡтар 25 июлгә, баш ҡаланың Үҙәк баҙары миҫалында, бер килограмм аҙыҡҡа ҡарата бирелгән. Йәшелсәләрҙең барыһы ла быйылғы уңыштан.
Хаҡтар – һумда
ҡара ҡарағат 200 – 250
ҡыҙыл ҡарағат 100 – 150
Сейә 160 – 180
Крыжовник 200
ҡарбуз 15 – 17
ҡауын 39 – 40
“Торпедо” сортлыһы 58 – 65
ҡыяр 15 – 35
Картуф 45 – 50
Һуған 30 – 35
Кишер 45 – 70
Кәбеҫтә 40 – 45
ҡыҙыл сөгөлдөр 25 – 35
Помидор 45 – 180
Слива 100 – 150
Нектарин 120 – 150
Персик 250 – 270
Эре мал бауыры 120 – 160
Һыйыр ите 240 – 320
Һарыҡ ите 320 – 330
Көмрө балыҡ 95 – 100
Минтай 75
Скумбрия 140 – 150
Үҙебеҙҙең йылғаларҙан
тотолған суртан 150 – 160
Сөгә 550 – 600
Сәскә балы 500 – 600
Йүкә балы 700 – 1000
Лилиә СИРАЕВА.