RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бәлә ағас башынан йөрөмәй шул...

27.07.2012 Бәлә ағас башынан йөрөмәй шул...

Фәнүзә апайға Испаниянан ҡыҙының мәйетен һәм ейәнен ҡайтарып алыу өсөн 200 мең һум аҡса кәрәк
Бәлә ағас башынан йөрөмәй шул...
Баймаҡ районының Комсомол ауылында йәшәүсе Фәнүзә һәм Рәшит Алиулов­тарҙы ҡара ҡайғыға һалып, ғәзиз ҡыҙҙары Альбина алыҫ Испанияла вафат булып ҡалған. Мәрхүмәнең ата-әсәһе бында ут йотоп ултырһа, сит илдә, әсәһенән ҡалып, 12 йәшлек улы Алмас яттар араһында тилмерә.
Яҡының был донъянан китһә, нисек ауыр икәнен барыһы ла татып ҡараған. Был ҡайғынан да ауырыраҡ нимә бар, тиер ҡайһы берәүҙәр. Яҡының йыраҡтарҙа күҙен йомоп, эргәһенә барыр форсатың булмаһа, икеләтә, өсләтә ҡыйындыр.
Эй, беҙҙең сыҙам холоҡло башҡорт ҡатындары! Фәнүзә апай, ҡыҙының үлем хәбәрен ишетеп, эштең нимәлә икәнен белмәһә лә, үҙен ирҙәрсә сабыр, сыҙам тота. Телефондан шылтыратып, хәл белешкән, ҡайғы уртаҡлашҡан­дар­ҙы ла тыңлай, өй тулып йөрөгән күрше-күләндең балаларын да тарһынмай. Гәзиттән килгән минең менән дә һөйләшергә ваҡыт таба.
– ҡыҙым 12 июлдә үлеп ҡалған, беҙгә был хәбәр яңыраҡ ҡына килеп етте. Хәҙер ейәнебеҙ Алмасты, ҡыҙыбыҙҙың мәйетен был яҡҡа алып ҡайтыр өсөн аҡса йыябыҙ. Район гәзите аша яҡташтарға мөрәжәғәт иттем, ул арала 1-се каналдан, НТВ-нан шылтыратып, хәл белештеләр, мәғлүмәти ярҙам тәҡдим иттеләр.
– Тимәк, әлеге көндә ейәнегеҙ Испанияла бер үҙе тороп ҡалды?
– Алмасты ниндәйҙер реабилитация үҙәгенә урынлаштырғандар. Беҙ барып алғанды көтә ейәнем. Күптән икенсе ғаиләһе булһа ла, ҡайғылы хәбәрҙе ишеткәс, атаһы бөгөн Үзбәкстандан килеп етте; кейәүебеҙ Илһам-Үзбәкстан гражданы, баланы алырға ул барасаҡ. Минең сит ил паспортым әҙер түгел әлегә.
– ҡыҙығыҙға нисә йәш ине? Испанияға ҡайһылайтып, ни өсөн барып сыҡты?
– Альбинам 1979 йылдың 12 ғинуарында тыуғайны. Апаһы менән үҙебеҙҙең «Йылайыр» совхоз-техникумында бухгалтерға уҡынылар, икеһе лә уҡыуын ҡыҙыл дипломға тамамланы. Уҡыуын-уҡынылар ҙа, тик хәҙерге ваҡытта эш табып буламы? Сибайҙа йәшәп, үҙенең эшен асып ҡараны ла, тормошта ла уңмағас, Испанияға сығып китте. Унда барғас та бер фирма аша, ике әбейҙе ҡарарға килешеү төҙөп, эшкә урынлашты. Эшкә әрһеҙ, кеше менән тиҙ уртаҡ тел таба ине, шуға ла эше уңай барҙы. Ике йыл шул әбейҙәрҙең янында өҙлөкһөҙ йәшәп, эшләгәс, был эшенән баш тартты.
Бер аҙҙан ҡыҙым үҙенең янына улын саҡыртып алды. Алмас һигеҙ йәшенән Испанияға барып, ул илгә яраҡлашып та китте, испанса һәйбәт итеп һөйләшергә өйрәнде. Беҙҙе ҡыуандырып, Альбина матур итеп йәшәп алып китте. Эше яҡшы барҙы, аҡса күсереп, беҙҙе ҡарай башланы.
Бер йылдан ҡыҙым Роман исемле украин егете менән граждан никахында йәшәй башланы. Көнсығыш Украинанан булған был егет беҙҙең Өфөлә, Магнитогорскиҙа булған, беҙҙең яҡҡа тартым булды. Балаң бәхетен тапһа, бүтән ни кәрәк беҙҙең кеүектәргә? Беҙҙе Испанияға саҡырып алдылар.
Ул арала Европа илдәрендә иҡтисади көрсөк башланды. ҡыҙым да, Роман да даими эштәрен юғалтты, ваҡытлы эш менән көн күрә башланылар. Ваҡытында беҙгә аҡсалата күп ярҙам итте ҡыҙым. Шул саҡта уҡ, аҡсаһын алған һайын, был аҡсаны бурысҡа алдыҡ һинән, ҡыҙым, тип әйтә инек. Бурысты ҡайтарырға ваҡыт етте, тип, хәҙер беҙ балабыҙҙы аҡсалата ҡарай башланыҡ. Тик күпме генә ярҙам инде беҙҙән, пенсионерҙарҙан?
ҡыҙҙарымды, тормоштоң ауырлыҡтарына бирешмәгеҙ, кешенән кәм булмағыҙ, тип өйрәттем гелән. Бала саҡта ла, һуғышып, илашып ҡайтһалар, тыя инем. Танауығыҙ ҡанап ҡайтһа ла, «Әсәй, мин еңдем», – тип ҡайтығыҙ, тип өйрәттем. Шуғалырмы, сәмсел үҫтеләр.
Бер мәл ҡыҙымдың төшөнкөлөккә бирелгәнен абайлап ҡалдым. Шылтыратып һөйләшкән һайын, улын беҙгә ҡайтарыу яғын ҡайыра ине:
– Әсәй, минең менән бер-бер хәл булып ҡуйһа, Алмасты үҙеңә алырһыңмы?
– Һуң, ҡыҙым, имен-һауһың, һиңә нимә булһын?
– Барыбер, әсәй, әйтеп ҡуяйым, тим дә...
Атаһының юбилейына ҡайтырға тейештәр ине, ҡайтманылар Роман менән икеһе лә. Төпсөнә башлағас, ҡыҙым әйтеп һалды:
– Әсәй, мине Испаниянан сығармайҙар. Минең төрмәгә бараһым юҡ...
Бер көн урамда Романға полиция бәйләнгән. Һуғып ебәргәндәр. ҡыҙым, уны яҡлап, полицейскийға һуҡҡан. Шул эште олоға ебәреп, эҙәрлекләй башлағандар ҡыҙымды ла, Романды ла. Эшһеҙлек, депрессия – бөтәһе лә бергә өйөлгәндер инде...
ҡыҙымдың үлгәненә, нисек үлгәненә ышан­ғым килмәй. Тик, ни хәл итәһең, был хәбәр ысын шул.
– Ейәнегеҙҙе ҡайтарыу эше менән Испаниялағы Рәсәй Федерацияһы илселеге шөғөлләнәлер?
– Света Азаматова тигән яҡташыбыҙ, Сибай ҡыҙы, ихлас ярҙамлаша. Үҙенең эше араһында документтар йүнләшеп, Мадридҡа барып килә, беҙҙең менән бәйләнеште өҙмәй. Бахырҡай, бер урыҫ магазинына барып, яҡташыбыҙҙың мәйетен Рәсәйгә ҡайтарырға кәрәк, тип ярҙам һораған. ҡатындар, кемеһе – 10, кемеһе 20 евро биреп, аҡса йыя башлағандар. Илселектән Дмитрий Владимирович Глотков тигән кеше шулай уҡ беҙҙең менән, Света менән бәйләнеште өҙмәй.
– Ейәнегеҙҙе, ҡыҙығыҙҙы алып ҡайтырға күпме аҡса кәрәк? Йыйып буламы ул сумманы?
– Юл сығымдары бигерәк күп шул – 5000 евро кәрәк. Яҡынса 200000 һум. Күршеләр, туғандар ярҙам итеп, 30000 һум аҡса йыйҙым былай. Район гәзитендә, ярҙам һорап, мөрәжәғәтем баҫылғас, кемдәрҙер банк иҫәбемә 2000, 500, 100 һум аҡса күсергән, рәхмәт. Миңә кеше аҡсаһы кәрәкмәй – юл сығымдары буйынса бөтә иҫәп-хисапты чектар ярҙамында дәлилләп, отчет тотор инем, аҡса йыя алһам. ҡыҙымды, ейәнемде алып ҡайтырға ине үҙебеҙҙең яҡҡа.
Бәлә ағас башынан йөрөмәй, кеше башынан йөрөй, тиҙәр. Эшһеҙлек, бөлгөнлөк сәбәпле ирҙәребеҙ – Себергә, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың Испания-Италияларға барып байҙарға бил бөгөүе – халыҡтың, дәүләттең дөйөм бәләһе. Хәйер, дәүләттең ниндәй бәләһе булһын инде, ябай халыҡтың ыҙаһы был. Ошо ауыр мәлдә, туғандар, Фәнүзә апайҙы, Рәшит ағайҙы ярҙам­һыҙ ҡалдырмайыҡсы? Изге айҙа, кем белә, тап ошо мохтаждарҙы ярҙамһыҙ ҡалдырмау сәбәпле сауапҡа ирешербеҙ?
Фәнүзә апайға ҡыҙын һәм ейәнен ҡайтарып алыу өсөн 200000 һум аҡса кәрәк. Ярҙам итергә теләүселәр ошо иҫәпкә аҡса күсерә ала:
Счёт:
№42301810400220008317
Банк Филиал ОАО «УралСиб» в г. Уфе
БИК: 048073770
Кор/счёт: 30101810600000000770
ИНН: 0274062111
КПП: 027802001
ФИО клиента: Алиулова Фануза Салаватовна.

Илшат ҡАНСУРИН.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”