RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

27.07.2012 Һаҡланғанды…

Баштан үткәнде иҫләп…
Һаҡланғанды…
Нуриман районында үҫтем. Билдәле булыуынса, беҙҙең районда ҡеүәтле һәм күптән төҙөлгән Павловка гидроэлектростанцияһы бар. Хәҙер был һыу һаҡлағыс күңел асыу өсөн бик шәп урын булып ҡына күҙ алдына баҫһа ла, минең күңелдә уға ҡағылышлы ҡурҡыныс ҡына хәтирәләр ҙә бар. Әле, илдә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү сараларына иғтибар артҡан ваҡытта, шул хәтирәләр яңырып китте.
Аныҡ ҡына хәтерләмәйем, 1994 йылдар­ҙа булһа кәрәк, районда: “Павловка йырыла икән!” – тигән хәбәр таралды. Һыу һаҡлағыстың ҡорамалдары емерелеп, ярҙарынан сығып, бөтә тирә-яҡты даръя ҡаплап аласаҡ, имеш. Был ваҡытта урамда яҙ түгел, ә ҡыш ине. Беҙҙең ауылға килеп етәсәк тулҡындың бейеклеге 9 метр буласаҡ, тип һөйләй­ҙәр. Шуға ла беҙгә, һыу йырылыу менән, Кәрәкә тигән тауға табан йүгерергә кәрәк. Тауҙы һыу баҫмаясаҡ. Уныһы яҡында ғына ла түгел бит әле, исмаһам, башындағы шишмәнән һыу ташығансы ете ҡат тирең сыға…
Был ваҡытта халыҡ араһында ысын паника башланды, тип әйтергә була. Һәр хәлдә, беҙ, мәктәп балалары, ҡотобоҙ осоп, өйҙән ситкә сығырға ла ҡурҡабыҙ, күрше-тирә малай-ҡыҙҙар менән тиҙ-тиҙ генә йыйылып, күңелһеҙ генә һөйләшеп алабыҙ. “Элен и ребята” тигән бик популяр сериал да ылыҡтырмай. Башта бер генә уй – нисек иҫән ҡалырға? Нисек итеп Кәрәкә тигән тауыбыҙ башына йүгереп менеп етергә?
Иртән бөтәбеҙ ҙә мәктәпкә киттек. Тик уҡытыусылар беҙҙең барыбыҙҙы ла кире ҡайтарып ебәрҙе. Етмәһә, өс көнлөк аҙыҡ һалынған биштәр тупларға ҡуштылар. Уның эсенә икмәк, ит, ярма, мотлаҡ тоҙ менән шырпы, йылы кейемдәр һалынырға тейеш. Ул көндә мәктәптән өйөбөҙгә табан юл донъялағы иң оҙон һәм иң һикәлтәле юл кеүек тойолғандыр. Беҙ, меҫкен балалар, хәл бөткәнсе йүгерәбеҙ. Мин, башланғыс мәктәптә уҡыуы арҡаһында янымда булмаған, мәктәптән ҡайтҡанда уйнай-уйнай онотолоп йөрөгән ҡустымды уйлап, илай-илай, иң алдан елдерәм. Шөкөр, бәләкәс балалар­ҙы ла ҡайтарғандар, өйгә тиклем оҙатҡандар. Урамдан бер апай һыйырын етәкләп китеп бара, тау башындағы фермаға илтеп ҡуйып, малын һаҡлап ҡалырға тырыша икән. Уны бер оло ғына ағай әрләп тә ебәрҙе, йәнәһе, кеше ҡотортоп йөрөй, барса халыҡ малын фермаға ҡыуа башлаһа, унда урын етмәйәсәк. Апай ҙа бирешерҙән түгел: “Һыйырым – иң ҙур байлығым”, – тип ҡаты тора.
Өйҙә бергәләшеп биштәр төйнәйбеҙ. Өләсәйем бесәнгә йөрөй торған ике биштәргә аҙыҡ-түлек, полиэтилен пакет­ҡа шырпы-фәлән тултыра, аҡса һәм документтар ҙа шунда. ҡустым менән план ҡорабыҙ: “Һыу һаҡлағыс йырылды” тигән хәбәрҙе ишетеү менән, өләсәйҙе санаға ултыртып алып, биштәрҙе тейәп, тауға йүгерәсәкбеҙ. Һыйыр менән һарыҡтар ҡалһа-ҡала инде, ул кирегә бөткән малдарҙы ҡыуып алып барырлыҡ түгел. Йәл, әлбиттә, тик нишләйһең. ҡайһы бер нәмәләрҙе өй башына ташыйбыҙ, һыуланмаһын тип тырышабыҙ. Етмәһә, бер туған апайыбыҙ Өфөлә уҡып йөрөй. ҡустым: “Апай ҡайтыр, ә беҙ ағып киткән булһаҡ, илар инде. Ауылда бер үҙе ни эшләр икән?” – тип аптырана. “Бәләкәс шул ҡустым, уны ла санаға ултыртһам, икеһен дә һөйрәп булырмы икән?” – тип уйланам мин. Башҡалар күрмәгәндә илап та алам. Әле һаман да шуға аптырайым – бала ғына күңелдәрҙә нисек тә булһа ҡотолоп ҡалыу түгел, яҡындарыңды ла ҡотҡарыу, ҡайғыға һалмау кеүек уйҙар булған икән.
Шуныһына иғтибар итегеҙ – ул ваҡытта бит кеҫә телефондары бөтөнләй юҡ, машиналар аҙ, аттар ҙа колхозда ғына тиерлек. “Павловка йырылған” тигәнде аңлатыу өсөн ауылда электрҙы бер нисә тапҡыр һүндереп-яндырасаҡтарын хәбәр иттеләр. Утты төндә лә һүндермәҫкә, кейенеберәк йоҡларға. Быныһы рәсми хәбәр булғанмы-юҡмы, белмәйем инде, әммә барса халыҡ утты һүндермәй йоҡланы. Көлкө лә, ҡыҙғаныс та – йоҡлап ятҡанда лампочка һүнде ни ҙә, янды ни, кем күрә инде уны. Икенсе көн кисен клубта бушлай спектакль килеүе тураһында иғлан элделәр. “Был артистар­ҙың башы эшләмәйме икән әллә, һыу аҫтында ҡалалар бит”, – тип эй аптырайбыҙ. Өләсәй: “Йырсы булам, тип башты ҡатыраһың, ана шулай эт типкеһендә йөрөй бит артистар”, – тип миңә нотоҡ уҡып алырға ла онотмай. Халыҡтың күңелен күтәрер өсөн ойошторолған бушлай спектакль килеп сыҡмаған, халыҡ клубҡа килмәгән, тинеләр. Кем “ана үләм, бына батам” тип торғанда, спектакль ҡарап ултырһын инде.
Аллаға шөкөр, “Павловкабыҙ” йырылманы, беҙҙе һыу баҫманы. Һүҙ юҡтан таралманы, әлбиттә, һыу һаҡлағыс, ысынлап та, хәүеф аҫтында ҡалған булған. Ул ваҡытта халыҡ араһында йөрөгән һүҙҙәрҙең, хәүефтең күпкә арттырыл­ған булыуы ла ихтимал. Нимә генә булһа ла, 10 – 11 йәшлек кенә бала күңелендә сағыу бер хәтирә булып ҡалды был өс көн. Донъя ҡыҙыҡ бит, эшләй башлағас, Павловка гидроэлектростанцияһына “ҡунаҡҡа” – матбуғат конференцияһына ла барыу яҙҙы. Унда белгестәр: “Әлеге ваҡытта был һыу һаҡлағыста бөтәһе лә тәртиптә һәм унда артабан да проблемалар булмаясаҡ”, – тип хәбәр итте. Башҡа журналистарға нисектер, минең күңелгә май булып яғылды был һүҙҙәр.

Нимә эшләргә?

Кисә республикала ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү өсөн ҡулайлашҡан электр сиреналарына техник тикшереү үткәрҙеләр. Был – Краснодар өлкәһендәге фажиғәләргә бәйле күрелгән сара. Тик сиреналарҙы ишетеү генә беҙҙе бәләнән ҡотҡармай шул. Һыу баҫҡанда, дауыл ҡупҡанда нимә эшләргә кәрәклеген белмәй тороп, сиреналар сәғәт буйы олоһа ла, бер файҙаһыҙ. Шуға ла, ҡасандыр санаға биштәр һалып, 9 метрлыҡ даръянан ҡасып, тауға йүгерергә йыйын­ған кеше булараҡ, ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында нимә эшләргә кәрәклеге менән ныҡлап ҡыҙыҡһынырға булдым.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы биргән кәңәштәр буйынса, һәр кемдең өйөндә экстремаль хәлдәрҙә иҫән ҡалыу өсөн ҡулайлашҡан махсус сумаҙан булырға тейеш. Уны фажиғәнең төрөнә ҡарап туплайҙар, сумаҙанда һыу ташҡанда – бер нәмә, дауыл ҡупҡанда икенсе нәмәләрҙең булыуы кәрәк. Шулай ҙа “экстремаль” сумаҙанда мотлаҡ тупланырға тейешле нәмәләрҙең исемлегенә иғтибар итегеҙ:
Сумаҙан
Аптечка. Унда микробтарға, вирустар­ға ҡаршы дарыуҙар, бинт, лейкопластырь, йод, зеленка, спирт, водород перекисе, марганцовка, мамыҡтың, аспирин, парацетамол кеүек медикаменттарҙың булыуы мотлаҡ.
Фонарь. Ул диодлы булһа, тағы ла яҡшыраҡ. Фонарь өсөн запас батареялар.
Радиоалғыс йәки радиоһы булған кеҫә телефоны.
Һунарсы бысағы.
Өс көнлөк аҙыҡ һәм һыу.
Запасҡа эске кейем һәм ойоҡбаш.
Һыҙғыртҡыс.
Һунарсы шырпыһы, ҡоро спирт, газ зажигалкалары.
Энә менән еп, ҡәләм һәм ҡағыҙ.
Гигиена саралары.
Бер тапҡыр ҡулланыла торған һауыт-һаба.

Һыу ташҡанда
Хәүеф янауын белеү менән, кәрәкле нәмәләрҙе алып, бейегерәк урынға ашығығыҙ. Өйҙән сығыр алдынан электр утын, газды, мейесте һүндерергә кәрәк. Эвакуация өсөн ваҡыт та, урын да юҡ икән, бинаның иң бейек урынына менеп ултырығыҙ. Был ваҡытта ярҙам һорап ҡысҡырырға, һыҙғырырға, берәй туҡыма киҫәген болғарға онотмағыҙ. Һыуҙа тороп ҡалған осраҡта, берәй яҫы нәмә өҫтөнә ятып, йөҙөп йөрөргә мөмкин (популяр “Титаник” фильмын иҫегеҙгә төшөрөгөҙ). Батып барған кешеләрҙе ҡотҡарыу өсөн улар янына арттан йөҙөп килеп, ҡосаҡлап алып сығығыҙ.

Дауыл ҡупҡанда
Был тәбиғәт фажиғәһе электр сымдарының өҙөлөүе, ҡоролмаларҙың, биналарҙың емерелеүе арҡаһында уларҙың ҡалдыҡтарының ҙур тиҙлектә осоп йөрөүе менән айырыуса ҡурҡыныс.
Дауылдан ҡотолоу өсөн иң һәйбәт урын – подвал йәки ҡеүәтле һәм ныҡлы, емерелмәҫлек, әллә ни бейек булмаған биналар. Күп ерҙәрҙә граждандар оборонаһының һаҡлау ҡоролмалары бар, улар ҙа дауылға бирешмәйәсәк.
Дауыл ваҡытында бина эсендә ҡалһағыҙ, тәҙрәнән алыҫҡараҡ ҡасырға кәрәк. Ванна, туалет һымаҡ тәҙрәһеҙ урындар һеҙгә ярҙамға киләсәк, шулай уҡ стенаға төкәтеп эшләнгән шкафтар­ҙың эсенә инеп ултырырға, өҫтәл аҫтына ҡасырға була.
Дауылда тышта ҡалһағыҙ, емерелергә торған биналар, күперҙәр, ағастар, йылға-күлдәр, сәнәғәт объекттарынан ҡасығыҙ. Башығыҙҙы яраламаҫ өсөн фанера, картон һәм пластмасса йәшниктәр, таҡта кеүек ҡул аҫтындағы предметтар менән һаҡланығыҙ. Канауға һырышып ҡына ятып торорға мөмкин.
Планетабыҙҙа гел фажиғәләр генә булып тормаҫ, шулай ҙа һаҡланғандар­ҙың нығыраҡ һаҡланыуын беләбеҙ. Кешенең иң ҙур дошманы – ҡурҡаҡлыҡ һәм тәүәккәлһеҙлек. Шуға ла ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында ябай ғына ҡағиҙәләрҙе иҫтә тотоп, паникаға бирелмәй, башҡаларға ла ярҙам иткән осраҡта, бөтә бәлә-ҡазалар ҙа урап уҙыр.

Лилиә СИРАЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”