RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Сәғитов һабаҡтары

27.07.2012 Сәғитов һабаҡтары

Сәғитов һабаҡтары
Беренсе тапҡыр беҙ уның менән Ишембай районында һабантуй яланында осраштыҡ. Хәйер, уның хаҡында гәзиттәрҙән уҡығаным, үҙен радионан тыңлағаным, телевидениенан күргәнем бар ине инде. Хатта бер осор "Һәнәк" журналында ул мөхәррирлек иткән йылдарҙа Азаматов, Салауатов, Маҡаров тәхәллүсе менән сыҡҡан үткер һәм әсе сәйәси памфлеттарҙы ла хәтерләйем.
Һабантуй тирмәһендә беҙҙе таныштырғас, тыныс һәм ипле генә итеп һорауҙар бирә башланы: "ҡайһы яҡтан?", "ҡайҙа уҡының?", "Ата-әсәң кемдәр?". Бар туғандарым, ғаиләм хаҡында ла ентекләп һорашты. Шул осор башлан­ған танышлыҡ хәҙер сирек быуатҡа яҡын дауам итә.
Үҙгәрештәр уртаһында

Заманында "Башҡортостан" гәзитендә ҡулға-ҡул тотоношоп ижад итергә, тормоштоң уртаһында ҡайнарға, республика яҙмышы, уның киләсәге хәл ителгәндә гөрләтеп эшләргә насип булды. Шул осорҙа Тәлғәт Ниғмәтулла улы Сәғитовтан алған һабаҡтар, Аллаға шөкөр, әле лә оҙатып йөрөй, ярҙам итә. Үткән быуаттың туҡһанынсы йылдары – "Башҡортостан"дың тиҫтәләрсә мең тираж менән халыҡҡа хәҡиҡәтте, тарихты, милли үҙаңды, рухты изге һыу һымаҡ таратҡан сағы. Яратҡан гәзитебеҙҙә байтаҡ эшләргә тура килде. Ләкин ниндәй генә һынылыштар, үҙгәрештәр булмаһын, шул осорҙо күберәк һағынып иҫкә алам.
Тәлғәт Ниғмәтулла улының иң төп һыҙаттарының береһе – ул һәр яңылыҡты ихлас ҡабул итә, башҡаларҙы үҙенең артынан эйәртә белә һәм ваҡыт һулышын төшөндөрөп бирә. Мәҫәлән, республикабыҙҙың Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителгән көндә гәзиттең байтаҡ өлөшө рус телендә сыҡты. Күптәр быны ҡабул итмәҫкә тырышты. Нисек инде төп башҡорт гәзите рус телендә сыға?! Һуңынан, икенсе көнөнә, рус милләтле яҡташтарыбыҙ гәзиттең ошо һанын эҙләп йөрөп уҡыны һәм мәсьәләнең асылына төшөндө. "Башҡортостан" халыҡты ойоштороусы, уны берҙәмлеккә, татыулыҡҡа, дуҫлыҡҡа әйҙәүсе төп баҫма булды, тип һис икеләнмәйенсә әйтергә мөмкин. Күренекле публицистар Ғәзим Шафиҡов, Булат Рафиҡов, Рәшит Солтангәрәев, Марат ҡолшәрипов, Рим Янғужин, Рәшит Шәкүр, Әхмәт Сөләймәнов, Роберт Байымов, Рауил Бикбаев, Фәнил Фәйзуллин һәм башҡа тиҫтәләрсә зыялыбыҙ үҙ фекерен "Башҡортостан" аша халыҡҡа еткерҙе.
Гәзит күтәрелде, ул ысын мәғәнәһендә туплаусы һәм ойоштороусы көскә әйләнде. Иң йоғонтоло һәм көслө баҫма, тигән билдәләмә шул осорҙан килә. Туҡһанынсы йылдар башында республика етәкселеге Матбуғат йортона бик йыш килә һәм журналистарҙың фекеренә, тәҡдименә ҡолаҡ һала ине. Һәм бына ошо рәсми булмаған осрашыуҙар һәр ваҡыт "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире Тәлғәт Ниғмәтулла улы Сәғитовтың кабинетында үтте. Ошо кәңәшмәләрҙә республиканың киләсәк юлын билдәләгән, халыҡтың тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән мөһим ҡарарҙар ҡабул ителде.
Шундай кешеләр була: улар ябайлығы, ихласлығы менән үҙенә саҡырып тора. Тәлғәт Ниғмәтулла улы тап шундай ярҙамсыл, киң күңелле һәм кәңәшсел кешеләрҙең береһе. Ундайҙар менән бергә эшләү, аралашыу, фекерҙәш булыу үҙе бер мәртәбә. Заманында телевидение һәм радиола, "Һәнәк" журналы, "Башҡортостан" гәзите редакцияларында, Мәҙәниәт министрлығында бергә эшләгән коллегалары уны әле лә һағынып, иң яҡты хәтирәләр менән иҫкә ала.
Тәлғәт Сәғитов менән эшләгәндә бөтәһе лә һәйбәт һәм ал да гөл булған, тип уйлаусылар хаталана. Электән билдәле: талапсан һәм ғәҙел, ифрат мәғлүмәтле, белемле, тормоштоң бөтә нескәлектәрен белгән етәксе менән йәки уның ҡул аҫтында эшләү ифрат яуаплы һәм еңел түгел. Һин үҙең дә мәғлүмәтле һәм тилбер булырға тейешһең. Уның төрлө саҡтарын күрергә тура килде. Әйткәнемсә, тәүге танышыуыбыҙға 25 йыл самаһы ваҡыт үткән, ләкин ул һаман да элекке һымаҡ. Күҙҙәре һиңә һынап түгел, ихлас һәм йылы ҡарай. Һүҙҙәреңде тыңлап бөтмәйенсә һис ҡасан бүлдермәҫ. Тыңлап бөткәс тә, шунда уҡ йөпләргә, хупларға ашыҡмаҫ. Иң тәүҙә төплө итеп фекерен әйтер, тос ҡына дәлилдәр килтерер һәм аҙаҡтан: "Тағы бер уйлап ҡара әле", – тигән шиген белдерер. Ул күҙҙәрҙең ҡыуанған саҡтарын байтаҡ күрергә насип булды. ҡулдарын йәйеп ебәрер, ихлас көлөр, ә күҙҙәренән йылы, хатта ҡайнар осҡондар сәсрәп киткән һымаҡ булыр. Яҙғас яҙайым, ул күҙҙәрҙең асыулы янған саҡтарын да күргеләнем. Һине оялырға мәжбүр иткән, уңай­һыҙландырған һалҡын осҡондар улар. Ә былай Тәлғәт Ниғмәтулла улы күберәк үҙенең иғтибарлы, аҡыл бөркөп торған ҡарашы менән йышыраҡ ҡыуандыра.

Гәзит һинһеҙ ҙә сығыр...

1992 йылда "Йәйҙең һуңғы көндәре" тигән йыйынтығым донъя күрҙе. Китап сығыу шатлығынан айнып та өлгөрмәнем, Өфөгә, редакцияға саҡыртып та алдылар. Бер нисә ҡәләмдәш, гәзиткә мәҡәләләрҙе аҙ яҙа, тип, авторҙы мөхәрририәт ултырышында тикшереүҙе талап иткән. Ниндәй һөйләшеү булғанын хәтерләмәйем, һәр хәлдә, коллегаларым китабым сығыуҙы бик ауыр кисереүен һис тә йәшереп торманы (әйткәс әйтәйем, шул йылдан бирле китап сығарғаным юҡ). Йомғаҡлау һүҙен баш мөхәррир әйтте: "Дөрөҫ әйтәләр, аҙыраҡ яҙаһың. Ә ниңә бынау хикәйәләреңде гәзиткә бирмәнең? Гәзиткә лә, үҙеңә лә файҙа булыр ине. Ярай, яҙ, хикәйәләреңде күберәк яҙ. Гәзит һинән башҡа ла сыға ул".
Әле лә яҙам һәм башҡа ҡәләмдәштәремә лә яҙырға тәҡдим итәм. Ошо кинәйәле һәм талапсан тәҡдим бөгөн дә ярҙам итә, хатта изге аманат һымаҡ оҙатып йөрөй. Башҡалар өсөн дә өлгө булһын тип яҙам. Баш мөхәррирҙән ғүмерлеккә алған һабаҡтарымдың береһе шул: ижад кешеләре аҙ, улар нескә күңелле, ҡурсалауға, йөпләүгә, хатта иркәләүгә мохтаж, улар менән эшләүе еңел түгел, хатта ауыр һәм ҡатмарлы. Ләкин түҙергә, ғәфү итә белергә һәм, кәрәккәндә, мәңге онотолмаҫтайҙы оноторға, ижад итергә мөмкинлек бирергә кәрәк.
Аҙағыраҡ, "Башҡортостан"да дәртләнеп эшләгән осорҙа, бер хеҙмәттәш йыш ҡына юғалып йонсотто, иң кәрәкле ваҡытта, ҡыпсаҡтар әйтмешләй, эште уя ла ҡуя. Һүҙ ыңғайы әйтәм: мәғлүмәт саралары эшмәкәр­ҙәренең эске менән мауығыуын хәҙер һөнәри сир һымағыраҡ ҡарау яҡлымын.
– Эштән ҡыуырға булдыҡ, – тинем Тәлғәт Ниғмәтулла улына.
– Дөрөҫ эшләйһегеҙ, күптән кәрәк, – тине ул. – Мин дә өс-дүрт тапҡыр ҡотолорға тырышып ҡараным. Шулай ҙа, уйлап ҡара әле, урынына кемде алырһың? Алмаш бармы?
Әйткәндәй, алмаштырғыһыҙ хеҙмәттәш әле лә уңышлы эшләп йөрөй.

Асылыңа ҡайт, "Башҡортостан"!

Туҡһанынсы ауыр һәм ҡатмарлы йылдар­ҙа башҡорт матбуғатын компьютерлаштырыуға күсереү осорон хәҙер онотолоп барған төш һымаҡ ҡына хәтерләйбеҙ. Ул ваҡыттағы етәкселек алға ҡарай белгән, аҡсаһын да ойошторғандар, техникаһын да тапҡандар. Яңы ысул менән эшләүгә иң беренсе булып баш мөхәррирҙәр араһында Тәлғәт Ниғмәтулла улы тотондо. ҡайҙан һиҙемләгәндер, һәр хәлдә, еңдәрен һыҙғанып, дәртләнеп тотондо. Иң тәүгеләрҙән булып компьютерҙы үҙләштерҙе, ҡалғандарыбыҙҙы ла эйәртте, иң тәүге башҡортса шрифт барлыҡҡа килде, лексикологик һүҙлек төҙөлә башланы. Бына ошо өлгөргәнлек, юл ярыу "Башҡортостан"ды алдынғылар, өлгө алырлыҡтар сафына сығарҙы.
Гәзит яҙмышы шулай ҡоролған: ул – бер көнлөк тауар. Иртәгә яңыһы сыға, кисә донъя күргәне ҡотолғоһоҙ рәүештә иҫкерә һәм онотола. Ә инде гәзиттең исеме – мәңгелек. Көн һайын яңынан-яңы мәғлүмәттәр менән гәзит уҡыусыны байытып, иҫкәртеп торорға бурыслы.
Комсомол, партия мәктәбендә сыныҡҡан баш мөхәрриребеҙ юғарылағыларға баш эйеп, уларҙың һәр һүҙенә, һәр сөскөргәненә "йәрхәмбикалла" тип торманы. Заманында министр дәрәжәһенә тиклем күтәрелгән бер ағайҙың гәзиттә үҙен тәнҡитләгән материалға ҡарата әтәсләнеүен әле лә онотмаусылар бар.
Шулай уҡ гәзитебеҙгә "Башҡортостан" исемен ҡайтарыу ҙа үҙе бер ҡыйыу аҙым тип баһаланырға хаҡлы бөгөн. Әле СССР тарҡалмаған, Компартия тыйылмаған. Ярты йыл да баш мөхәррир булып эшләмәгән Тәлғәт Сәғитовтың гәзит исемен, "Совет"тан баш тартып, "Башҡортостан" итеп ҡалдырыуы үҙе ни тора! Ул осорҙа гәзиттең ун етенсе йылдарҙағы үҙ исеменә әйләнеп ҡайтыуы баҫманың ғына түгел, халыҡтың үҙ асылына әйләнеп ҡайтыуы һымаҡ ҡабул ителде.
Тәлғәт Сәғитовтан алған һабаҡтарҙың береһе – көн һайын береһенән-береһе үткер һәм ҡыйыу мәҡәләләр менән тулған гәзит сығарыу ғына түгел, уны таратыу, халыҡҡа еткереү, көндән-көнгә, айҙан-айға, йылдан-йылға алға атларға ынтылыу, бер тапҡыр яуланған бейеклекте һаҡлау. Әйткәндәй, ул осорҙа ла тираж мәсьәләһе бөгөнгө һымаҡ бик киҫкен һәм үтә мөһим ине. ҡағыҙ бөтөп ултырған саҡтар ҙа, эш хаҡын һуңлап түләгән айҙар ҙа йыш ҡабатланды. Ләкин баш мөхәррир бөтә ауырлыҡты үҙ өҫтөнә алып, ошо сетерекле мәсьәләләрҙе ыңғай хәл итеп килде.

Пьеса уҡыған министр

Тәлғәт Ниғмәтулла улы Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры вазифаһына күскәс, йыш ҡына уның эш кабинетында булырға тура килде. Шулай бер кис һуң ғына кергәнемдә уның Ғәзим Шафиҡовтың "Атилла" пьесаһын уҡып ултыр­ған сағына тура килдем. Хәҙер һөйләһәң, ышанмаҫтар: министр әле ҡуйылмаған пьеса менән танышып ултыра.
ҡабатлап яҙам, тираж мәсьәләһе – һәр заман, һәр баҫма өсөн иң көнүҙәк мәсьәлә. Бөгөн интернетҡа һылтанып, матбуғатҡа яҙылыуға ҡул һелтәгән мөхәррирҙәр ҙә юҡ түгел. Компьютер менән эш итә белмәгән өлкән быуындың башҡорт гәзитенә булған ихтыяжын нисек ҡәнәғәтләндерергә? Халыҡтың да өҙөп-йолҡоп йыйған хәләл аҡсаһы самалы. Шуға күрә ойоштороу сараларының, әгәр ул законға ҡаршы килмәһә, һәр алымын файҙаланырға, ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә кәрәк. Ошо йәһәттән баш мөхәррир Тәлғәт Сәғитовтың эшмәкәрлеге бөгөн дә өлгө һәм һабаҡ булырлыҡ. Һәр район, һәр ҡала, һәр ауыл менән даими, тығыҙ, ике яҡлы бәйләнеш йыл әйләнәһенә дауам итте. Юғарылағылар ҙа быға күнегеп китте, буғай. Президент та, Хөкүмәт башлығы ла иң тәүҙә беҙҙең "Башҡортостан"ды асып ҡарай ине. Ә быға өлгәшеү өсөн маҡтап яҙыу ғына етмәй, ваҡыт-ваҡыт теш күрһәтеп алырға ла, үҙ һүҙеңде әйтә белергә лә кәрәк.
Редакциялар тарихында үтә һирәк була торған хәл. Беҙ уны ҡыуаныстан ҡул сабып ҡаршы алдыҡ, ә оҙатҡанда илап ҡалыусылар ҙа булды. Ғөмүмән, матбуғат тормошонда баш мөхәррирҙән, уның холҡонан, ойоштороу һәләтенән, эш стиленән һәм кешеләрсә мөнәсәбәтенән бик күп нәмә тора икән. Тәлғәт Ниғмәтулла улы 1998 йылдың декабрендә Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры итеп тәғәйенләнде. Икенсе тапҡыр. Шул йылдарҙа башҡарған эштәренең, образлыраҡ әйтһәк, сәскән орлоҡтарының тос емештәре бөгөн дә күренә. Министр инициативаһы менән төрлө йүнәлештә белем алыу өсөн Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларының юғары уҡыу йорттарына йөҙҙәрсә студент уҡырға ебәрелде. Бөгөн улар республикабыҙҙың ҙур театрҙарында, сәхнәләрендә төп көстәрҙе тәшкил итә.

Маҡарҙар рәхмәте

Туҡһанынсы йылдар аҙағында Тәлғәт Ниғмәтулла улы менән уның тыуған ауылы Маҡарҙа булырға тура килде. Гәзит уҡыусылар менән фәһемле генә осрашыу бара. Ошо ауылдан сыҡҡан билдәле дәүләт эшмәкәре Әҡсән Мөхәмәтҡолов утыҙынсы йылдарҙа уҡ төҙөтөп ҡалдырған клубта ултырабыҙ. Ошонда Тәлғәт Ниғмәтулла улына: "Өфөлә йөрөйһөгөҙ, иң ҙур башҡорт ауылдарының береһенә заманса мәҙәниәт һарайы ла төҙөтөп бирмәйһегеҙ", – тигән үпкә ҡатыш үтенес еткерелде. "Мәҙәниәт һарайы һорап ҡасан һәм кемгә мөрәжәғәт иттегеҙ? Мәҙәниәт бүлеге мөдире лә үҙегеҙҙең ауылдаш, ул был мәсьәләне ҡасан күтәреп сыҡты? Мин, мәҫәлән, беренсе тапҡыр ишетәм", – тине Тәлғәт Ниғмәтулла улы.
Яҡташтарының был һүҙҙәре бик уйландыр­ҙы, хатта сәмләндерҙе лә шикелле уны. Күп тә үтмәне, Тәлғәт Ниғмәтулла улы Бөрйән аша Хөкүмәт рәйесенең төҙөлөш буйынса урынбаҫарын Маҡарға килтерҙе һәм иҫке клубты күрһәтте.
– Яңы мәҙәниәт һарайы буласаҡ! – тине вице-премьер.
Уны тиҙ арала төҙөп ҡуйҙылар. Хәҙер мәҙәниәт усағы ауылға йәм биреп, әллә ҡайҙан балҡып ултыра. Ул ғына ла түгел, ауыл уртаһында Әҡсән Мөхәмәтҡоловҡа арнап ҙур музей асылды.
Маҡарҙар белмәйҙер, белгәндәр хәҙер онотҡандыр. Заманында БАССР-ҙың Халыҡ комиссариаты рәйесе булып эшләгән Әҡсән Баймырҙа улы Мөхәмәтҡоловтың 100 йыллығы айҡанлы Хөкүмәт ҡарарын әҙерләүҙе Тәлғәт Ниғмәтулла улы башлап йөрөнө һәм тормошҡа ашырыуҙа туранан-тура ҡатнашты. Һөҙәмтәлә Маҡарға асфальт юл, газ, һыу килде, электр линияһы яңыртылды.
Мәҙәниәт һарайын асыу тантанаһында Хөкүмәттең ул ваҡыттағы башлығы Рафаэль Ибраһим улы Байдәүләтов та ҡатнашты. Урындағыларҙың береһе оҙон-оҙаҡлап Хөкүмәт башлығына рәхмәт ҡойолдора башлағас, Рафаэль Ибраһим улы уны ипле генә итеп туҡтатты:
– Рәхмәтте ауылдашығыҙ Тәлғәт Ниғмәтулловичҡа әйтегеҙ. Әгәр ул тотонмаһа, артынан йөрөмәһә, бындай мәҙәниәт һарайы төшөгөҙгә лә инмәҫ, газ да, юл да булмаҫ ине.
* * *
"Башҡортостан" һәр һүҙен үлсәп, ләкин тос һәм еренә еткереп әйтә торған олпат һәм абруйлы халыҡ трибунаһына әйләнде баш мөхәррир вазифаһында Тәлғәт Сәғитов эшләгән дәүерҙә. Гәзитебеҙҙе уҡынылар, яраттылар, тараттылар. Уның менән эшләү беҙҙең өсөн үҙе бер һабаҡ, тормош мәктәбенә әүерелде, тупланған тәжрибә артабан ярҙам итте.
Ошо көндәрҙә күренекле дәүләт эшмәкәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙан­ған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Тәлғәт Ниғмәтулла улы Сәғитов 70 йәшлек юбилейын билдәләй. Ул әле лә егәрле һәм ихлас, уңған һәм йомарт, дәртләнеп эшләп йөрөй. Тыуған көнөгөҙ менән, хөрмәтле Тәлғәт Ниғмәтулла улы! Һеҙгә һаулыҡ, уңыштар, шатлыҡ юлдаш булһын!

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”