RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Йәшлек» менән йәшәрәм»

31.07.2012 «Йәшлек» менән йәшәрәм»

«Йәшлек» менән йәшәрәм»
Күп кенә конкурстарҙа ҡатнашһам да, бүләк ота алғаным юҡ ине. Минең өсөн «Йәшлек»-фараз»да еңеүем оло ҡыуаныс­ҡа әүерелде.
«Йәшлек»те 8-се класта уҡығанымдан алып, 1964 йылдан бирле алдырам. Апрелдә комсомолға индем. Ул йылдарҙа матбуғатҡа мәжбүри яҙҙыралар ине. Шул йылдың көҙөнән «Ленинсы»ны алдырып, ошо көнгә тиклем һаман алдырам. Тик бына беҙҙе хеҙмәтләндергән Өфөнөң 68-се почта бүлексәһенең эше менән бик ҡәнәғәт түгелмен. ҡайһы берҙә ҡыйынлыҡ менән яҙылам, шунда ла һыр бирмәйем. «Йәшлек» йәштәр гәзите булһа ла, яратып уҡыйым. Биҙәлеше лә матур, уҡымлы ла, абруйы ла ҙур. Гәзиттең һуңғы битенән башлап уҡыйым, сөнки сканворд, кроссвордтар сисергә яратам. Уларҙың яуаптарын эҙләү үҙем өсөн файҙалы. Гәзиттә тарихи ваҡиғалар, кеше яҙмыштары, повестарҙан, хикәйәләрҙән өҙөктәрҙе уҡырға яратам. Тик ниңәлер һуңғы арала улар күренмәй башланы әле…
Мин Ейәнсура районының ҡаҫмарт буйында урынлашҡан йәмле Элмәле ауылында уҡытыу­сылар ғаиләһендә уртансы ҡыҙ бала булып тыуғанмын. Ғаиләлә биш бала үҫтек. Өсәүебеҙ юғары белемле − уҡытыусы һәм инженер. 10-сы синыфты тамамлағас, шул йылда уҡ Өфө еңел сәнәғәт техникумына уҡырға индем. Ләкин II курста сирләүем белем алыуыма ҡамасауланы, йәнә һайлаған һөнәрем түгел ине. Атай-әсәй елкәһендә ултырмайым тип, икмәк заводына эшкә индем, унан тегенселәр курсына инеп, Стәрлелә ательела эшләгәндә атайым ҡайтарып алды. «ҡыҙым, ҡайт, әсәйең яңғыҙ, ярҙамсы юҡ. «Овцевод» совхозында ла эшләй алаһың, яңы цех асылды», – тигәс, тыуған яҡтарға ҡайттым. Шунда балалы, үҙемде бер аҙ уҡытҡан, ҡатыны ташлап киткән уҡытыусы иргә тормошҡа сыҡтым. Ләкин тормоштан уңманым, тормош иптәшем беҙҙе ташлап сығып китте. Яңғыҙ ҡалғас, ситкә китеп, эшкә сумдым. 1975 йылдан Өфөлә йәшәйем. Прописка өсөн урам һепереүсе булып эшләргә лә тура килде, ҡарауылсы ла булдым, кер йыуыусы ла. Эштең бер ниндәй ҙә ояты юҡ ул! ҡайҙа ғына эшләһәм дә, эшемдән ҡәнәғәт булып, баһалап торҙолар. Ун йыл ғүмеремде сабый балаларҙы тәрбиәләүгә арнаным. 20 йыл ағас эшкәртеү комбинатында станоксы булып эшләп, пенсияға сыҡтым, әле лә шунда йыйыштырыусы булып эшләп йөрөйөм. Илһам килгәндә ши­ғыр­ҙар ҙа яҙыштырам. Шөкөр, ҡала мөхитендә яңғыҙым Айнур улымды үҫтерһәм дә, тәрбиәле, рухлы итеп тәрбиәләргә яҙҙы. Уны инсафлы ҡыҙға өйләндереп, ейән-ейәнсәрҙәр бәхетен күрергә насип итһен Хоҙай.
«Йәшлек»-фараз» конкурсын ойоштороусыларға ҙур рәхмәт. Яратҡан гәзитемдән приз алыу күңелемде үҫтереп ебәрҙе. Киләсәктә лә «Йәшлек»тән айырылмаҫҡа ине.

Еңеүсебеҙҙең йәш ҡалыу, сәләмәт булыу рецебы

Күберәк һыу эсеү, йоҡо алдынан ҡойоноу бик файҙалы. Мин сәй эсмәйем тиерлек, даими үлән төнәтмәләрен ҡулланам. Битте минераль һыу менән йыуырға тырышам. Әремде ағыу тиһәләр ҙә, файҙаһы ла көслө. Көн дә сәскәһен (бөрө) берәүҙе ашау, сәйнәп йотоу, артынан һыу эсеү файҙаға ғына. Быны үҙем дә һиҙәм: организмда еңеллек, рәхәтлек һиҙелә, уны әрем шлактарҙан таҙарта. ҡорот, лимондан өҙөлгәнем юҡ. Гөлсөм апайым Чихинбаева: «Лимонды ҡабығы менән аша, йөрәгең, нервыларың һау булыр, йомортҡаны сей килеш эс, тын юлдарың таҙарыр. Тоҙло, содалы һыу менән битеңде йыу, йөҙөң саф булыр. Көн дә әрем сәскәһен аша – ашҡаҙаның, эсәгең һау булыр. Ялан аяҡ ҡарҙа йүгереп ал, арыуҙарың китер, аяғың етеҙ йөрөр», – тип әйткәйне. «Өйҙә тапочка кеймә, ялан аяҡ йөрө», – тип әрләп тә ала ине. Уның кәңәштәренә ҡолаҡ һалам. Файҙаһы тейә.

Мәйсәрә Аҡъюлова.
Өфө ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”