31.07.2012 Алдашырға ярамай!
Кескәй балаларға, алдашырға ярамай, тип өйрәтәбеҙ, әммә ҡайһы саҡ үҙебеҙ шыттырып ебәрәбеҙ. Шул яман ғәҙәт арҡаһында бәғзеләрҙең закон менән проблемалары тыуа.
Мәҫәлән, Белорет ҡалаһынан бер төркөм йәштәр һыу буйында ял иткәндә бер ҡыҙ кеҫә телефонын юғалта. Нимә эшләргә? Ул оҙаҡ баш ватмай, телефоны урланыу тураһында полицияға хәбәр итә. Оператив хеҙмәткәрҙәр тикшерә башлай һәм енәйәт эше ҡуҙғата. Тик... ҡыҙҙың үҙенә. Ни өсөнмө? Ялған хәбәр өсөн. Полиция телефондың урланмағанын, ә юғалыуын асыҡлай. Етмәһә, ҡыҙҙың дуҫтары ла быны раҫлай.
Кафела арыу уҡ ҡырын тейәгән ир автомобилендә ҡала ҡыҙырырға була. Машинаһын йөрөтөрлөк түгел, үҙен дә контролдә тоторлоҡ хәлдә булмаған иҫерек водитель икенсе машинаға төкөп ҡуя. Яуаплылыҡтан ҡурҡып, ул документтарын һәм асҡысын ала ла, машинаһының ишеген асыҡ килеш ҡалдыра. Үҙе, ах та ух килеп, эске эштәр бүлегенә автомобиленең урланыуы тураһында хәбәр итә. Әммә бер аҙҙан ул полицияға тағы килә. Алдауын, автомобилен үҙе ҡалдырып китеүен әйтә. Әгәр ҙә ваҡытында дөрөҫөн һөйләп өлгөрмәһә, иргә ҡарата РФ Енәйәт кодексының 306-сы статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылыр ине.
Г. ЯХИНА.