RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ммм, ҡы-мы-ыҙ!!! «Термоядерный»!

24.07.2012 Ммм, ҡы-мы-ыҙ!!! «Термоядерный»!

Ммм, ҡы-мы-ыҙ!!! «Термоядерный»!
Көндөң эҫе тороуына, тынсыу булыуға ҡарамаҫтан, ҡымыҙсылар бәйгегә ихлас әҙерләнеп килгән: ҡымыҙҙары төрлө емеш-еләк ҡушып әҙерләнгән, матур-матур һауыттарға ҡойол­ған – тот та хәҙер үк магазин прилавкаһына сығарып ҡуй. Иренмәгәндәре үҙҙәренең хужалыҡтары хаҡында бәләкәй генә күргәҙмәһен дә тейәп килгән: ҡасан ойошторолған, нимә менән шөғөлләнә, ниндәй конкурстарҙа еңеүсе булып таныл­ған һәм башҡалары.
Бәйге ике өлөшкә бүлеп үткәрелде: тәүге өлөшөндә жюри ҡымыҙ бешеүселәрҙең эш һөҙөмтәләрен тикшереп сығып, тест һорауҙарына яуап алып, еңеүсене билдәләһә, икенсе өлөштә зоотехниктар ярышты. Нисек ярышты, тиһәгеҙ, әйтәйем – ат егеп! Кем алашаны тиҙерәк егеп, тиҙерәк туғара, шул еңеүсе, шуға – дан. Башта, ҡуйсәле, машина заманында мине ҡаңғыртмағыҙ, атты ҡайһы яғынан егергә лә белмәйем бит ул, тип ҡул һелтәп мәрәкәләүселәр күп булһа ла, был конкурс та йәнле генә үтеп китте; хатта, дәртләнеп китеп, ауыл хужалығы министры урынбаҫары Азат Йыһаншин да, үҫмер сағын иҫкә төшөрөп, ат егеп ҡараны:
– Онотмағанмын икән!..
Бәйгеселәр менән ара-тирә һүҙ ҡатышып алдым. Барыһы ла бер ауыҙҙан ҡымыҙҙың үтемле тауар булыуын иҫкә алды, тик, көндәр эҫе торғанғамы, һауын кәмеүен әйтте. Өфө аръяғынан килеүсе бер абзый, юл алыҫ булыу сәбәпле, ҡымыҙым ныҡ әсеп, «термоядерный»ға әйләнде, тип көлдөрөп алһа, Күгәрсен районынан килгән фермер конкурс хаҡында кисә кис кенә ишетеүенә бошондо:
– Алдан аңғартһалар, ныҡлап әҙерләнеп килер инем. Көнө еткәс, исем өсөн килеү кеүек булды инде был.
Етенсе йыл рәттән үтеүсе был бәйге, ойоштороусылар фекеренсә, ҡымыҙҙың бәҫен күтәреүгә, йылҡысылыҡты, ҡымыҙсылыҡты пропагандалауға йүнәлтелгән.
Быйылғы бәйгелә, былтырғы менән сағыштырғанда, ҡатна­шыу­сылар һаны күберәк: 2011 йылда 27 район булһа, быйыл Юл­дыбайға ҡымыҙ бешеүселәр 34 төбәктән килде.
Бәйгенең баш судьяһы Илгиз Байбулатов әйтеүенсә, конкурс­тың файҙаһы ҡатнашыусылар һанында ғына түгел, ә ҡымыҙ бешеүҙең сифатында ла асыҡ сағыла:
– Тәүге бәйгеләрҙә ҡымыҙҙың тәме, төҫө, консистенцияһына иғтибар күберәк бүленһә, хәҙер иһә, былар менән бер рәттән, ҡымыҙҙың мотлаҡ ниндәй һауыт­ҡа ҡойолған булыуы, ГОСТ талаптарына яуап биреүе, һауыттың биҙәлеше кеүек нескәлектәренә иғтибар итәбеҙ. Элегерәк эркеткә оҡшаған, ниндәйҙер болғансыҡ, сәйер ҡымыҙ менән килеүселәр осраһа, хәҙер бындай күренеш юҡ – ҡымыҙ бешеүселәр бәйгеһендә тик иң яҡшылар ғына ҡатнаша.
Республика ҡымыҙсыларының 7-се конкурсында еңеүсе тип Учалы районының «Юлдаш» ЯСЙ танылды, улар айғыр менән бүләкләнде. Икенсе урынды «Өфөнөң 119-сы ат заводы» ЯСЙ алһа, өсөнсө урынды Көйөргәҙе районының «Ватан» КФХ-һы яуланы.
Йола буйынса, ҡымыҙсылар бәйгеһендә еңеү яулаған район сираттағы бәйгене үҙендә үткәрә. Киләһе йыл учалылар был конкурс­ты ысынлап та республика кимәлендәгеләй, «термоядерный ҡымыҙ» кеүек хәтәр итеп үткәрер тип ышанғы килә.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”