RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бесән әҙерләү күпмегә төшә?

13.07.2012 Бесән әҙерләү күпмегә төшә?

Урып-һуғыу эштәре башланһа ла, әле шәхси хужалыҡтарҙа бесән әҙерләүҙең иң ҡыҙған мәле. Республикабыҙҙың күпселек ауылдары халҡы бесәнгә төшкән, ни тиһәң дә, был эште тотҡарлап торған ямғырҙар яумай. Эҫе ҡояш та кешеләрҙе ашыҡтыра.
Бесән әҙерләү – ауыл ерендә иң ауыр эштәрҙең береһе. Бынан тыш, ул күп кенә сығым да талап итә. Бесәнде салғы менән сапҡан урындар бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалып бара. Шулай ҙа ундай ерҙәрҙә сабыусы хужалар ҙа осрай әле.
Бөгөн беҙ шәхси хужалыҡтарҙа бесән әҙерләү барышы менән танышыу өсөн Башҡортостандың төрлө райондарында йәшәгән гәзит уҡыусыларыбыҙға шылтыраттыҡ.

Рәфҡәт ӘХМӘТЙӘНОВ, Мәсетле районының Теләш ауылы:
− Беҙҙең яҡта бесән башланып тора. Ауылыбыҙ урмандарға яҡын урынлашҡан. Шуға ла бесән юҡ тип зарлана алмайбыҙ – урман дымды һаҡлап тороп, үлән беҙҙә һәр ваҡыт тиерлек һәйбәт үҫә. Ә бына ялан ерҙә үлән көйгән. Унда бесән әҙерләүселәргә ауырға тура килер инде.
Беҙҙең яҡта бер гектар сабынлыҡты трактор менән саптырыу 1000 һумдан башлана. Был хаҡ хужалар тракторға яғыулыҡты үҙҙәре ҡойған осраҡта. Яғыулыҡ бирмәүселәр бер гектар өсөн яҡынса 1200 һум тирәһе аҡса түләй. Әлбиттә, хаҡҡа йоғонто яһаусы башҡа проблемалар ҙа табыла. Шулай ҙа хаҡтарҙы бер гектарға 1000 – 1200 һум тип әйтергә булалыр.

Дамира УСМАНОВА, Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылы:
− Беҙҙең ғаилә бесәнгә төшмәне әле. Ярҙамға балаларыбыҙ ҡайтҡанынн көтәбеҙ. Салғы менән сабыусылар ҙа бар ауылда. Шулай ҙа халыҡтың күбеһе тракторсыларға мөрәжәғәт итә.
Баймаҡта быйыл йәй үтә ҡоро килде, үлән насар. Былтыр 20 күбә алған сабынлыҡтан биш күбә сығырмы-юҡмы инде. Үләндең ҡуйылығын былтырғы менән сағыштырырлыҡ та түгел, ул ҡоро, һирәк. Ауыл ерендә малһыҙ йәшәп булмай, уларҙы ҡышлатыу өсөн форсатын табырға тырышабыҙ.
Бесәнде саптырып, йыйып алыу ҙа аҡсаға бәйләнгән инде. Бер гектар майҙанды саптырыу өсөн кәмендә 1000 һум аҡса түләргә тура килә, етмәһә, уның яғыулығын да үҙебеҙ ҡоябыҙ. Бесәнде тырматтырыу – 1500 һум тирәһе.

Гүзәл МӨЛӨКОВА, Әлшәй районының Баязит ауылы:
− Малды күп аҫрарға тырышабыҙ. Балалар ситтә эшләһә лә, бындай уттай эш ваҡытында ҡайтып ярҙам итергә форсат табалар. Беҙҙә бесән ерҙәрен йыл һайын бүлеп бирәләр. Быйыл да бүленде, халыҡ эшләй башланы. Ерҙәре урман яғынараҡ тура килгәндәргә ҡул менән дә сабырға тура килә. Ауырыраҡ та һуң, ни хәл итәһең.
Трактор менән бер сабынлыҡты саптырыуҙың хаҡы 500 һумдан башлана, тип ишеткәйнем. Был − иң әҙ билдәләнгән хаҡ. Сабылған бесәнде килтерергә лә кәрәк бит әле – бының өсөн кәмендә 1000 һум аҡса кәрәк.
Беҙҙә бесәнгә аҙна башында төштөләр. Үлән шул тиклем насар үҫкән тип әйтмәҫ инем. Шулай ҙа әле көндәр артыҡ эҫе тора, булғанды тиҙерәк йыйып алырға тип тырышабыҙ.

Әҡсән ВӘЛИЕВ, Әбйәлил районының Ишҡол ауылы:
− Беҙҙең сабынлыҡтарға ҡоролоҡ зыян килтер­ҙе. Көндәр әле һаман да ныҡ ҡоро, үлән насар үҫкән. Ауыл халҡына мал-тыуарын ҡышлатыу бик ауырға тура килер, тип хәүефләнәбеҙ. Бесән урман тирәләрендә генә бар, асыҡ урындарҙа үлән көйөп бөтөп бара.
Ярай әле үткән йыл уңышлы булды, ҡалған бесәнебеҙ бар. Быйыл булғанын йыйып алып, былтырғыһы менән ҡушып, малды кәметмәй генә ҡышлатыуға өмөтләнәбеҙ.
Беҙҙә трактор менән бер гектар майҙандағы бесәнде саптырыу 600 – 700 һум тирәһе тип билдәләнгән.
Л. СИРАЕВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”