RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Республика етәксеһе ҡулынан – «Әсәлек даны» миҙалы

13.07.2012 Республика етәксеһе ҡулынан – «Әсәлек даны» миҙалы

Республика етәксеһе ҡулынан – «Әсәлек даны» миҙалы
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөнән күп балалы әсә Гөлнара Бакироваға иҫәп буйынса 5617-се «Әсәлек даны» миҙалын тапшырҙы. Тантана йола буйынса Республика йортонда үтһә лә, форматы менән бығаса үткәндәренән ныҡ айырыла ине.
Республика башлығы миҙал тапшырыу тантанаһына Ба­киров­тарҙың тотош ғаиләһен саҡырған. Өй йылыһын һаҡлаусы ханымдан тыш, Хө­күмәт йортона ғаилә башлығы Сергей Вик­торович һәм биш бала – 15 йәшлек Анже­лика, һигеҙ йәшлек Алина, биш йәшлек Анна, өс йәшлек Андрей һәм ике йәшлек Аделина ла килде.
– Ҙур ҡыҙым – 18 йәшлек Азалия ғына килә алманы. Ул быйыл мәктәпте тамамланы, документтарын институтҡа тапшырҙы ла, ваҡытын бушҡа үткәрмәҫ өсөн, йәйгелеккә эшкә урынлашырға ҡарар итте,– тип һөйләне Президентҡа Гөлнара Бакирова.
Рөстәм Хәмитов үҙ сиратында күп балалы ғаиләнең нисек йәшәүе, ниндәй ауырлыҡтар менән осрашырға тура килеүе тураһында һорашты.
– Мин 207-се маршрут автобусында водитель булып эшләйем, – тип яуап бирҙе Сергей Бакиров. – Күп балалы атай булыуымды белгәнгә күрә эштә һәр ваҡыт ярҙам итергә тырышалар.
– Миңә «Изгелек» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәгендә ғаилә төркөмө ойош­торор­ға тәҡдим иттеләр – беҙ тәғәйен мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһына беркетеләсәкбеҙ, – тип әңгәмәгә ҡушылды Гөлнара Бакирова.
Торлаҡ мәсьәләһенә килгәндә, Бакировтар ҡәйнәһе менән бергә ҙур булмаған ике бүлмәле фатирҙа йәшәүҙәре хаҡында әйтте.
Был теманы дауам итеп, Рөстәм Хәмитов, бөтөн тейешле документтарҙы йыйып, күп балалы ғаиләләргә йорт төҙөү өсөн ер участкаһы биреүсе программаға инергә кәңәш итте.
– Ер кәрәк булһа, тимәк, әкренләп йорт төҙөйһөгөҙ инде, бында дәүләт тә ярҙам итер, – тине Президент.
Артабан Рөстәм Хәмитов миҙал һәм бүләктәр тапшырҙы, ә балалар Президент ҡулынан уйынсыҡтар алды.
Гөлнара менән Сергей Бакировтарҙың тормош ҡороуына 19 йыл.
– Татыу донъя көтөүебеҙҙең бер сере лә юҡ, – ти күп балалы әсә. – Иң мөһиме – беҙ бер-беребеҙҙе аңлайбыҙ, ярҙам итәбеҙ, хәстәрлек күрәбеҙ. Икебеҙ ҙә күп балалы ғаиләлә үҫтек: иптәшемдең ғаиләһендә – өс, беҙҙекендә дүрт бала булды. Дөрөҫөн әйткәндә, ауыр саҡтар ҙа була. Эшләүенә, арыуына ҡарамаҫтан, Сергей һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер. Аңлай­һығыҙҙыр, балалар үҫтереү – бер өҙлөкһөҙ алып барылған мәшәҡәтле эш ул. Минең ялым да, отпускым да, яңғыҙ булған ваҡытым да юҡ. Шулай ҙа бер ҙә үкенмәйем: балалар менән бергә булыуҙан да ҙурыраҡ бәхет юҡ ул!










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”