13.07.2012 Ҡорал тапшырған өсөн – 270 мең һум!
Әлеге мәлдә республикала “ҡоралыңды тапшыр һәм аҡса ал!” акцияһы бара. Уның сиктәрендә законһыҙ һаҡланған атыу ҡоралын эске эштәр бүлегенә тапшырған граждан енәйәт яуаплылығынан азат ителә, шулай уҡ уға аҡсалата премия бирелә.
Ошо көндәрҙә Миәкә районынан 80 йәшлек пенсионер үҙ ирке менән полицияның урындағы бүлегенә ун һигеҙ килограмм шартлатҡыс матдә, запалдар, ике һунар мылтығы һәм ун ике патрон тапшырған. Был сама “байлыҡ” йорт ҡыйығында 1975 йылдан бирле һаҡланған. Бөтә ҡоралдың һәм шартлатҡыс матдәнең хаҡы 270 мең һумлыҡ тип билдәләнгән.
2012 йылдың тәүге яртыһында республика буйынса Эске эштәр министрлығының лицензия-рөхсәт биреү үҙәгендә бөтәһе 248 берәмек ҡорал, ун мең данаға яҡын боеприпас ҡабул ителгән. Акция барышында граждандарға 1 миллион 200 мең һум аҡса түләнгән.
Г. ЯХИНА.