13.07.2012 Милләтте өйрәнеүгә өлөшөңдө индер!
Бөтәгеҙҙе лә башҡорт ҡәбиләләрен һәм башҡорт халҡының этногенезын өйрәнеү өсөн ойошторолған тикшереүҙәрҙә ҡатнашырға саҡырабыҙ. Был тикшереүҙәр ДНК-маркерҙар нигеҙендә башҡарыла.
Этногенезды өйрәнеү өсөн ир-егеттәрҙең ҡатнашыуы кәрәк. Улар ҡан тапшырырға тейеш. Әле ғалимдарҙа Бөрйән, Мең, Юрматы, Тамъян, Түңгәүер, ҡыпсаҡ, ҡатай ырыуҙары егеттәре тапшырған 550 тирәһе ҡан өлгөһө бар. Тикшереү дауам итә, унда теләгән бер башҡорт ҡатнаша ала.
ҡан тапшырырға теләгән ир-егеттәрҙе бөгөн Өфө ҡалаһындағы 46-сы поликлиникаға килергә саҡырабыҙ. Ул Софья Перовская урамындағы 30/8 һанлы йортта урынлашҡан. Алдан мәғлүмәт алыу өсөн +7-927-2306007 номеры буйынса шылтыратырға мөмкин.
Т. АМАНОВ.