06.07.2012 “Никахтарҙы милли телдәрҙә лә теркәйбеҙ”
Никахлашыу һарайына барып, Стәрлетамаҡ ҡалаһының ЗАГС бүлеге начальнигы Галина Александровна Кузнецова менән әңгәмәне лә ғаилә ҡиммәттәре хаҡында ҡорҙом.
– ҡала һәм республика кимәлендә әһәмиәтле программаларҙы тормошҡа ашырыу буйынса ниндәй саралар үткәрәһегеҙ?
– 2009 йылдан "Башҡортостан халыҡтары", "Рәсәй Федерацияһы башҡорттары", "Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының фольклорын тергеҙеү һәм үҫтереү" дәүләт программаларын тормошҡа ашырыу сиктәрендә граждандарҙың теләге буйынса ЗАГС бүлеге никахты, бала тыуыуҙы теркәүҙе милли мәҙәниәт элементтарын файҙаланып, башҡорт һәм рус телдәрендә үткәрә. Шулай уҡ татар, сыуаш, мордва, мари һәм башҡа милләттәрҙең тантаналы ритуалдарында милли костюмдар, халыҡ йолалары һәм фольклор файҙаланыла. Тантаналы сара ваҡытында ижади коллективтар Башҡортостанда йәшәүсе халыҡ йырҙарын һәм бейеүҙәрен башҡара. ЗАГС бүлегендә башҡорт телендә үткәрелгән саралар тураһында матбуғат биттәрендә баҫыла. Ә инде "Башҡортостан Республикаһы халыҡтары теле тураһында"ғы БР Законын тормошҡа ашырыу маҡсатында граждандар хәле акттарын дәүләт теркәүе тураһындағы таныҡлыҡ бланкыларын башҡорт һәм рус телдәрендә тултырабыҙ. Унда компьютер программаларын ҡулланабыҙ. Башҡорт телен ҡулланыу буйынса методик әҙәбиәтте, һүҙлектәрҙе, белешмәләрҙе файҙаланабыҙ. Шулай уҡ граждандарҙың теләге буйынса никахты теркәү тантанаһын башҡортса ла, русса ла үткәрәбеҙ. Кәрәк саҡта граждандарҙы туған телендә ҡабул итәбеҙ. Сараларҙы үткәреү алымы һәм формалары төрлөсә, ләкин уларҙы тантаналы ойоштороу ҡалабыҙҙа ғәҙәткә ингән. Яҡтылыҡ, изгелек бөркөп, балаға, тормош иптәшеңә, ата-әсәләргә ҡарата һөйөү менән һуғарылған саралар һәр ваҡыт ыңғай тойғо ҡалдыра. Шуға бәйле ғаиләнең ата-әсәлек статусы ла күтәрелә. Был демографик хәлде һәм ғаилә-никах мөнәсәбәттәрен яҡшыртыуға булышлыҡ итә. Был сараларҙы ойоштороу һәм үткәреүҙә ҡала хакимиәте, "Берҙәм Рәсәй" партияһы, ҡала ҡатын-ҡыҙҙар союзы вәкилдәре ҙур булышлыҡ күрһәтә.
– Сит ил граждандары менән никахлашыу тәртибе нисегерәк ҡуйылған?
– Бөтәһе 13 никах теркәлде. Беҙ был мәсьәләгә бик етди ҡарайбыҙ. Ғаилә законы нормаларын иҫәпкә алып эш итәбеҙ. Германия, Австрия, Норвегия илдәре һәм яҡын сит ил граждандары менән никахҡа инеүселәр бар.
– Һеҙҙең учреждение, туйҙан тыш, тыуым менән үлемде теркәгән урын да бит әле.
– 2009 – 2011 йылдарҙағы теркәүҙәрҙән сығып, шуны әйтергә була: 2010 йылда, 2009 йыл менән сағыштырғанда, донъяға килгән сабыйҙар һаны 114-кә күберәк, 2011 йылда ла тыуым һаны ошо кимәлдә тиерлек булған. Ә үлеүселәр һаны 2011 йылда 174-кә артып киткән. Шул уҡ ваҡытта 2009 – 2011 йылдарҙа теркәлгән акттарға иғтибар иткәндә, тыуым үлемгә ҡарағанда күберәк: 2009 йылда – 852, 2010 йылда – 952, ә 2011 йылда 793 берәмеккә артыҡ. Был үҫеш 2007 йылдан күҙәтелә.
– Статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалһаҡ, һуңғы йылдарҙа айырылышыуҙар һаны артҡандан-арта бара…
– ҡалабыҙҙа никахҡа инеүселәр һанының 2008 йылдан артыуы күҙәтелә. Никахты тарҡатыу 2004 йылдан тотороҡло килә.
– Бүлектең архив фондына йыш мөрәжәғәт итәләрме?
– 2011 йылда 576473 граждандар хәле акты теркәлгән, был 2010 йылдағынан 12078-гә күберәк. Дәүләт теркәүе буйынса акттарҙың күләме артыуы ошонан уҡ күренә.
Әйткәндәй, 2011 йылдың ғинуарынан алып ҡала ЗАГС бүлеге "ЗАГС-Табыш" программа комплексына күсте. Был граждандарҙы хеҙмәтләндереү сифатын камиллаштырыуға һәм ведомство-ара йоғонтололоҡҡа яңы мөмкинлектәр аса. Мәҫәлән, ҡулдан ғариза яҙыу бөтөрөлдө. Кәрәкле документтар алғанда граждандарға ғаризаны ҡултамға менән раҫларға ғына кәрәк. Тағы бер яңылыҡ: хәҙер БР ЗАГС идаралығының интернет-сайты аша мөрәжәғәт итеп, никахты теркәү датаһын билдәләргә мөмкин.