RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Почта хеҙмәте үҙен аҡлаймы?

06.07.2012 Почта хеҙмәте үҙен аҡлаймы?

Гәзит-журналдар менән дуҫ булған кешеләр һәр көн һайын почта алыуына күнеккән инде. Һөйөнөслө лә, көйөнөслө лә хат- хәбәрҙе, электр энергияһына, коммуналь хеҙмәттәргә түләү ҡағыҙҙарын, айҙың билдәле бер көнөндә өмөтләнеп көтөп алған пенсияны ла беҙгә почтальон алып килә. Бынан тыш, посылкалар ебәреү, конверт-маркалар, ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙҙырыу, һатыу ҙа – улар иңендә. Рәсәй почтаһын ниндәй проблемалар борсой? Почта хеҙмәтенең эшенән ҡәнәғәтһегеҙме? Түбәндә ошо һорауҙарға яуап эҙләнек.

Илгиз ИСЛАМОВ, ҡариҙел почта бүлексәһе начальнигы:
− Почта эше бер ҡасан да еңел булмаған. Почтальон булып беҙҙә, башлыса, үҙ эшенә тоғро ҡалған, хәҙер инде пенсия йәшенә етеп килеүселәр эшләй, йәштәр килмәй. Быға хат ташыусының эш хаҡының аҙ булыуы ла сәбәпсе. Халыҡҡа ваҡытлы матбуғат баҫмаларын ваҡытында таратырға, тейешле хатын да алып барып еткерергә кәрәк. Ни бары өс хатты тапшырыу өсөн 50 − 60 саҡрымға машина ебәреү, әлбиттә, беҙҙең эштә үҙен аҡламай. Шуға ошондай сығымдарҙы ҡаплау өсөн почта бүлексәләрендә тауар һатырға мәжбүрбеҙ ҙә инде. Штатты ҡыҫҡартыу, әлбиттә, беҙҙең файҙаға түгел. Былай ҙа хеҙмәткәрҙәребеҙ етешмәй. Почта хеҙмәткәрҙәренең эше ҡасандыр бер лайыҡлы баһаланыр тип ышанам.

Сара АБДУЛЛИНА, Әбйәлил районының Әбдрәш ауылы:
− Мин ваҡытлы матбуғат баҫмаларына күпләп яҙылғанмын. „Йәшлек”, „Башҡортостан”, „Аҙна”, „ЗОЖ” гәзиттәрен алдырып уҡыйым. Почта ауылда аҙнаһына өс мәртәбә таратыла. Аҡса түгеп яҙылғас, гәзиттәрҙе ваҡытында уҡығы килә. ҡайһы берҙә ике номерҙы бер көндә килтерһәләр, уҡыуы ҡыйыныраҡ булып китә. Бәлки, был почтальондың да ғәйебе түгелдер. Матбуғат баҫмаларын көнөнөкөн көнөнә уҡыуы күңеллерәк, мәғлүмәттәр һуңынан иҫкереп бөткән була бит.

Әлмира ВӘЛИЕВА, Өфө ҡалаһы:
− Почта хеҙмәткәрҙәренә дәғүәм ҙур − Өфөнән ауылда йәшәүсе атай-әсәйем өсөн быйыл гәзиттәргә яҙылғайным. Ике ай буйы уны ала алманылар.
Кем ғәйебе менән булғандыр − аңлай алманым. Почтала, карточка килеп етмәгән, тип аңлаттылар. Ул документ шулай оҙаҡ йөрөймө икән ни? Минең кеүектәр күптер тип уйлайым.

Сәриә апай (исемен атамауын үтенде):
− Ике ауылға почта таратам. Почтаны уҡыусыға алып барып еткергәнсе арманһыҙ булып аяҡтан йығылам. Йәйгеһен еңел ул. Бына ҡышҡы сатнама һыуыҡтарҙа, бурандарҙа көрт йырып гәзит таратып йөрөүе үҙе бер михнәт. Хеҙмәтемде баһалап, ихлас рәхмәт әйтһәләр, күңелем күтәрелеп китә, эшемдең ауырлығы онотолғандай була. Әбей-бабайҙар, әлдә һин бар әле беҙҙе яңылыҡтар менән таныштырып тороусы, тип эс-серҙәре менән дә бүлешеп ала. Күрше ауылға йөрөй алмағандарына электр энергияһы өсөн дә аҡса түләп ҡайтам. Тик бына ауылдаштарымдың ҡайһы берҙәренең почта өсөн йәшниктәр ҡуймауы ғына борсой. Гәзитте һайһы берҙә ҡапҡа тышына ҡыҫтырып китергә тура килә, хат, извещение булһа, ҡулдарына тапшырыуҙы хуп күрәм. Почта таратҡанда эттән дә тешләнгән саҡтарым аҙ булманы. Үҙем дә гәзит-журнал, китап уҡырға яратам, шуға ла халыҡты рухи аҙыҡ менән ҡыуандырғаным өсөн эшемде яратып башҡарам. Тик бына хат ташыу­сыларға эш хаҡын ғына арттырһындар ине. Бигерәк аҙ бит...

З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”