RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йәннәт – әсәләрҙең аяҡ аҫтында

03.07.2012 Йәннәт – әсәләрҙең аяҡ аҫтында

Әсә... Ошо исемде йөрөтөүсегә Аллаһы Тәғәлә бүтән берәүҙә лә булмаған миһырбанлылыҡ, хәстәрлеклелек, изгелек кеүек әллә күпме аҫыл сифатты хас ҡылған. Әсәнең ни күреп ни кисергәнен үҙе әсәй булған кеше генә аңлай, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Ул сабыйын тәүҙә ҡарынында ҡәҙерләп туғыҙ ай буйы йөрөтә, бер йыл тирәһе ҡулында, шунан ғүмере буйына балаһын йөрәк түрендә йөрөтә.
Йәннәт – әсәләрҙең аяҡ аҫтында, тигән бәйғәмбәребеҙ. Эйе, әсәнең ризалығына ирешмәйенсә, йәннәткә инеү мөмкинлеге юҡ, әлбиттә. Ата-әсә икеһе лә ҙур ихтирам­ға лайыҡ булһа ла, иң оло хөрмәткә әсәй, шунан һуң ғына атай кеше эйә. ҡылған изгелектәребеҙ, тәү сиратта, тап уларға арналған булырға тейеш. Бала саҡта әсәй беҙҙе нисек ҡараған, тәрбиәләгән, беҙ ҙә уға шундай уҡ яуап ҡайтарыр­ға бурыслыбыҙ. Йәғни бала бәлиғ булғандан алып ата-әсәһен тәрбиәләүгә яуаплы.
Тирә-яғыбыҙға күҙ һалайыҡ: аҙмы ни арабыҙҙа асыҡтан-асыҡ үҙ әсәһен, атаһын ҡарт көнөндә тилмертеп, йорттарын һатып, зар илатып ҡарттар йортона оҙатыусы миһырбанһыҙ йәштәр? Шундай мөнәсәбәт яулар өсөн үҫтергәнме ни улар ғәзиз балаларын?! Сәстәр үрә торорлоҡ: әлеге көндә илебеҙҙәге ҡарттар йорттары туп-тулы! Ни сәсһәң, шуны урырһың, тиҙәр халыҡта. Йәштәр үҙҙәренең киләсәге хаҡында уйланһын ине. Уларҙың да бит балалары үҫә... Киләсәктә, әгәр үҙ балалары шулай уҡ ҡыланһа, ата-әсә ни тип яуап бирер, кемгә өмөттәр бағлар?
Атай-әсәйҙәр, әлбиттә, олоғая килә физик һәм аҡыл яғынан көсһөҙләнә башлай: ауырып китеүҙәре, йә бөтөнләй түшәккә ятыуҙары ихтимал, яңылыш фекер йөрөтөүҙәре, юҡ өсөн бәхәсләшеүҙәре мөмкин. Әммә быларҙың барыһы ла ҡартайыу ғәләмәте. Улар бит быны балаларына ауырлыҡ тыуҙырыу өсөн эшләмәй. Уларҙағы ҡылыҡ-фиғел үҙгәрештәрен мөмкин тиклем тыныс һәм аңлау менән ҡабул итергә кәрәк. Сабый сағыңда әсәйеңдең төндәрен һинең өсөн йоҡламай уҙғарғанын, һинең бөтә киреләнеүҙәреңде яратып ҡабул иткәнен белмәйһең. Ғөмүмән, әсәйең ниндәй генә булмаһын, һин уның алдында бурысыңды теүәл үтәргә тейешһең. Фәҡәт ул һинең әсәйең булған өсөн генә.
Уға ҡул һелтәү, әйткәндәрен тыңламау, шәфҡәтһеҙлек күрһәтеү гонаһ һанала. Тормоштағы бөтә хаталарҙы, моғайын, аңлап та, кисереп тә булалыр, әммә ата-әсәгә ҡарата бындай мөнәсәбәтте ғәфү итеп булмай.
Балаларҙың ата-әсәләренә һәм ата-әсәнең балаларына булған әлеге киҫкен мөнәсәбәттәр аяныслы хәлдәргә килтерә. Әйтеп үтергә кәрәк, әсәйҙәрҙең дә төрлөһө була. Балаларын онотоп, еңел тормошто һайлаған, «йәшел йылан»ға бирелгәндәре лә бар арабыҙҙа. Махсус интернаттарҙың, балалар йорттарының артыуы быға дәлил булып тора. Ата-әсәләр балаларына иң күркәм тәрбиә бирһен, үҙ бурыс­тарын теүәл үтәһен, ә балалары уларға ҡарата миһырбанлы, итәғәтле булһын һәм уларҙы ҡарт көндәрендә яңғыҙ ҡалдырмаһын, үҙ ҡарауы аҫтына алһын, тип өйрәтә динебеҙ. Балаларға ҡалдыра торған мираҫтың иң ҡиммәтлеһе – дингә яҡынайтыу, тигән Мөхәммәт бәйғәмбәр (с.ғ.с.). Йәғни тәрбиәнең төп сығанағы – дин. Бала изге тәрбиә алып үҫһә, гонаһ ҡылыуҙан ҡурҡһа, тимәк, уның ата-әсәһенә ҡаршы бармауы ғына түгел, теләһә ниндәй ярамаған ғәмәлде башҡармаясағына ышаныс ҙур.
Шулай итеп, һәр кемдең дә Аллаһы Тәғәлә алдында үҙ бурысы бар. Һәм былар­ҙың бөтәһе лә үҙ-ара бәйләнгән. Уларҙы үтәмәйенсә, бер кемдең дә рәхмәткә ирешеү мөмкинлеге юҡ.

Айгизә АСҡАРОВА,
БДУ студенты.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”