RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Һынамыштарға ҡолаҡ һалығыҙ”, –

03.07.2012 “Һынамыштарға ҡолаҡ һалығыҙ”, –

“Һынамыштарға ҡолаҡ һалығыҙ”, –
ти көн торошон оҙаҡ йылдар күҙәтеп барыусы Юлай Рәхмәтуллин
Дуҫ-ишегеҙ менән осрашҡас, иң алда нимәләр хаҡында һөйләшәһегеҙ? Хәл-әхүәлде барлағас, ғәҙәттә, һүҙ көн торошона күсә. Мюнхен университеты ғалимдары раҫлауынса, кеше ғүмеренең ете айын көндәрҙең нисек буласағы хаҡындағы һөйләшеүҙәргә арнай. был йәһәттән бигерәк тә инглиздәр айырыла икән.
ҡала халҡы өсөн көн торошо әллә ни ҙур әһәмиәткә эйә түгел кеүек. Улар аралашыуҙағы көсөргәнеште кәметеү, оҙаҡҡа һуҙылған паузаны ялғар өсөн көнгә ҡарата фекерен белдерә, ә ауыл кешеһенә ямғыры ла, ҡояшы ла мөһим.
Борон атай-олатайҙарыбыҙ көн торошон күҙәтеү көндәлектәрен алып барған. Был матур традицияны дауам итеүсе кешеләр бөгөн дә бар. Шуларҙың береһе – Баймаҡ районының Ниғәмәт мәктәбе директоры, биология һәм химия уҡытыусыһы Юлай Рәхмәтуллин. Ул ун бишенсе йыл инде көн һайын көн торошон теркәп бара.
Юлай Йосоп улы һөнәре буйынса агроном һәм педагог. Алты йыл ауыл хужалығы өлкәһендә эшләгәс, 1988 йылда мәғариф өлкәһенә күсә. Мәктәп яны участкаһынан алын­ған мул уңыш – Юлай Йосоп улының күҙәтеүсәнлеге һөҙөмтәһе лә ул. Тәүге һалҡындар, ҡырау, вегетация осорон иҫәпкә алып ултыртылған үҫентеләр бер ауырлыҡһыҙ үҫеп китә.
– Тәжрибәмдән сығып, шуны билдәләргә мөмкин: яҙ айҙары – көҙгә (йәғни март, апрель, май һәм сентябрь, октябрь, ноябрь), ҡышҡа – йәй (йәғни июнь, июль, август һәм декабрь, ғинуар, февраль) тура килә. Әгәр ҙә ноябрь аҙағы – декабрь башында көн йылынһа, май аҙағы – июнь башында һыуытыу, ҡырау төшөү ихтималлығы ҙур. Ә ҡыш ошо осорҙа яуым-төшөм булһа, яҙ шифалы ямғырҙары менән һөйөндөрәсәк.
Күҙәтеүҙәр һөҙөмтәһе буйынса шуны ышаныслы әйтергә мөмкин – атмосфера баҫымы 748 миллиметрҙан юғары булһа, яуым-төшөм булмаясаҡ. Хатта ел-дауыллап ҡара болот килһә лә, ул яумай үтәсәк.
Өфөнән хәбәр ителгән көн торошо тураһындағы фараздар беҙҙең төбәккә йыш ҡына тура килмәй. Географик торош, һыу ятҡылыҡтары көн торошона йоғонто яһамай ҡалмай. Республиканың көньяҡ-көнсығыш райондары ҡырыҫ тәбиғәте менән айырыла. Беҙҙең Һаҡмар зонаһы ауыл хужалығы өсөн хәүефле. Шулай ҙа нәҡ ошонда юғары сифатлы ҡаты бойҙай үҫә.
Һуңғы йылдарҙа ҡоро килеүсе яҙ, йәй айҙары һәм көҙгө оҙайлы ямғырҙар ауыл хужалығы өлкәһенә кире йоғонто яһаны, баҡса эшендә, бесән әҙерләүҙә артыҡ мәшәҡәттәр тыуҙырҙы.
Быйылғы көн торошо 1995 йылдыҡына оҡшаған. Ул йылда яҙ иртә килде, йәйгеһен ваҡыты-ваҡыты менән ямғыр яуҙы, шулай ҙа эҫе көндәр торҙо, йыл ҡорораҡ булды. Иҫләйем, бай уңыш йыйып алғайныҡ, бойҙайҙың елемсәһе юғары сифатлы ине. Һуңғы ваҡытта ундай бойҙайҙың булғаны юҡ. Ә быйыл яҡшы уңыш йыйып алырбыҙ, тигән өмөт бар.
Таштың нисек ятыуына, ағастың ҡайһы яҡҡа ҡарап үҫеүенә, ҡоштарҙың оя ҡороуына ҡарап та һығымталар яһарға була. Һуңғы йылдарҙа сыйырсыҡтар әҙәйҙе. Улар хәҙер йышыраҡ Европа илдәрендә туплана. Ә бына ҡара ҡарғалар, киреһенсә, күбәйҙе. Сәбәбе – баҫыуҙарҙың майҙаны кәмене һәм химик утауҙар һирәгерәк ҡулланыла.
Ата-бабаларыбыҙҙың һынамыштарына ҡолаҡ һалырға кәрәк. Мәҫәлән, Ирәндек тауы күгәреп ятһа, яуым-төшөм көтөлмәй. Көнбайыштағы урман һыҙаты ҡарайһа – тиҙҙән ҡар йә ямғыр буласаҡ. Тәбиғәттә барыһы ла эҙмә-эҙлекле. Ана шуларҙы иғтибар менән күҙәтеп барһаң, көн торошон алдағы тәүлектәргә бер ауырлыҡһыҙ билдәләргә мөмкин.

Г. БИКМӘТОВА яҙып алды.
Автор фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”