RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “ӘЛШӘЙ ҠЫҘҘАРЫ – БИК ШӘП ВОДИТЕЛДӘР”, – ти подполковник Салауат Ҡотлоев

03.07.2012 “ӘЛШӘЙ ҠЫҘҘАРЫ – БИК ШӘП ВОДИТЕЛДӘР”, – ти подполковник Салауат Ҡотлоев

“ӘЛШӘЙ ҠЫҘҘАРЫ – БИК ШӘП ВОДИТЕЛДӘР”, – ти подполковник Салауат Ҡотлоев
Һәр эш үҙен яратҡан, хөрмәт иткән кешеләрҙе ярата. Эшенә ҙур хөрмәт һәм һөйөү менән ҡарағандарҙың ғына уңышҡа, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүен беләбеҙ. Әлшәй районының дәүләт автоинспекцияһы башлығы, полиция подполковнигы Салауат ҡотлоевты ла урындағы халыҡ, ҡул аҫтындағы хеҙмәткәрҙәр, етәкселәр принципиаль, әммә кешелекле, эшенә мөкиббән киткән шәхес булараҡ таный. Ул юл именлеге хеҙмәтендә 17 йылдан ашыу эшләй инде.
− Эшемде ябай инспектор булараҡ башлағайным. Шуға ла, Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәтенең бөтә нескәлектәрен дә беләм, тип әйтә алам. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан башҡа бер ерҙә лә эшләмәнем һәм үҙемде икенсе тармаҡта күҙ алдына ла килтермәйем, − ти Салауат ҡотлоев.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең еңел булмаған эшен һәр кем белә. Көндәр ниндәй генә булмаһын – эҫеме йәки һыуыҡмы, улар юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге һағында. Салауат ҡотлоевтың да эш көнө иртәнге сәғәт һигеҙ тулыр-тулмаҫтан башлана. Байрамдар һәм ял көндәре, отпускылар мәле халыҡ өсөн иң күңелле ваҡыт булһа, автоинспекторҙар өсөн иң көсөргәнешле осор. Хәҙер ЮХХДИ хеҙмәтенә тик юғары белемле белгестәрҙе генә алыр­ға тырышалар һәм был йүнәлештә эштәр Башҡор­тос­танда ла әүҙем бара. Салауат ҡотлоев билдәләүенсә, Әлшәй районында юл именлеген ысын профессионалдар тәьмин итә. Унда әллә ни оло булмаған кешеләр эшләһә лә, барыһы ла тәжрибәле һәм белемле. Был шулай булырға тейеш тә. Сөнки дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренә үҙ эшен дә һәйбәт белергә, психолог та булырға тура килә. Юл аҙабы – гүр ғазабы, тип юҡҡа ғына әйтмәгән халҡыбыҙ. Ә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ана шул юлда йөрөгән кешеләрҙең кәңәшсеһе лә, дуҫы ла, ә ҡайсаҡ “әрләүсе” уҡытыусыһы ла булып китә.
− Йәй етте, хәҙер халыҡ ҡаланан ауыл еренә ағыла, барыһының да күңелле ял иткеһе килә, юлдарҙа хәрәкәт тә арта. Ошо эҫе көндәр беҙгә айырыуса ауыр. Бигерәк тә йәштәрҙең күпләп рулгә ултырыуы һәм ҡайһы берҙәренең үҙен юлда башбаштаҡтарса тотоуы проблемалар тыуҙыра. Әллә ниндәй “ҡағиҙәләр” өйрәнеп алып, автоинспекторҙар туҡтатҡан ваҡытта иғтибар итмәүселәр ҙә табыла. Интер­неттанмы йәки башҡа ерҙәнме белгес булмаған кешеләрҙең кәңәштәрен ятлап алалар ҙа, шуға ышанып, юлда үҙҙәре теләгәнсә йөрөй бирәләр. Ләкин беҙҙең республика юлдарында ҡағиҙә боҙоусы бер генә водитель дә язаһыҙ ҡалырға тейеш түгел, һәр ҡағиҙә, уйлап, бизмәнгә һалынып ҡабул ителгән.
Салауат ҡотлоев әйтеүенсә, йәштәр күпселек осраҡта тиҙлекте арттыра. Ә бына машина менән эскән килеш идара итеүселәр бөтөнләй аптырата. Улар үҙҙәрен генә түгел, башҡаларҙың ғүмерен дә хәүеф аҫтына ҡуя. Һуңғы ваҡытта гүзәл заттарыбыҙ ҙа күпләп рулгә ултыра башланы. Салауат ҡотлоев ҡатын-ҡыҙҙар­ҙы теорияны һыу кеүек ятлаған, әммә саҡ ҡына тәжрибәһе етеңкерәмәгән водителдәр итеп белә. Уның билдәләүенсә, ҡыҙҙар юлда проблемалар тыуҙырыусы контингент түгел.
− Һәр хәлдә, Әлшәй ҡыҙҙары юлдарҙа матур йөрөй, − тип йылмая подполковник.
Шулайҙыр, уларҙағы юлдар­ҙың хужалары кем һуң? Ысын профессионалдар.

Лилиә СИРАЕВА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”