RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һәр банкала – йәй тәме

29.06.2012 Һәр банкала – йәй тәме

Һәр банкала – йәй тәме
Йәйҙең иң матур, бай һәм сағыу мәле етте. Хужабикәләр ең һыҙғанып ҡайнатма, һут һәм башҡа тәмле-татлы аҙыҡтар әҙерләгән ваҡыт. Һәр уңған ҡатын-ҡыҙ банкаларға йәйҙең тәмен, татын һалып ҡалдырырға тырыша. Бөгөн һеҙгә йылдар дауамында һыналған һәм популярлыҡ яулаған һәйбәт рецептар тәҡдим итмәксебеҙ.

ҡыҙыл көртмәленән

ҡыҙыл көртмәлене “еләктәрҙең батшаһы” тип юҡҡа ғына атамайҙар. Ул файҙалы һәм тәмле булыуы менән башҡа еләктәрҙән өҫтөнөрәк тора.
1 килограмм ҡыҙыл көртмәле, 800 грамм шәкәр, 400 грамм фундук.
ҡыҙыл көртмәлене яҡшылап йыуырға һәм һүрән утҡа ҡуйып, даими рәүештә бутап торорға, йылытырға. һуты сыға башлағас, уттан алырға һәм аҙыраҡ һы­уытыр­ға кәрәк. Бынан һуң көртмәлене һөҙәләр һәм уға шәкәр ҡушалар. Массаны шәкәр тулыһынса иреп бөткәнгә тиклем болғап торор­ға кәрәк. Бынан һуң ул 10 минут самаһы ҡайнатыла.
Әгәр желены сәтләүектәр менән дә әҙерләргә теләһәгеҙ, таҙартыл­ған фундукты ҡайнар һыуға һалып алырға ла, шәкәр ҡушҡанда бергә бутарға кәрәк. Был осраҡта желе тағы ла 15 минут самаһы ҡайнатыла.
Желе стерилләнгән банкаларҙа һаҡлана.

Ассорти

Йәй көнө әҙерләп ҡуйылған желенан тәмле десерт эшләргә була. Ул торт йәки бәлештәрҙе биҙәү өсөн дә бик ҡулай.
600 грамм ҡурай еләге, 500 грамм ҡара ҡарағат, 500 грамм сейә, 2,5 килограмм шәкәр, 300 миллилитр һыу.
Желе әҙерләү өсөн сейәнең тостарын таҙарталар һәм башҡа еләктәр менән ҡушып, саҡ ҡына һыу өҫтәп, көслө утта ҡайнау хәленә еткерәләр. Бынан һуң желе һүрән утта 10 минут тирәһе ҡайнатыла. Хәҙер массаны уттан алып, шәкәр ҡушырға һәм яңынан ҡайнау хәленә еткерергә кәрәк. Ул банкаларға ҡойолоп, һалҡын урында һаҡлана.

ҡыҙыл ҡарағаттан

ҡыҙыл ҡарағаттан эшләнгән желеға баҡса еләге лә ҡушып ебәр­һәң, айырыуса тәмле килеп сыға.
Биш литрлы биҙрә менән ҡыҙыл ҡарағат алырға һәм йыуып, таҙартып, өҫтөнә саҡ ҡына һыу ҡойоп, ҡайнау хәленә еткерергә. Бынан һуң уның һуты сығасаҡ, уны һығып алырға кәрәк. ҡарағат һутына шәкәр ҡушыла һәм шәкәр ирегәнгә тиклем утта тотола.
Хәҙер желеға баҡса еләге ҡайнатмаһын ҡушырға ваҡыт. Килеп сыҡҡан массаны болғатып, һүрән утта ҡайнау хәленә еткерергә. Аҙыҡ стерилләнгән ярты литрлы банкаларҙа һаҡлана. Бик матур килеп сығасаҡ – желе ҡата һәм уның араһында баҡса еләктәре күренә.


Һырғанаҡтан сироп

Һырғанаҡтың файҙаһы тураһында яҙып тороу ҙа артыҡ – быны хәҙер һәр кем белә. ҡышын һалҡын тейгәндә ул – ҙур ярҙамсы.

Һырғанаҡ һуты

5 килограмм һырғанаҡ, 1,5 стакан шәкәр, 2 литр һыу.
Һырғанаҡты йыуырға һәм һәйбәттәрен генә һайлап алып, ҡайнар һыуҙа 2 – 3 минут ҡайнатырға. Бынан һуң ул һөҙөлә. Һыу менән шәкәрҙән сироп ҡайнатып, еләктәргә ҡушырға кәрәк. Масса ҡайнау хәленә еткерелергә, әммә ҡайнатылмаҫҡа тейеш. Ул ҡайнар килеш таҙа банкаларға бушатылып, ярты сәғәт самаһы стерилләнә.
ҡышын был һутты башҡа эсемлектәр әҙерләү өсөн дә ҡулланыр­ға була. Шулай уҡ ул кекс йәки торт бешергәндә дә бик шәп.
Банан менән
ҡауындан

0,5 килограмм таҙартылған банан, 1 килограмм таҙартылған ҡауын, 1 килограмм шәкәр, 2 лимон.
ҡауынды ваҡ ҡына итеп бүлгеләп, эмаль һауытҡа һалырға ла, шәкәр ҡушып, бер төнгә салфетка менән ҡаплап ҡуйырға. Бынан һуң уға 1 лимон һуты өҫтәлә һәм һүрән утта 30 минут ҡайнатыла.
Йыуылған һәм киптерелгән лимонды нәҙек кенә итеп балдаҡлап турарға. Банан да нәҙек кенә ҡырҡыла. Хәҙер был ингредиенттарҙы ҡауынға ҡушып, тулыһынса иҙелеп бөткәнсе ҡайнатыла. Бынан һуң утты шәбәйтеп, масса ҡуйырғансы ҡайнатырға кәрәк. Был ҡайнатма стерилләнгән банкаларҙа һаҡлана.

ҡурай еләгенән

1 килограмм еләк, 1 стакан һыу, 2 грамм лимон кислотаһы, 1,4 килограмм сорбит.
ҡурай еләгенең һәйбәттәрен генә һайлап алып йыуырға һәм һыуын һарҡытырға. Уның һабаҡтарын тулыһынса алып бөтөрөргә кәрәк, уртаға бүлергә мөмкин.
Тәүҙә ҡайнатма әҙерләнәсәк һауытҡа сорбиттың яртыһы һалына һәм уға ҡайнар һыу менән лимон кислотаһы өҫтәлә. һәйбәтләп бутап, сорбитты иретергә кәрәк.
Хәҙер еләктәр сироп өҫтөнә һалына һәм биш сәғәт самаһы ситкә ҡуйып торола. Бынан һуң уны 20 минут самаһы ҡайнатырға һәм тағы ла 1 – 2 сәғәткә уттан алып торорға кәрәк. ҡалған сорбитты ҡушҡандан һуң аҙыҡ ҡайтанан ҡайнатыла.
Был ҡайнатма ла стерилләнгән банкаларҙа һаҡлана. Сорбиттан әҙерләнгән ҡайнатма ябайынан шыйығыраҡ килеп сыға, шулай ҙа бик тәмле була.

Ташҡабаҡ менән ҡара ҡарағаттан

Ташҡабаҡтан ҡайнатма эшләп ҡараған һәр кем уның тәмле һәм нәзәкәтле икәнлеген күптән баһалаған инде. Бындай тәмлекәсте ҡара ҡарағат ҡушып та әҙерләһәң, тәмле генә әскелтем аҙыҡ килеп сыға.
2 килограмм таҙартылған ташҡабаҡ, 1 килограмм ҡара ҡарағат, 3 килограмм шәкәр.
Таҙартылған ташҡабаҡты бәләкәй генә шаҡмаҡтар рәүешендә турап, уға йыуып киптерелгән ҡарағат ҡушырға. Өҫтөнә шәкәр һалып, 12 сәғәткә һалҡынса урын­ға ҡуйып торорға. Уның һуты сығыр­ға тейеш.
ҡайнатма һүрән утта 15 минут ҡайнатыла. Уны туҡтауһыҙ болғатып торорға кәрәк. Стерилләнгән банкаларҙа һаҡлана.


Персиктан

1 килограмм персик, 1 килограмм шәкәр, 2 стакан һыу, 2 балғалаҡ лимон һуты.
Персиктарҙың өлгөргәндәрен, әммә артыҡ йомшаҡ булмағандарын һайларға кәрәк. Уларҙың, тосон алып, 4 – 6 өлөшкә бүлергә. Әҙерләнгән емештәргә сироп ҡойоп, 3 – 4 тапҡыр ҡайнатырға. Һәр ҡайнатыу араһында персиктар 5 сәғәт самаһы тотола. ҡайнатма мотлаҡ стерилләнгән банкаларҙа һаҡлана.

ҡауын менән
еләктән

300 грамм ҡурай еләге, 1 лимон, 800 грамм шәкәр, 1 стакан һыу.
Лимондың һутын һығырға һәм шәкәр ҡушырға. ҡауынды тышынан таҙартып, орлоғон алырға ла, шаҡмаҡлап турарға. Бынан һуң уға лимон менән шәкәр сиробы ҡушып бутала һәм һүрән утта 20 минут ҡайнатыла. ҡурай еләге иң һуңынан ҡушыла һәм тағы ла 15 минут самаһы утта тотола.
ҡайнатма стерилләнгән банкаларҙа һаҡлана.

ҡара миләш
менән алманан

1 килограмм миләш, 300 грамм алма, 0,5 килограмм шәкәр, 5 грамм лимон кислотаһы, ванилин.
Миләште биш минутҡа ҡайнар һыуға төшөрөп, бешекләп алырға ла, һалҡын һыуға һалып һыуытыр­ға. 2 стакан һыу һәм ярты килограмм шәкәрҙән сироп әҙерләргә лә, миләш өҫтөнә ҡойорға. Был массаны ҡайнау хәленә еткергәндән һуң, уттан 10 сәғәткә алып торорға, шәкәр өҫтәргә. Алмаларҙың тышын әрсеп, ваҡ ҡына итеп турарға.
Алма ҡайнар һыуҙа 10 минут самаһы бешереп алына. Бынан һуң уны ҡайтанан утҡа ҡуйылған миләшкә өҫтәп, 20 минут ҡайнатыр­ға кәрәк. ҡайнатма әҙер булыр алдынан уға лимон кислотаһы һәм ванилин өҫтәлә.

Гөлйемеш
япраҡтарынан

250 грамм гөлйемеш япрағы, 1,5 килограмм шәкәр, 1 литр һыу, 1 лимон һуты.
Гөлйемеш япраҡтарын йыуырға һәм бер нисә тапҡыр һыуҙа сайҡатырға ла, уларға шәкәрҙең өстән бер өлөшөн ҡушырға. Шәкәр урынына шәкәр онтағы булһа, тағы ла яҡшыраҡ.
ҡалған шәкәр менән һыуҙан сироп әҙерләргә һәм япраҡтарға ҡушып, ярты сәғәт самаһы ҡайнатырға. ҡайнатма әҙер булыр алдынан уға лимон һуты өҫтәлә.

Шәкәр диабеты менән ауырыусылар өсөн ҡайнатма

Был “татлы” сиргә юлығыусыларҙың да ҡышҡылыҡҡа тәмле-татлы ҡайнатма әҙерләү мөмкинлеге бар. Шәкәрҙе сорбитҡа алмаштырырға ғына кәрәк. Әлбиттә, бындай рецептар өсөн артыҡ татлы – банан йәки ҡауын кеүек емеш-еләктәрҙән арыраҡ торорға кәрәк. Ә бына ҡурай еләге, ер еләге, ҡара һәм ҡыҙыл ҡарағат кеүек ингредиенттар бик тә тура килә.

Алманан

Алмаларҙы таҙартырға һәм өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойорға. Хәҙер емештәрҙе һут һыҡҡыс аша үткәреп, эмаль һауытҡа һалырға кәрәк. Шәкәр ҡушмаҫҡа ла була. Унһыҙ эсемлектең тәме тәбиғиерәк һаҡлана һәм ул күпкә файҙалыраҡ була.
Емештәрҙе утҡа ҡуйып, ҡайнау хәленә еткерергә, әммә ҡайнатмаҫҡа. Һутты ҡайнар килеш 3 литрлы банкаларға ҡойоп, 15 минут стерилләргә. Һалҡынса урында һаҡлана.

Сливанан

Слива һутына емештең бөтә сорттары ла ярай. Иң мөһиме – емеш таҙартылған һәм һәйбәт һаҡланған, йәнселмәгән булһын.
Сливаларҙы эмаль һауытҡа һалып, һыу ҡайнап ултырған ҙурыраҡ һауытта һүрән утта тоторға. Был ваҡытта уларҙың һуты сыға башларға тейеш. Бынан һуң емештәрҙең өҫтөнә ауыр әйбер ҡуйып, бер сәғәт самаһы тоторға ла, һут һыҡҡыс аша үткәрергә.
Был һут та ҡайнау хәленә еткерелә, әммә ҡайнатылмай. Ул стерилләнгән ҡоро банкаларға ҡойола һәм тағы ла стерилләнә.

Кишерҙән

Кишерҙең һутлыларын һайлап алып, һут һыҡҡыс аша үткәрергә лә, ярты сәғәткә ситкә ҡуйып торорға. Бынан һуң һөҙөргә һәм эмаль һауыт­ҡа ҡойоп, ҡайнау хәленә еткерергә кәрәк.
Һут стерилләнгән ҡоро банкаларға ҡойола һәм тағы ла ярты сәғәт самаһы стерилләнә.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”