RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Һәр кешегә үҙ милләте өсөн ғорурлыҡ хас...”

29.06.2012 “Һәр кешегә үҙ милләте өсөн ғорурлыҡ хас...”

Кешелек барлыҡҡа килгәндән алып һәр быуын шатлығын да, ҡайғыһын да кисерә, төрлө афәткә дусар була, уны еңеү юлдарын эҙләй һәм табыуға өлгәшә. Беҙҙең йәмғиәткә аслыҡ-яланғаслыҡ янамаһа ла, әҙәм балаларын СПИД, наркотиктар, эскелек себен урынына ҡыра. Етмәһә, илебеҙгә генә түгел, ә бар Ер шарына терроризм һәм экстремизм хәүефе янай.
20 майҙа республикала старт алған йәштәрҙең “Дуҫлыҡ эстафетаһы” акцияһы ла ошондай мөһим проблемаларҙы хәл итеү өсөн иғлан ителде. Был сараның маҡсаты – йәш быуында милләт-ара татыу­лыҡ, дуҫлыҡ, башҡа дин вәкилдәрен ихтирам итеү тойғоларын уятыу, уларҙы дини ағымдарҙан һаҡлау һәм яҡлау ине.
27 июндә – йәштәр көнөндә баймаҡтар эстафетаны Әбйәлил райо­ны йәштәренә тапшырҙы. Акция “түңәрәк өҫтәл” артындағы мөһим һөйләшеүҙән башланды. Унда Көньяҡ Урал райондарында эш иткән дини ағымдар, терроризм һәм экстремизмға ҡаршы көрәш проблемалары күтәрелде. Әңгә­мәлә хоҡуҡ һаҡлау, психологик үҙәк хеҙмәткәрҙәре, дин әһелдәре, район гәзиттәре мөхәррирҙәре, уҡытыусылар ҙа ҡатнашты.
Муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдус Зәй­нуллин: “Беҙ балаларҙы, йәштәр­ҙе бер-береһен “түҙергә” генә түгел, ә ихтирам итергә, уртаҡ тел табырға өйрәтергә бурыслыбыҙ. Әлбиттә, бар илгә түгел, донъяға хас проблемалар Баймаҡ яҡтарын да урап үтмәне. Шулай ҙа был йәһәттән беҙҙең районда күп профилактик эш башҡарыла”, – тип, былтыр һәм быйыл тәүге ярты йыллыҡта үткәрелгән саралар менән таныштырҙы. Шулай уҡ Илдус Әдиф улы: “Һуңғы ваҡытта традицион булмаған ислам, уға эйәргән йәштәр тураһында күп әйтелә. Ә был проблема ниҙән килә һуң? Йәштәрҙең мәғлүмәтһеҙ булыуынан бит. Шуға күрә йәш быуынды ысын дин нигеҙҙәре, уның тарихы менән таныштырыу мөһим”, – тине.
4-се мәктәп директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Гөлшат Байдәүләтова быйылғы уҡыу йылынан яңы фән индерелеүе тураһында һөйләне. “Унда балалар дин нигеҙҙәрен өйрәнәсәк. Беҙ уҡыусыларҙы ниндәйҙер дингә йәлеп итмәйәсәкбеҙ, ә улар менән таныштырасаҡбыҙ. Юғиһә ҡайһы бер ата-әсәләр борсолоуын да белдерә башланы. Был дәрес өсөн баһа ла ҡуйылмаясаҡ. Маҡсат бер – уҡыусыларҙы донъялағы диндәр, улар­ҙың килеп сығыуы, тарихы менән таныштырыу, башҡа милләт вәкилдәренә ҡарата ихтирам тәрбиәләү. Шул саҡта ғына беҙ йәш быуынды ысын диндән дини ағымдарҙы айырырға өйрәтә аласаҡбыҙ, уларҙы насар уйлы кешеләрҙән һаҡлап ҡаласаҡбыҙ”, – тине Гөлшат Рим ҡыҙы.
Баймөхәмәт хәҙрәт Ғиззәтуллин: “Баймаҡ мәсетендә эшләй башлауыма күп ваҡыт үтмәне. Шулай ҙа терроризм һәм экстремизмға ҡаршы һөҙөмтәле профилактик эштәр алып барабыҙ, тигән фекер­ҙәмен. Билдәле булыуынса, үткән быуаттың 90-сы йылдарында илебеҙгә төрлө дини ағымдар килеп инде. Улар тәү сиратта үҙ рәтенә йәштәрҙе алырға ынтылды. Сөнки йәш кеше бер ниҙән дә ҡурҡмай, йөрәгенә һалынған, хаҡ тип уйлаған фекер өсөн ул йәнен бирергә әҙер. Республикала, шул иҫәптән районда ла “Хизб-әт-Тәхрир”, ваһһабизм юлынан китеүселәрҙең барлығы һәр кемгә мәғлүм. Хәҙерге ваҡытта уларҙың етәкселәре һаҡ аҫтына алынып, тикшереү бара, йәштәр ҙә, аҡты ҡаранан айырып, ысын дин юлына кире ҡайта башланы. Шуға күрә мәсеткә йөрөп, ғәрәп телен өйрәнеүсе ҡыҙҙар һәм егеттәрҙе бер кем дә юлдан яҙҙыра алмаҫ тип ышанам”, – тип һөйләп үтте.
БР экстремизмға ҡаршы үҙәктең өлкән оперуполномоченныйы И. ҡансурин: “Быға тиклем беҙ “Хизб-әт-Тәхрир”, ваһһабизм кеүек традицион булмаған дини ағымдарҙы белһәк, хәҙер уларға “Ата юлы” (Афғанстан яғынан килгән) тип атал­ғаны ла өҫтәлде. Шуны билдәләп китергә кәрәк, тәүге ике ағымға ҡөрьәнде, уның сүрәләрен белеү хас булһа, һуңғыһы дини яҡтан наҙан. Улар кешене алдап, аҡса эшләү менән мауыға. Был юлдан китеүселәрҙең Мөжәүир хәҙрәттең ҡәберенә барып, йыйындар үткәреүе билдәле. Шулай уҡ “Русские за русских!” тип аталып, христиан диненә һылтанып эш итеүселәр ҙә бар. Әлбиттә, һәр кешегә үҙ милләте өсөн ғорурланыу хас, әммә ул үҙенең милләтен өҫтөн ҡуйһа, икенселәрҙе һанламаһа, был экстремизмға инә”, – тине.
Әбйәлил районы хакимиәтенең йәштәр комитеты рәйесе Р. Рәхмәтуллин: “Районыбыҙҙа күпселек башҡорттар йәшәһә лә, рустар, украиндар һәм башҡа милләт вәкилдәре лә бар. Әлбиттә, төрлө халыҡтың үҙ-ара татыу йәшәүе урындағы етәкселектең эшмәкәрлегенә бәйле. Шуға күрә районыбыҙҙа мәҙәни һәм спорт саралары, акциялар һ. б. йыш үткәрелә. Кешеләр ҙә үҙ-ара татыу, матур йәшәй”, – тине.
Введенский ҡорамы настоятеле, игумен Сергий Максименко дин әһелдәренә айына бер мәртәбә мәктәп уҡыусылары, йәштәр менән осрашып, уларҙы борсоған дини проблемаларға туҡталып, һорауҙарына яуап биреү мөһимлеген билдәләп үтте. Ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам күрһәтеү үҙәгенең Баймаҡтағы филиалы директоры Э. Мукаева ололарға баланы тәү сиратта хис-тойғоло, миһырбанлы кеше итеп тәрбиәләргә кәрәклеген белдерҙе.
Баймаҡ районы хакимиәтенең йәштәр комитеты рәйесе З. Яҡшығолова “түңәрәк өҫтәл” артындағы мөһим һөйләшеүҙән тейешле һығымталар яһаласағын, бөгөн индерелгән тәҡдимдәрҙең мотлаҡ эш планына алынасағын бедерҙе.
Артабан Баймаҡ һәм Әбйәлил йәштәре төрлө спорт ярыштарында (теннис, балыҡ тотоу, дартс һ.б.) үҙ көсөн һынап ҡараны, психологтар үткәргән тренингыларҙа ҙур теләк менән ҡатнашты, лагерҙа ял итеүсе балалар араһында һүрәттәр конкурсы үткәрҙе, бай йөкмәткеле концерт ҡараны.
Эйе, йәмле, матур Граф күле буйында баймаҡтарҙан әбйәлилдәргә тапшырылған эстафета-акцияға башҡа район йәштәре лә ҙур теләк менән ҡушылыр, илебеҙҙең ҡеүәтен ҡаҡшатҡан милләт-ара низағ, дини талаш, тыныслығыбыҙға янаған терроризм һәм экстремизмға юл ҡуйылмаҫ, тип ышанабыҙ.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”