RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Хеҙмәт стажын арттырыуға нисек ҡарайһығыҙ?

29.06.2012 Хеҙмәт стажын арттырыуға нисек ҡарайһығыҙ?

Йәмәғәтселектә пенсия өлкәһендәге яңы проект тирәһендә бәхәстәр, ығы-зығылар ҡуба. Гәзит уҡыусыларыбыҙҙың да фекерен белер өсөн бер нисә кешегә мөрәжәғәт иттек.

Флүзә АРЫҪЛАНОВА, Өфө ҡалаһы, 64 йәш:
– Ғүмерем буйы заводта эшләнем, 38 йыл стаж менән пенсияға сыҡтым. Эш хаҡым яҡшы булды, ә бына хәҙер аҡсаһыҙлыҡтан йонсойом. Элек, исмаһам, отпуск аҡсаһына санаторийҙарға йөрөнөм. Ә бөгөн фатир, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙән ары китә алмайым, аҡсам аҙыҡ-түлеккә саҡ етеп ҡала. Был проект элегерәк тормошҡа ашырылһа, исмаһам, хәҙерге мәлдә ҡулға лайыҡлы пенсия бирелер ине, сәйәхәттәр­ҙән дә мәхрүм ҡалмаҫ инем.

Тимур МӨХӘМӘТШИН, сауҙа өлкәһендәге эшҡыуар, 37 йәш:
– ҡул аҫтымда эшләүсе өс кешене тулы социаль пакет менән тәьмин иткәнмен, Пенсия фондына иғәнә индереп барам. Ә үҙем дәүләт ҡарамағында булмаған Пенсия фондына пенсия иғәнәләрен ышанып тапшырҙым. Минеңсә, улар тәҡдим иткән шарттар күпкә отошло.
Хаҡлы ял йәшенә етеп, эшләүен дауам итеүселәргә пенсия түләнмәһен ине. Улар арҡаһында күп йәштәр эшһеҙ йөрөргә мәжбүр. Эшләп йөрөүсе ололар аңлаһын ине – бер юлы ике ултыр­ғысҡа ултырып булмай бит…

Динар ТАҢҒАТАРОВ, баш бухгалтер урынбаҫары:
– Был закон проекты менән килешеп бөтмәйем. Хаҡлы ялға иртәрәк сыҡһаң яҡшыраҡ. Сөнки күптәр, ғүмере буйы эшләп, пенсияһын “ашап” та өлгөрмәй, теге донъяға китеп бара. ҡайһы берҙәр хаҡлы ялға китергә ашыҡмай. Кемдәр артабан эшләргә теләй, улар эшләүен дауам итһен һәм шул уҡ ваҡытта пенсия түләнһен, тигән теләктәмен.

Руслан ЯҡУПОВ, ревизор:
– Илгә пенсия реформаһы кәрәк, бында бәхәс юҡ. Был мәсьәләне хәл итеүҙең берҙән-бер юлын пенсияға сығыу йәшен арттырыуҙа күрәм. Быны тәүҙә 2 – 3 йылдан башларға кәрәк. Әлеге закон проектында тормошҡа ашмаҫлыҡ проекттар күп, ул бик ҡатмарлы. Ә ҡатмарлы булғас, Президент, “халыҡ мәнфәғәтен” яҡлап, уны ҡабул итмәйәсәк. Ил башлығы уның урынына пенсияға сығыу йәшен арттырыуҙы тәҡдим итәсәк. Һәм ике ямандың көсһөҙөрәге һайланасаҡ.

Ә. БАЙЕГЕТОВА, Баймаҡ районы, хаҡлы ялда:
– Юҡ, юҡ һәм тағы ла бер – юҡ! Пенсия системаһында үҙгәрештәр булһа, тағы ла хаҡтар үҫә, тағы ла төрлө ғәләмәттәр башланасаҡ. Бөгөнгө сәйәсәттәре үҙгәрмәһен, имен генә йәшәргә яҙһын.
Киләсәктә пенсия бөтөрөлөр ул. Йәштәргә, ҡартлыҡтары хаҡында әле үк хәстәрләп, икенсе берәй ысулдар табырға кәрәк.

Илнур ЙОСОПОВ, интернет-эшҡыуар, 24 йәш:
– Әлеге мәлдә илдә халыҡтың “ҡартайыуы” күҙәтелә, тимәк, эшкә яраҡлы кешеләр һаны кәмей. Был тәү сиратта ил иҡтисадында сағылыш таба. Пенсияға сығыу йәшен арттырыу, минеңсә, был проблеманы ниндәйҙер кимәлдә хәл итергә булышлыҡ итәсәк.
Йәштәргә пенсиялары тураһында әленән үк ҡайғырта башларға кәрәк, тигән фекерҙәмен. Ғүмер буйы кемгәлер бил бөгөп, ҡартайған көнөңдә унан ярҙамға, йәғни пенсияға өмөт итеп ултырғансы, йәш һәм ҡеүәтле сағыңда үҙеңдең бәхетле ҡартлығыңды тәьмин итерлек лайыҡлы эшкә тотонорға кәрәк.
Кешеләр үҙҙәрен дәүләткә ныҡ бәйле тип уйлай. Һәр саҡ унан ярҙам көтәләр, ә бөтә проблемаларында, йәнәһе, тик чиновниктар ғәйепле. Иң яҡшы һәм берҙән-бер дөрөҫ вариант – хәл-ваҡиға ағышына ҡарашты үҙгәртеп, тормош дилбегәһен үҙ ҡулыңа алыу.
Г. ЯХИНА яҙып алды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”