RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Маҡсаттарға илтә тырышлыҡ...

26.06.2012 Маҡсаттарға илтә тырышлыҡ...

Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы студенты Финат Моталов, башҡорт йәштәре заман афәттәренән алыҫ йөрөргә тейеш, тип иҫәпләй
уңышҡа өлгәшәм, маҡсатыма ирешәм, тиһәң, хәҙер йәштәргә юл асыҡ. Дәүләт тарафынан да, ата-әсәләр яғынан да ярҙам етерлек – файҙаһын күрә генә бел. Әлбиттә, кәртәләр, ауырлыҡтар осрамай тормаҫ, әммә башҡа замандар менән сағыштырғанда, бөгөнгө хәл күпкә яҡшыраҡ. Бар мөмкинлектәрҙе дөрөҫ файҙалана белгән, ҡул ҡаушырып, кемдәндер ярҙам көтөп ултырмаған йәштәр күҙгә күренеп үҫешә, алға бара.
Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының өсөнсө курс студенты Финат Моталов хаҡында һүҙем. Башҡорт икәне йөҙөнә яҙылған был тырыш, йор һүҙле егет Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында тыуып үҫкән. Финат мәктәптә уҡыған сағында район кимәлендә үткәрелгән «Сулпылар», «Хәй­бул­ла-шоу», «Гәлсәр һандуғас» һәм башҡа конкурстарҙа ҡатнашып, еңеү яулай, Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. Туғы­ҙынсы класты ауыл мәктәбендә тамамлағас, күптәнге хыялын тормошҡа ашыра − Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжына уҡырға инә. Мәктәптәге әүҙем, һәр сарала теләп ҡатнашып йөрөгән, уҡыуҙа ла һынатмаған егет, студент булғас, тағы ла дәртләнеп уҡырға тотона.
− Әле Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының 3-сө курсында уҡыйым. Һөнәрем нефть-газ эшкәртеү менән бәйле. Буласаҡ профессиям миңә бик оҡшай. Нисек кенә булмаһын, халҡым йәшәйешенә, Башҡортос­тандың үҫешенә ниндәйҙер кимәлдә үҙемдең өлөшөмдө индерергә теләйем. Маҡсаттарым ошо теләгемә илтер тип уйлайым, − ти ул.
Финат колледж тормошонда ҡайнап йәшәй, тиһәм, яңылыш булмаҫ. Бала сағынан мәктәптә лә, ауыл клубында ла, район кимәлендә уҙғарылған сараларҙа ла бейеп, йырлап, ҡурайҙа уйнап сығыш яһаған егет әле колледждағы «Шүлгән» ҡурай ансамбленә йөрөй.
Финат Моталов «Аҡбуҙат» ипподромында һәр йома һайын үткәрелгән айыҡ башҡорт дискотекаларында диджей булып эшләй. Йәш егет бөгөнгө көндөң актуаль проблемаларына битараф түгел. Уны беҙҙе уратып алған һәм бөтәһенә билдәле эскелек, наркомания, аҙғынлыҡ кеүек көнүҙәк мәсьәләләр борсой.
− Бигерәк тә хәҙерге йәштәр­ҙең ошо афәттәрҙән алыҫ булыуы мөһим. Оло быуындың ошо ағыу менән үҙҙәренең тормошон нисек боҙоуын күрмәй үҫтекме ни беҙ? Аллаға шөкөр, дуҫтарым араһында «йәшел йылан» менән шаярыу­сылар юҡ тиерлек. Йәштәрҙең күбеһе яҡшы менән яманды айыра белә, спорт менән шөғөлләнәләр, сәләмәт тормош алып баралар, иң ҡыуаныслыһы, дин юлына баҫалар. Нисәмә тапҡыр ҡабатланған һүҙҙәрҙе әйтәм: илебеҙ киләсәге – йәштәр ҡулында. Тарихыбыҙға күҙ һалып, ата-бабаларыбыҙҙың аманатына тоғро ҡалыу фарыз. Баш­ҡорт халҡы заман афәттәренә бирешмәҫкә тейеш.
Өфөлә йәштәр өсөн файҙалы мәҙәни һәм дини саралар йыш ойошторола. «Аҡбуҙат» ипподромында уҙғарылған дискотекалар ҙа айыҡ тормошто пропагандалауға, милли рухтағы тәрбиәгә йүнәлтелгән, − ти ул.
Финат – Хәйбулла йәштәре берлеге активисы ла. Бергәләшеп район исеменән республика күләмендә төрлө сығыштар яһайҙар. Яңыраҡ пейнтбол буйынса республикала 4-се урын яулағандар. Хәйбулла районы йәштәре ошо ойошма аша бер-береһен яҡшы белә, кәрәк саҡта ярҙам итешә.
− Бала саҡтағы хыялым – ҡалала белем алыу, эшләү, үҙемдең урынымды табыу һәм ҡалала йәшәргә ҡалыу. Сөнки бында төрлө яҡлап үҫешергә, уҡырға, үҙ-үҙеңде бар яҡтан һынап ҡарау өсөн мөмкинлектәр күп, − ти тырыш егет.
Эйе, алдынғы ҡарашлы Финаттың киләсәктә үҙ халҡы өсөн оло эштәр башҡарасағына өмөт ҙур. Уға уңыштар, бейек үрҙәр теләйек.

Айгизә АСҡАРОВА,
БДУ студенты.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”