RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Пенсионерҙарға нисек 5000 һумға Төркиәлә ял итергә?

22.06.2012 Пенсионерҙарға нисек 5000 һумға Төркиәлә ял итергә?

Пенсионерҙарға нисек 5000 һумға Төркиәлә ял итергә?
Йәй етеү менән һәр кем ялын ҡайҙа һәм нисек үткәреү тураһында уйлана башлай. Кемдәрҙер сит илгә барып, яңы ерҙәр күреп, онотолмаҫ тәьҫораттар алыу тураһында хыяллана, икенселәр шифаханала сәләмәтлеген нығытыу хәстәрлеген күрә. Ә инде кемдәрҙең бындай мөмкинлеге юҡ, улар республикабыҙҙа ҡабул ителгән социаль туризмды үҫтереү программаһы буйынса ял итә ала. Әйткәндәй, был программа Рәсәй төбәктәренән иң беренсе булып беҙҙең республикала эшләй башланы һәм былтыр уның буйынса 3000 кеше ял итә алған, быйыл иһә ял итеүселәрҙең һаны ике тапҡырға күберәк булырға тейеш. Программа халыҡтың социаль яҡланмаған категорияһына, асылда, пенсионерҙарға ҡағыла.
Быйыл республика Хөкүмәте социаль туризмды үҫтереүгә 111 млн һум аҡса бүлгән. Был иһә пенсионерҙар өсөн төрлө шифаханаларға, ял йорттарына путевка хаҡының ниндәйҙер өлөшөн дәүләт ҡаплаясаҡ тигән һүҙ.

Кемдәр льготалы хаҡҡа путевка алырға хоҡуҡлы һуң?

– 60 йәштән оло ир-егеттәр һәм 55 йәштән уҙған ҡатын-ҡыҙҙар.
– Бөтә төркөм инвалидтар. Шул иҫәптән:
− коляскала ултырыусы инвалидтар һәм уларҙы оҙатып йөрөүсе кешеләр;
− инвалид-балалар һәм уларҙы ҡараусылар.
Ниндәй
документтар кәрәк?

Ғариза. Унда үҙегеҙ хаҡында барлыҡ мәғлүмәт һәм ҡайҙа барырға теләүегеҙ күрһәтелергә тейеш.
Шәхеснамә. Инвалид бала барған осраҡта уны оҙатып йөрөүсенең дә шәхеснамәһе кәрәк.
Пенсия танытмаһы (пенсионерҙар өсөн).
Инвалидлыҡты раҫлаусы справка. Уны медик-социаль экспертиза дәүләт хеҙмәтенән йәиһә дауалау-хеҙмәт эксперт комиссияһынан алырға кәрәк.
Үҙең менән документтарҙың төп нөсхәһен һәм күсермәһен алып килергә кәрәк. Доку­менттарҙы ҡарағандан һуң төп нөсхәһен кире ҡайтарасаҡтар.
Документтарҙы йәшәгән урынығыҙ буйынса хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау бүлегенә тапшырырға кәрәк. Ғаризаларҙы ҡабул итеү 20 июндән башланды.
Бөтә ғаризаларҙы ла мотлаҡ рәүештә теркәргә тейештәр. Ике осраҡта ғына документтарығыҙҙы теркәүҙән баш тартыу­ҙары ихтимал: беренсеһе – әгәр ҙә һеҙ программа шартына тура килмәһәгеҙ, икенсеһе – документтарығыҙҙы еткерә бирмәһәгеҙ.
Һәр районға һәм ҡалаға бүленгән урындар иҫәбе һанаулы. Мәҫәлән, әгәр тотош республикаға Санкт-Петербургҡа барыу өсөн 60 путевка бүленә икән, тимәк, һәр райондан һәм ҡаланан бер генә кеше бара ала тигән һүҙ. Әлбиттә, путевка иң беренсе булып яҙылған кешегә эләгәсәк.
Әйткәндәй, әгәр һеҙ былтыр ҙа сиратта тороп, бер ергә лә бара алмаһағыҙ, быйыл үҙ бәхетегеҙҙе йәнә һынап ҡарай алаһығыҙ. Былтырҙан сиратта тороусылар путевка алғанда өҫтөнлөккә эйә буласаҡ.
Ә инде бәхетлеләр исемлегенә эләкһәгеҙ, һеҙҙе халыҡты социаль яҡлау бүлегенә саҡырып, килешеү төҙөйәсәктәр. Бала өсөн документтарға тик уның рәсми вәкиле генә ҡул ҡуя ала. 14 йәштән 18 йәшкә тиклемге бала ата-әсәһенең яҙма ризалығы булған осраҡта үҙе лә документтарға ҡул ҡуйырға хоҡуҡлы.
Ошонан һуң һеҙ банкыла путевка хаҡының бер өлөшөн түләргә тейеш булаһығыҙ. Күпме түләргә – килешеүҙә күрһәтелә. Программала ҡатнашыусы кеше генә түләргә хоҡуҡлы, уның өсөн ҡатыны ла, башҡа кеше лә түләй алмай. Сөнки банк документтарында тап уның ғына фамилияһы күрһәтеләсәк.

ҡайҙа һәм күпмегә
путевка алырға мөмкин?

Барлығы өс төрлө путевка буласаҡ: республика буйлап сәйәхәт, Рәсәй ҡалаларына һәм сит илгә.
Башҡортостан буйлап сәйәхәткә Башҡортостан күлдәрендә, тауҙарҙа, ял йорттарындағы, шифаханаларҙағы ял инә. Республикаға барлығы 4300 путевка бүленәсәк. Былтыр иһә «Башҡортостан – ҡымыҙ иле» тигән туғыҙ көнлөк тур ял итеүселәрҙең күңеленә айырыуса хуш килгән.
Рәсәй буйлап турға «Алтын ҡулса» маршруты буйынса, шулай уҡ Санкт-Петербург, ҡаҙан ҡалаларына сәйәхәт инә. Барлығы 1100 ошондай путевка бүленәсәк.
Һәм иң ҡиммәт путевкалар, әлбиттә, сит илгә. Былтыр, мәҫәлән, Төркиәгә ете көнлөк путевка 5000 һум торған. Әммә улар бик әҙ һәм барыһына ла етмәй. Быйыл сит илгә 630 путевка бүлергә вәғәҙә итәләр.
Бынан тыш, инвалид балаларға һәм коляскала ултырыусы инвалидтарға, шулай уҡ уларҙы оҙатып йөрөүселәргә путевкалар бүленәсәк.
Ә бына ҡайһы илдәргә турҙар ойоштороласағы әлегә аныҡ ҡына билдәле түгел. БР Туризм һәм эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты әлегә проектта ҡатнашырға теләк белдереүсе туристик агентлыҡтар­ҙан ғаризалар ҡабул итә. Улар әйтеүенсә, тулы исемлек июль башында билдәле буласаҡ.

С. ЛОТФУЛЛИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”