22.06.2012 Еләкте йыйырғамы, һатып алырғамы?
Быйыл еләк уңған – түшәлеп ята. Шөкөр, ямғырҙар ҙа, ҡояш та етерлек булды. Әле юл буйҙарында, баҙарҙарҙа еләк һатыусылар бик күп, улар хаҡты ла ҡоролоҡ йылдарындағы кеүек юғары һорамай. Шуға ла, яланға сығып, еләк йыйырға форсат таба алмағандар һатып та ала ала. Әммә еләк йыйыу үҙе бер йәмле шөғөл икәнлеген дә иҫтә тоторға кәрәк.
Ғөмүмән, йәйҙең июнь – июль айы емеш-еләк ашап рәхәтләнә торған осор ул. Тап ошо ваҡытта океан аръяғынан килгән емештәрҙең дә ассортименты киңәйә. Уларҙың хаҡы ла, сифаты ла ҡәнәғәтләнерлек.
Түбәндәге таблицала хаҡтар баш ҡаланың Үҙәк баҙары миҫалында 20 июнгә бер килограмм аҙыҡҡа ҡарата бирелгән.
Хаҡтар – һумда
Ер еләге 180 – 200
Баҡса еләге 250
ҡурай еләге 190 – 210
Услам бөтнөк 10
Бер услам һары,
күк мәтрүшкә 15 – 20
Персик 230 – 250
Һары сейә 250
ҡыяр 35 – 55
Помидор 65 – 75
Картуф 12 – 17
Һуған 20 – 30
Быйылғы картуф 50 – 60
Һыйыр ите 220 – 300
Тауыҡ ите 90 – 130
Тауыҡ боттары 85 – 95
Эре мал бауыры 70 – 180
ҡарабойҙай ярмаһы 35 – 37
Тары ярмаһы 15 – 17
Дөгө ярмаһы 30 – 40
Макарон
изделиелары 21 – 42
Шәкәр 36 – 37
10 дана йомортҡа 35 – 65
ҡыҙыл эремсек 400 – 450
Ауыл эремсеге 100 – 180
0,5 литр ҡымыҙ 60 − 70
Лилиә СИРАЕВА.