RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Йөрәгемде балаларға бирәм…»

08.06.2012 «Йөрәгемде балаларға бирәм…»

«Йөрәгемде балаларға бирәм…»
«Яҡшы аттар менән затлы ҡатындарҙың бер рухтан яралыуы тураһында мин ғүмер баҡый тылҡыным. Юҡ, бәғзе ҡатындар­ҙың яҡшы нәҫел-нәсәбе тураһында ғына әйтмәйем. Хәйер, нәҫел дәрәжәһе үҙе бер бәрәкәт: тамыры баҡыр ағастың сатыры алтын булмаҫ. Әммә шундай ҡатындар килә был донъяға, уларҙың яралыуында, бар булыуында илаһи уттың ҡатнашы күҙгә бәрелеп тора. Улар иң бейектә саҡта ла ерҙән айырылмайҙар, иң түбәнгә төшкәндә лә түбәнлеккә төшмәйҙәр, хурлыҡҡа батмайҙар, юғалтыу­ҙар кисергәндә юғалып ҡалмай­ҙар; уларҙы хатта аслыҡ-ялан­ғаслыҡ та кәмһетә алмай; сибәрлектәренә ҡағылырға ҡартлыҡ үҙе тартына».
Мәҡәләмде күпте күргән, күпте кисергән, данлы, шанлы һуғыш юлдарын үткән, мөхәббәттең мөлдөрәмә тулы шәрбәтен эскән, бөйөк образдар тыуҙырған әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы, халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ошо һүҙҙәре менән башлауым юҡҡа түгел. Бөйөк шағир ғүмере буйы ҡатын-ҡыҙ алдында баш эйә, уны асылмаҫ сер, тылсым итеп күрә. ҡатын-ҡыҙ – үҙе матурлыҡ, илаһилыҡ, изгелек. Ерҙәге бөтә кешеләр − ҡатын-ҡыҙ, әсәнең ғәзиз балалары. Шулай булғас, донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр, матурлыҡ, изгелек символы булған ҡатын-ҡыҙҙың роле баһалап бөткөһөҙ.
Даһи күтәргән ошо бейеклектәргә күтәрелә алып, донъя тотҡаһы булып, тирә-йүнгә йән һәм йәм биреп йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе тураһында һүҙем. Үҙенең тышҡы һәм эске матурлығы менән арбап, һоҡланыу һәм ихтирам уятҡан, эше менән дә, йәшәйеше менән дә күптәргә өлгө булырҙай гүзәл ҡатын-ҡыҙ – Сәйетбаба ауылының «Ләйсән» балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Венера Сәхиулла ҡыҙы ҡунафина ул.
Беренсе күреүҙә үк үҙенең сибәрлеге, яғымлылығы, яҡты эске күңеле, ябайлығы менән арбап алыусы ханым тураһында тик яҡшы һүҙҙәр әйтмәү мөмкин түгел. Венера апай 1965 йылдың йәмле мартында Флүрә һәм Сәхиулла ҡунафиндарҙың тырыш һәм татыу ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Әсәһе Флүрә апайҙы бары тик яҡшы яҡтан, иң өлгөлө, бар яҡтан килгән, балалары өсөн өҙөлөп торған әсәй булараҡ белә ауыл халҡы. Ул бик егәрле, уңған, үҫмер йәшенән алып ғүмере буйы маҡтаулы сөгөлдөрсө була. Атаһы оҙаҡ йылдар механизатор булып эшләй, балта оҫтаһы булараҡ та ауылдаштарына ҙур ярҙамсы булып таныла. Улдарын, ҡыҙҙарын һәр ваҡыт аң-белемгә ылыҡтыра. Үҙенә ауыр һәм ҡытлыҡ заман арҡаһында уҡыу эләкмәгәнгә күрә лә балаларын белемле, илгә кәрәкле кеше итеп күргеһе килә ғаилә башлығының һәм улар­ҙы уҡытып сығарыуға бар тырышлығын һала. «Сырсам бөтһә бөтһөн, барыбер балаларымды уҡытам», – тигән ҡанатлы һүҙҙәрен һаман иҫләйҙер сәйетбабалар. «Сырсам» тигәнен «средством» тип аңларға кәрәк икән. Сәхиулла бабай юғары белемле булмаһа ла, бик белемле, зирәк ине, тиҙәр. Алтмышынсы йылдарҙа бик күптәр унан русса ғариза, аңлатмалар, характеристикалар яҙҙырып алған. Араларында хатта уҡытыу­сылар ҙа була торғайны, тип тә көләләр.
Балалары ата-әсәләренә ярҙам итеп, эшләп үҫһәләр ҙә, ғаиләлә китап уҡыу, уҡығандан һуң фекер алышыу беренсе урында тора.
Тәрбиә ғаиләнән башлана, тигәндәй, балаларҙың һәр береһе тәрбиәле, уҡыуға отҡор, зирәк, аҡыллы булып үҫә. Ата-әсә фатихаһын алып, һәр береһе лә уҡып сығып, күңелдәренә яҡын һөнәр алалар. Хәҙер барыһы ла республиканың төрлө тарафтарында ярат­ҡан һөнәрҙәре буйынса эшләп йөрөй, ә байрам-ялдарҙа ауылда гөрләтеп донъя көткән ғәзиз кешеләре − әсәйҙәре янына ҡайталар. Иң өлкәне − юғары категориялы уҡытыусы, мәғариф алдынғыһы Лира апай Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлаған, әле Туймазы районында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Венер ағай, БДУ-ны тамамлағас, «Китап» нәшриәтендә мөхәррир булып эшләне, әлеге көндә Сәйетбаба урта мәктәбендә башҡорт мәҙәниәте һәм тарихы дәрестәрен алып бара. Уға атаһынан ҡалған балта оҫталығы һөнәре күскән. Әле олатаһы нигеҙендә ҙур йорт һала. Мөнир ағай − журналист, яҙыусы, бер нисә китап авторы. Поэзия, проза өлкәһендә уңышлы эшләй. Яңыраҡ сыҡҡан «Тәңре өрөк ҡапҡанда» китабын бик яратып ҡабул иттек. Матур әҫәрҙәргә һыуһаған күңелгә ял булырлыҡ был китап. Юнир ағай, БДПУ-ның художество-графика факультетын тамамлап, мәктәптә рәсем дәрестәрен алып бара. Буш ваҡыттарында оҫталыҡ эштәре менән булыша, матур картиналар яҙып, республика күләмендәге күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Эльвира апай Красноусол башҡорт гимназия-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Үҙе «Йыл уҡытыу­сыһы» конкурсында ҡатнашып, уңышҡа өлгәшеүе менән бер рәттән, уҡыусылары ла йыл һайын республика олимпиадаларында призлы урындар яулай.
Уйлаһаң, балаларының уңыштарына ҡарап, Сәхиулла бабайҙың «сырса»һы бушҡа китмәгән, тип ҡуяһың.
Ошондай белемгә ынтылыусан ғаиләлә тыуып үҫкән Венера апай­ҙың, балалар яратып, тәрбиәсе һөнәрен һайлауына аптырарлыҡ түгел. Бәләкәй балаларҙы ярат­ҡан­ға ла, Өфө ҡалаһында белем алып, тәрбиәсе булып эш башлай һәм 1989 йылдан яратҡан хеҙмәтендә ул.
2004 йылда булдыҡлы, һәр эште еренә еткереп өйрәнгән, балалар менән дә, тәрбиәселәр менән дә тиҙ үк уртаҡ тел тапҡан уңған хеҙмәткәрҙе балалар баҡсаһы мөдире итеп тәғәйенләйҙәр.
Мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын оптималләштереү һөҙөмтәһендә Сәйетбаба ауылындағы «Ләйсән» балалар баҡсаһы ла мәктәп бинаһына күсерелә һәм яңы шарттарҙа эш башлай. Балаларҙың уйын, йоҡо, музыка-спорт бүлмәләре зауыҡ менән биҙәлгән. Тәрбиәселәр үҙ ҡулдары менән уйынсыҡтар, китапсыҡтар эшләй һәм балаларҙың зиһенен үҫтереүгә күп көс һала. Улар баланың һәр көнөн алдан планлаштырып, кескәйҙәргә йөрәк йылыһын биреп, эскерһеҙ, ихлас мөғәмәләлә булып, уларҙың күңелендә изгелек, матурлыҡ орлоҡтарын сәсә.
Венера Сәхиулла ҡыҙының кеше менән тиҙ уртаҡ тел табыуы, яғымлы, иғтибарлы булыуы коллективта татыулыҡ һәм берҙәмлек тыуҙырған. Үҙенә ҡарата бик талапсан, ғәҙел һүҙле, дөрөҫлөк яҡлы булғанғалыр инде, тәрбиәселәрҙән дә шуны талап итә, илке-һалҡылыҡҡа, ялҡаулыҡҡа юл ҡуймай ул. Балаларҙың һәр көнө йәнле һәм йәмле үтһен, үҙҙәрен өйҙәге һымаҡ шат һәм бәхетле итеп тойһондар өсөн бөтә тырышлығын һала бындағы коллектив. Был мәктәпкәсә тәрбиә биреү учреждениеһына өс төркөмдә йәш ярымдан алты йәшкә тиклем 55 бала йөрөй. Улар өсөн 14 эшсе хеҙмәт итә. Ата-әсәләр менән дә уртаҡ тел табып, әүҙем тәрбиәүи эш алып баралар. Бер байрамды ла үткәрмәй ҡалмайҙар: атайҙар, әсәйҙәр байрамы, төрлө әкиәттәр­ҙе сәхнәләштереү кеүек сараларҙы кескәйҙәр көтөп ала. Мин барғанда ла ағастар байрамы, көндәр йылынғас, «Кәкүк сәйе» үткәрергә әҙерләнәләр ине.
Туҡланыу ҙа һәйбәт ойошторол­ған, ашнаҡсылар тәмле итеп, төрлөләндереп бешергән аштар, емеш-еләк менән һыйлайҙар. Балалар баҡсаһы менән таныш­ҡандан һуң, «Ләйсән»дә кескәй­ҙәр­ҙе һәр яҡтан үҫешкән шәхес итеп әҙерләү өсөн бөтә шарттар ҙа, мөмкинлектәр ҙә бар тигән фекергә киләһең. Бында, һис шикһеҙ, Венера Сәхиулла ҡыҙының тынғыһыҙ хеҙмәте һәм булдыҡлы етәксе икәне күренә.
Яратмаған эш килешһеҙ тегелгән күлдәк менән бер, ти бит халыҡ мәҡәле. Балаларҙы ярат­ҡанға, эшен бөтә күңелен һалып башҡарғанға ла уңышҡа өлгәшә Венера апай.
«Балалар янына килһәң, улар­ҙың саф, эскерһеҙ күҙҙәренә ҡараһаң, өйҙәге бөтә проблемалар, күңелдәге ҡайғы-хәсрәттәр тарала, үҙең дә күңелең менән балаға әйләнәһең», – ти ул. Һаман да йәш, мөләйем, зифа буйлы, көләс булып ҡалыуы ла ошо кескәй балаларҙандыр. I категориялы тәрбиәсе Венера Сәхиулла ҡыҙының эшен юғары баһалап, БР Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһы тапшырылған. Балаларҙың һөйөү тулы ҡараштары менән тәрбиәселәрен көн дә көтөп алыуы бөтә юғары наградаларҙан да артыҡ түгелме ни?! Бар хистәре, бар хәстәре, бар хеҙмәте бала өсөн булған тәрбиәсе 23 йыл эшләү дәүерендә күпме баланы мәктәпкә оҙатты икән? Улар әле, үҙҙәренең яратҡан апаһын һағынып, бәхетле бала саҡ илендә ҡалған «икенсе әсәй» итеп иҫкә ала. Венера Сәхиулла ҡыҙы − балаларҙың яратҡан апаһы, тәрбиәсеһе булыу менән бер рәттән, ғаиләһендә өлгөлө хужабикә, тормош юлдашына яратҡан ҡатын, улдарына ҡәҙерле әсәй. Май сүлмәге тышынан билдәле, тигәндәй, ихаталарына аяҡ баҫыу менән һәр ерҙә тәртип, таҙалыҡ күҙгә салына һәм бында бик егәрле, бөтмөр хужалар йәшәгәнен күрһәтә. Үҙҙәре һалып ингән ҙур йорт тыштан да, эстән дә тирә-яҡҡа йәм биреп ултыра. Венера апайҙың һәр эшкә өлгөр, таҙалыҡ яратыуы, бөхтә булыуы арҡаһында өй ялт итеп тора. Иркен залда ниндәй генә гөлдәр юҡ: күкрәп сәскә атып ултырғаны ла, түшәмгә етә яҙып торғаны ла. Гөл-сәскәләр үҫтерергә ярата ул. Йәй етһә, йорт алды күҙ ҡамаштырғыс сәскәләргә күмелә, иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем күҙ яуын алып ултыра.
Ә иң яратҡан шөғөлө − бәйләм бәйләү. Өйҙә һәр ерҙә лә бәйләгән әйберҙәр күҙгә ташлана. Бер минут та тик ултыра белмәгән уңған ҡатын матур итеп кофталар, береттар, жилеттар бәйләп кейә. Тормош иптәше Ғәзиз ағай – һөнәре буйынса физик, ауылда эш булмағас, Өфөлә һөнәре буйынса эшләп йөрөй. Оло улдары Илнур БДПУ-ның география факультетында белем ала. Кеселәре – Илһам Красноусол башҡорт гимназия-интернатында 5-се класта уҡый, уҡыу алдынғыһы.
Ял көндәрендә ул тормош иптәшен, улдарын һағынып көтөп ала, уларҙы тәмле аш-һыу бешереп ҡыуандыра.
Венера апай тураһында яҙғанда, ҡунафиндарҙың нәҫеле, уларҙың туған йәнлелеге, берҙәмлеген дә әйтеп китмәй булмай. Милләт тамыры − татыулыҡта, тигәндәй, бер-береһен яратып, өҙөлөп тора улар.
Ауылдашыбыҙ, билдәле ғалим, академик Ғиниәт ҡунафиндың да ҡайтып йөрөгән төп урыны − Венера апайҙарҙың йорто. Ғиниәт Сафиулла улы − ауылыбыҙ өсөн янып-көйөп йөрөүсе, «Сәйетбаба» тарихи-мәҙәни үҙәген булдырыу­сы, Өфөләге һәр ауылдашына, студенттарға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороусы хөрмәткә лайыҡ шәхес. Ул туғандары өсөн һәр эштә өлгө булырҙай, яратҡан һәм ихтирам иткән ағай. Буш ваҡыты сығыу менән тыуған ауылына, төҙөлөп ятҡан атай нигеҙенә ашҡына ул. Ғиниәт Сафиулла улының юғары исемдәрен, эштәрен һәр береһе белә, ә бына уның туғандар йыйылған табындарҙа моңло итеп йыр һуҙыуын, семәрләп ултырғыстар, төрлө әйберҙәр яһауын күптәр белмәйҙер.
Ошондай затлы нәҫелдән сыҡҡан Венера Сәхиулла ҡыҙының мәҙәниәтлегенә, аҡылына, тәрбиәлелегенә аптырарлыҡ түгел. Нәзәкәтле, матур итеп зауыҡ менән кейенә белеү, ҡайҙа, кем менән осрашыуға ҡарап, үҙ дәрәжәңде, бәҫеңде төшөрмәү − ғөмүмән, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарында була торған барса яҡшы сифаттар хас уға һәм шуның менән ауылдаштары араһында ихтирам ҡа­ҙан­ған да инде.
Һүҙемде тамамлар алдынан хикмәтле хикәйәт иҫкә төштө. «Аллаһы Тәғәлә балсыҡтан кеше яһағанда уның бер киҫәге файҙаланылмай ҡала һәм ул Кешенән: «Һиңә нимә кәрәк?» − тип һорай. Кеше ҡалған балсыҡтан бәхет әүәләп биреүен һорай. Әммә Алла Тәғәлә өндәшмәй генә уның усына балсыҡ киҫәген һала». Бының менән нимә әйтергә теләгән һуң ул? Хатта Хоҙай Тәғәлә лә кешегә бәхетте әүәләп бирә алмай шул. Бары тик кеше генә үҙ бәхетен үҙе яһай, үҙе ҡора. Мәҡәләм геройы Венера апай ҙа, тормош йәмен үҙ ауылында, ғаиләһендә, балалар тәрбиәләүҙә табып, үҙ бәхетен үҙе яһаған кеше. Бар булмышы менән тәрбиәсе генә түгел, гүзәл ҡатын-ҡыҙ, изге әсә лә ул.
Кешеләрҙе шатландырып, матурлыҡтан, тәбиғәт күренештәренән, илдәге ыңғай үҙгәрештәр­ҙән, яҡындарының уңышынан, кескәйҙәрҙең саф, эскерһеҙ йылмайыуынан бәхет табып йәшәй ул. Үҙен бәхетле итеп тойған кеше генә башҡаларға бәхет өләшә ала. Ауылдаштарының ихтирамына, балаларҙың, туғандарының яратыуына лайыҡ булған, кешеләргә бәхет өләшеп йәшәүсе Венера Сәхиулла ҡыҙы тап шундайҙарҙан да инде.

Резеда ХӘСӘНОВА-РӘХИМОВА.

Ғафури районы,
ҡолҡан ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”